Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәткәрҙең яҡшыһы — һау-сәләмәт булғаны
Хеҙмәткәрҙең яҡшыһы — һау-сәләмәт булғаны Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә йоғошло булмаған сирҙәр менән яфаланыусылар арта. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ауырыуҙарҙың дүрт төркөмөнә (йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы, онкология, шәкәр диабеты, тын алыу органдары сирҙәре) үлем осраҡтарының 80 проценты тура килә. Нисек кенә булмаһын, табиптар әйтеүенсә, сирҙәрҙең барыһы ла кешенең йәшәү рәүешенә бәйле. Ҡыҙғаныс, был үкенесле үлем осраҡтарының күбеһен иҫкәртергә, кеше ғүмерҙәрен ҡурсалап ҡалырға мөмкин булыр ине лә, әгәр ҙә... Тик әлегә беребеҙ ҙә, эш биреүсе лә сәләмәтлекте һаҡлауҙың үҙ ҡулыбыҙҙа икәнлеген аңлап етмәй, аңлаған хәлдә лә вайымһыҙлыҡтан арына алмай, ғөмүмән, һаулыҡҡа иғтибар түбән кимәлдә.
Белеүебеҙсә, “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Закондың ҡабул ителеүе менән был мөһим төшөнсәгә ҡараш үҙгәреш кисерҙе. Мәҫәлән, иҫкәртеү медицинала төп йүнәлештәрҙең береһе тип танылды, оҙайлы бәхәстәрҙән һуң һаулыҡ һаҡлау даирәһендә граждандың бурыстары нығытылды. Хатта эш биреүселәр ҙә “өлөшһөҙ” ҡалманы: улар хәҙер власть һәм медицина ойошмалары менән бер рәттән, сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса хоҡуҡи мөнәсәбәттәр субъекттары булып тора. Ғәҙәттә, табыш алыуҙы ғына күҙ уңында тотҡан, кадрҙарға әллә ни ҡытлыҡ кисермәгән эш биреүсенең иғтибарын хеҙмәткәрҙәренең һаулығын һаҡлауға йүнәлтеү еңел булмаҫ кеүек. Бәлки, эш биреүсене дәртләндереү саралары, беҙ белмәгән ҡыҙыҡһындырыу юлдары барҙыр? Ғөмүмән, эшсе һәм эш биреүсене бер маҡсатҡа ылыҡтырыу, туплау өсөн өҫтәмә шарттар, законға үҙгәрештәр индереү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВАҒА тап ошо мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүен һорап мөрәжәғәт иттек тә инде.

— Һеҙҙеңсә, ни өсөн эш биреүсе ҡул аҫтында эшләгән һәр кемдең сәлә­мәт­леге өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш? Әгәр ҙә депутаттар шулай уйлай икән, тимәк, тәү сиратта хеҙмәт һәм һалым ҡанундарына ла үҙгәрештәр инде­рергә, Мотлаҡ медицина страховкаһы, социаль страховка һәм өҫтәмә дарыуҙар менән тәьмин итеү системалары ла бурыстарын яңынан барларға тейеш булып сыға түгелме?
— Тап шулай. Рәсәй Федерацияһының Граждандар кодексында барыбыҙға ла билдәле бер норма бар: әгәр ҙә страховка осрағы страховкаланыусының уҫал уйы, ғәйебе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килһә, страховкалаусы ойошма түләүҙәрҙән азат ителә. Медицинала ла хәлдең ошоға ярашлы үҙгәреүе мөмкин. Әгәр ҙә ауырыу эсә, тарта, табиптың күрһәтмәләрен үтәмәй, шул сәбәпле сирен аҙҙырыуға булышлыҡ итә икән (тимәк, медицина ярҙамына сығым да артҡандан-арта тигән һүҙ), ни өсөн дәүләт был сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға тейеш?
Беҙҙеңсә, сәләмәт тормошто үҙ иткән, ваҡытында (өс йылға бер) дис­пан­сер­лаш­тырыу үткән граждандарға Хеҙмәт кодексында ниндәйҙер преференциялар бул­дырыу (мәҫәлән, өҫтәмә ял көндәре биреү) маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Мотлаҡ медицина страховкаһын да үҙгә­рештәр көтә. Һүҙ Дәүләт гарантиялары программаһында өҫтәмә шарттар булдырыу тураһында бара. Һаулығын ҡай­ғырт­ҡан граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Киреһенсә, әгәр ҙә экспертиза сир менән граждандың ҡылығы, тәртибе араһында тығыҙ бәйләнеш булыуын асыҡлаһа (дауанан баш тартһа, врач кәңәшен тотмаһа, алкоголь йә тәмәке менән мауығыуын дауам итһә һ.б), ва­ҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының (“больничный”ҙың) тулыһынса түләнмәүе ихтимал.
— Ә эш биреүселәрҙе һөйөндөргән йәки көйөндөргән яңылыҡтар бармы?
— Һалым кодексына ошондай мөһим үҙгәрештәрҙе индереүҙең ике яҡ өсөн дә отошло буласағы бәхәсһеҙ: хеҙмәт­кәр­ҙәр­ҙең сәләмәтлеген нығытыуға то­то­нол­ған сумманы табышҡа һалынған һалым иҫәбенән алып ташлау, предприятиела спорт залдары, сәләмәтлек пункттары булдырған ойошмалар өсөн льготалар булдырыу, һалымды кәметеү һ.б.
Хеҙмәт кодексына эш биреүсенең медицина ойошмаларына иҫкәртеү сараларын үткәреү буйынса бурыстарын аныҡ­лаған положениеларҙы индереү көн талабына әүерелде. Ҡайһы саҡта медицина хеҙмәткәрҙәренә диспан­сер­лаш­ты­рыуҙы үткәреү өсөн коллектив ағзалары исемлеген ойошма етәкселегенән ялынып-үтенеп һорап алырға тура килә. Эшсәндәренең сәләмәтлеген һаҡлау буйынса бурыстарын үтәмәгән етәкселәргә ҡарата яуаплылыҡты арттырыу үтә мөһим бөгөн.
Халыҡты һаҡлау буйынса баш­ҡа­рылған социаль-иҡтисади сараларҙың әһә­миәте баһалап бөткөһөҙ. Әгәр ҙә ошо тәңгәлдә һөҙөмтәле эшләһәк, илдә демографик хәлдең яҡшырыуына, үлем ки­мә­ле кәмеүенә, инвалидлыҡ буйынса ва­ҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу осраҡ­тарының аҙайыуына мотлаҡ өлгә­шә­сәкбеҙ. Тимәк, ауырыуҙарҙы һәм хеҙмәткә яраҡһыҙ граждандарҙы һауыҡтырыуға киткән сығымдар кәмеү менән бергә хеҙмәткә һәләтле кешеләр һаны артыу иҫәбенә бюджетҡа инәсәк керем дә арта тигән һүҙ.
Ғөмүмән, сәләмәт тормошто үҙ иткән ке­шене илдең иҡтисади үҫешенә ла­йыҡлы өлөш индереүсе тип ҡарарға кәрәк.
— Беҙ барыбыҙ ҙа һаулыҡтың ысын мәғәнәһендә ҙур ҡиммәт икән­ле­ген аңлайбыҙ. Мәғлүмәтлебеҙ, аңлы­быҙ, белемлебеҙ... Әммә һаулыҡҡа зы­ян килтереүсе алама ғәҙәттәрҙән ары­нырға, сирләү ихтималлығын кә­ме­тергә, дөрөҫ туҡланырға, күберәк хә­рәкәтләнергә ғәҙәтләнмәгәнбеҙ. Бәл­ки, “Тартма!”, “Эсмә!” тигән кеүек ты­йыуҙар, уларға ҡаршы көрәш урынына дәртләндереү, ҡыҙыҡтырыу меха­низмдарын ҡулланыу хә­йерле­рәктер?
— Беҙҙең төп хата сәләмәт тормош сәйәсәтен алып барыуҙы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ғына ҡайтарып ҡал­ды­рыу­ҙа. Ә бит башҡа илдәрҙә был бурысты предприятиелар һәм етәкселәр бүлешеп хәл итә. Уйлап ҡарағыҙ, кеше эш урынын­да ғүмеренең өстән бер өлөшөн уҙғара. Эш шарттарын яҡшыртыуға, төрлө дәрт­лән­дереү сараларына аҡса йүнәлтеү хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефенә, һаулығына, коллективтағы психологик мөхиткә һис һүҙһеҙ ыңғай тәьҫир итәсәк. Мәҫәлән, спорт сараларында ҡатнашҡандарҙы грамота, диплом менән бүләкләү, өҫтәүенә йыл буйына бер тапҡыр ҙа ауы­ры­ма­ғандарға ял көндәре биреү, спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө тәҡдим итеү, бүләк сертификаттары, премия тапшырыу ғәҙәткә инһә, насар булыр инеме?
Миҫалға бер нисә сит ил пред­прия­тиеһындағы дәртләндереү сара­ларының ниндәй көтөлмәгән һөҙөмтә­ләргә кил­те­ре­үен әйтеп үтәйем. Германиялағы бер фармацевтика компанияһы физик әү­ҙем­лекте арттырған, насар ғәҙәттәрҙән баш тартҡан хеҙмәткәрҙәргә 100 доллар кү­лә­мендә премия биреп, сәләмәтлек про­грам­маһында ҡатнашыусылар һанын алты тапҡырға арттырыуға өлгәшкән. Ә АҠШ-тағы “Квакер Оутс” сауҙа пред­прия­тие­һы диспансерлаштырыу үткән, тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыуҙы спорт ме­нән шөғөлләнеүгә алмаштырған эш­се­лә­­рен 600 доллар менән бүләкләүҙе ғә­ҙәт­кә индерә. Шулай итеп, хеҙ­мәткәрҙәрҙең 80 процентының сәләмәт тормошто һайлауы һөҙөм­тәһендә медицина ярҙамына тотонолған йыллыҡ сығымды 2 миллион долларға кәметәләр. “Сәләмәт шәхестән — сәләмәт компанияға” тип аталған өс йыллыҡ программаны тормошҡа ашырған сауҙа предприятиеһы (АҠШ) аңлатыу эшенән тыш, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу һәм ирекле медицина страховкаһы программаһы буйынса өҫтәмә шарттар булдырыу һөҙөмтәһендә ауырыуҙар һа­нын кәметеүгә, хеҙмәткәрҙәрҙең ярты­һынан күбеһендә холестерин кимәлен, ҡан баҫымын түбәнәйтеүгә өлгәшә.
Сит ил предприятиеларының тәжри­бә­һен өйрәнгәндән һуң шундай һығымтаға килдек: эшселәрҙең һаулығына ҙур ҡиммәт тип ҡарау, иғтибар күрһәтеү, хатта артыҡ ҙур булмаған бүләктәр ҙә хеҙмәткәрҙәрҙең һауыҡтырыу программаларында ҡатнашыу кимәлен күтәрә ала. Дәртләндереү механизмдарын ҡулла­ныуҙың отошло яҡтары байтаҡ: төплө уйланылған һауыҡтырыу сараһына тотош коллективты ылыҡтырыу һәм күптәрҙе сәләмәтлектәренә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр итеү һ.б.
“Кемдең санаһына ултырһаң, шуның йы­рын йырлайһың” тигәндәй, ойош­ма­ның яңы ағзалары ла ошо сәләмәтлек ағы­мына ҡушыласаҡ. Әлбиттә, бөтә дәрт­ләндереү сараларының да тәьҫирле булмауы ихтимал (мәҫәлән, тәмәкесенең программа тамамланыу менән яңынан көйрәтә башлауы, ҡайһы берәүҙәрҙең “больничный” алмау өсөн ауырыған көйгә эшкә килеүе бар). Үҙ хеҙмәткәренең һау­лығын даими хәстәрләгән эш биреүсене Хөкүмәт гранттары менән бүләкләү һаулыҡ һаҡлауҙа ҙур этәргес булыр ине. Һалым түләүҙә льготалар ҡаралыуы, һис шикһеҙ, етәкселәрҙе компания файҙаһына, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы хаҡына бирелеп эшләргә мәжбүр итәсәк. Ә бынан барыбыҙ ҙа отасаҡбыҙ ғына.
— Ҡайһы берәүҙәр совет осоронда ябай халыҡ өсөн тыуҙырылған уңайлыҡтарҙы, ҡаҙаныштарҙы ер менән тигеҙләргә уйлап, аяуһыҙ тәнҡит утына алһа ла, ниәт тормошҡа ашманы. Юҡҡа сығарылған ҡиммәттәр кире ҡайтарыла, тергеҙелә бөгөн. Үткән быуатта тәрән тамыр ебәргән медицина тикшеренеүҙәре, диспансерлаштырыу, шифаханалар системаһы яңынан баш ҡалҡыта башланы булһа кәрәк...
— Илдең баҙар иҡтисадына күсеү шарттарында хеҙмәт хоҡуҡтары алдына яңы бурыстар килеп баҫты. Шул иҫәптән хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлауҙа ла. Һеҙ һанап үткән медицина йүнә­леш­тә­рендә, ысынлап та, эш элекке кеүек ҙур күләмдә башҡарылмай. Медицина тикше­ренеүҙәрен үтергә тейешле эшселәр категорияһы билдәләнмәүе — төп етешһеҙлектәрҙең береһе. Ҡоролоштар алмашыныу дәүерендә юҡҡа сығарылған диспансерлаштырыуҙың “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла башлауы һөйөнөслө.
Рәсәй Хөкүмәтенең шифахана-курорт­тарға путевка бүлеү тәртибен яйға һалған 2001 йылғы ҡарарына ярашлы, хеҙмәткәр һәм эш биреүсе мөнәсәбәттәре ғәҙел көйләнеп килде. Профсоюз һәм башҡа ойошма вәкилдәренән төҙөлгән махсус комиссия мөһим эште иғтибар үҙәгендә тотто. Был нормалар ғәмәлдән сығарылһа ла, хәҙер шифаханаларҙа ял итеүгә аҡса бүлеү мөмкинлеген биргән ҡатмарлы механизм законда нығытылды. Әгәр элек социаль ярҙамдың күп төрҙәре (шул иҫәптән медицинала) эш биреүсе тарафынан бүленһә, хәҙер хәл бөтөнләй башҡаса. Диспансерлаштырыуҙа ла эш биреүсе хәҙер ҡатнашмай. Әммә ул медицина тикшеренеүҙәре үтеү өсөн мотлаҡ шарттар тыуҙырырға һәм эштән һәр кемде бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ебәрергә бурыслы. Хеҙмәткәр һәм етәкселек араһындағы мөнәсәбәтте хоҡуҡи көйләү йәһәтенән башҡараһы бурыстар байтаҡ әле.
– Төбәктәрҙә сәләмәт тормошто пропагандалауға, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән әллә күпме ҡанундар, норматив хоҡуҡи акттар ҡабул ителә. Әммә һаман да йыш ауырыйбыҙ, ваҡытынан иртә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡындарыбыҙҙы юғалтыуҙан өҙгө­ләнәбеҙ... Тәжрибәле табип булараҡ, уҡыусыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Әйтеүемсә, иҫкәртеү сараларынан тыш, хеҙмәткәрҙәр өсөн адреслы иҡти­сади стимулдар булдырыу өҫтөндә ныҡ эшләргә кәрәк. Әммә шуны онотмайыҡ: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, кешенең сәләмәтлеген һәм ғүмер оҙайлығын бары 10 процентҡа ғына һаулыҡ һаҡлау торошо, медицина ярҙамы сифаты бил­дәләй. 20 проценты тирә-яҡ мөхит, тәбиғәт факторҙарына бәйле. Һаулы­ғыбыҙға барыһынан да элек (60 процентҡа тиклем) нисек йәшәүебеҙ, ҡылыҡ-фиғелебеҙ, тормош шарттары тәьҫир итә. Тимәк, сәләмәтлеккә зыян килтермәй йәшәргә өйрәнергә кәрәк.

Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 195

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168