Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы алымдарға өҫтөнлөк бирелде
Яңы алымдарға өҫтөнлөк бирелде“Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе быйыл 15 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо дәүерҙә унда бер мең ярымдан ашыу педагог ҡатнашҡан. Быйылғы конкурста иһә 52 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны.
Сара ике турҙа булды. Тәүгеһендә ҡатнашҡандар үҙе төҙөгән педагогик проекттың исем туйын, таныш булмаған класта дәрес һәм класс сәғәте үткәрҙе. Икенсе турға сыҡҡандар иһә, лекция һөйләп, фекер алышыуҙа ҡатнашып, һөнәри оҫталығын күрһәтте.
Быйыл педагогтарға заманса мәғлүмәт технологияһын ҡуллана белеү кимәлен күрһәтеү мөмкинлеге лә асылды — конкурсҡа “Иң яҡшы интернет-проект” тигән яңы номинация өҫтәлде.
— Һынауҙы һәр уҡытыусы лайыҡлы үтте, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. — Мәғариф өлкәһендә ниндәй генә үҙгәреш булмаһын, уҡытыусының, тәрбиәсенең мәнфәғәттәре тәү сиратта хәстәрләнергә тейеш — уларҙың социаль хәлен яҡшыртыу менән бер рәттән һөнәри оҫталығын да үҫтерергә бурыслыбыҙ. Әлеге конкурста көс һынашҡан педагогтарыбыҙҙың да киләсәктә йәмғиәт үҫешендә, заманса белем биреүҙең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашырына ышаныс ҙур.
Яңы алымдарға өҫтөнлөк бирелдеКонкурста заманса алымдар менән эшләүселәргә өҫтөнлөк бирелде. Мәҫәлән, уҡытыусылар араһында ғилми эш менән шөғөлләнеүселәр бар. Әйтәйек, 83-сө лицейҙа һәм Ор Авнер йәһүд мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Евгения Зыятдинова комиссияға “Профилле белем биреү учреждениелары уҡыусыларында проект методикаһы сараһы ярҙамында коммуникативлыҡ формалаштырыу” исемле яңыса белем биреү проектын тәҡдим иткән. Педагог тиҙҙән тап ошо тема буйынса диссертация эшен яҡлаясаҡ. Евгения Вячеславовна уҡыусылар менән өҫтәмә дәрестәр ҙә алып бара — “Журналистика һәм урыҫ теле”, “Телмәр стилистикаһының үҙенсәлектәре” тигән темаларға электив курстар үткәрә. Эшмәкәрлегендә заманса алымдар ҡулланған Е. Зыятдинованың хеҙмәте юғары баһаланды — маһир уҡытыусы “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсының еңеүсеһе тип табылды, уға автомобиль асҡысы тапшырылды.
“Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында иһә тәүге урынды М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Миңдиниса Ғәзизуллина яуланы. Ә 93-сө лицейҙан Татьяна Шумулинская — “Иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, 64-се гимназиянан Гүзәл Ҡурамшина — “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, 159-сы мәктәптән Михаил Сиухов “Иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды.
Дилбәр ИШМОРАТОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518