Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешенең энәһенә лә теймә!
... Ул малайҙарҙың әсәһе лә, атаһы ла йәш ине. Икеһе лә эшләй, байтаҡ хеҙмәт хаҡы ала. Үҙемдән 4-5 йәшкә бәләкәй ауылдаштарымдың (үҙҙәренә 2-3 йәш кенә булғандыр) теләгән бер уйынсығы алдында булды. Ә мин һораһам, әсәйҙең яуабы бер: "Улым, ул бигерәк ҡиммәт". Шуға ла башланғыс мәктәптән ҡайтып, өй эшен бөтөргәс, көноҙоно өләсәләре менән ултырған теге икәү янына йүгерәм. Ҡайһы саҡта класташтарым да ҡушыла.
Ә көндәрҙән бер көндө үҙемдән ике йәшкә олораҡ күрше малай ҙа эйәреп барҙы. Уның батарейкаларҙан эшләгән уйынсыҡ автомобилгә күҙе төшкән. Иртәгәһенә үк мине ҡотортто ла, ғаилә өйҙә булмағанда барып, солан тәҙрәһен алып кереп, теге автомобилде сәлдерҙек. Был ваҡиға нимә менән тамамланғаны билдәле: әсәй сыбыҡ менән эләктерҙе.
Ошо тормош күренешендә бөтә нәмә урынында һәм дөрөҫ һымаҡ, әммә бер көн килеп мәсьәләгә икенсе күҙлектән ҡарарға тура килде. Гәзиттәрҙең береһен ҡарап ултырғанда, үҙемдекенә оҡшаш хәлгә тарыған малай тураһында уҡып: "Эх, был малайға эләгәсә-ә-әк!" – тип йәлләп ултырам. Ысынлап та, ҡунаҡтың кеҫәһенән 500 һум аҡса урлаған туғыҙ йәшлек малайҙың арт һанын ҡайыш менән "ҡайыҙлайҙар". Тыуған көн кисәһендә булған барлыҡ ҡунаҡтарға шик төшә бит! Хужалар уңайһыҙ хәлдә ҡалды.
Хәл шуның менән бөтөр ҙә ине, әммә ҡунаҡтар араһында берәү тәрбиәсе булып сыға һәм малайҙы мотлаҡ психологка күрһәтергә тәҡдим итә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ата-әсә баланы белгескә алып килә, хәлде аңлата һәм улдарының был ҡылығынан шул тиклем риза булмауҙарын белдерә. "Өйҙә аҡса гел ҡул аҫтында. Ә малайыбыҙ, кешенекен урлап, шуға футбол тубы һатып алған. Һораһа, беҙ уға биш туп алырлыҡ аҡса бирер инек!" – тиҙәр. Был саҡта малай коридорҙа көтөп тора. Бер аҙҙан белгес улдарын ғына саҡырып индерә. Уның менән әнгәмәләшә лә йәнә ата-әсәһе менән һөйләшә.
– Һеҙ уны юҡҡа каникул буйы тышҡа сығармай тотҡанһығыҙ, – тип башлай табип тыныс ҡына. – Шулай уҡ юҡҡа "арт һанын уҡытҡанһығыҙ", сөнки балағыҙ тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай.
Әлбиттә, ниндәйҙер язаһын бирергә кәрәк булған, әммә бүтәнсә. Аңлатам: "уғрылыҡ", "урлау" һәм "бур" тигән һүҙҙәрҙе сабыйҙарға ҡарата ҡулланыу мөмкин түгел. Улар өсөн ысынбарлыҡ менән фантазия араһында айырмалыҡ юҡ. Бала үҙенең яман ҡылығын аңларлыҡ йәшкә етмәгән. Ә һеҙ уны төҙәлмәҫлек енәйәтсе кимәленә ҡуйғанһығыҙ.
Был, бер яҡтан, уның ололар тормошон татып ҡарағыһы килеүҙән сыҡһа, икенсе яҡтан, үҙен һынап ҡарау, ярамағанды эшләп, нимә буласағын тикшереү ғәмәленә барып тоташа. Өсөнсөнән, ҡыҙыҡһыныу һәм күҙ ҡыҙыу. Рөхсәт ителмәгән емеш тәмлерәк шул ул. Ә хәҙер иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: бала саҡта һеҙ, бөгөнгө абруйлы ир менән ҡатын, бер ҡасан да бер кемдең дә бер нәмәһенә лә теймәнегеҙме? Һеҙ, ғаилә башлығы, күршенең ҡыярын йәки алмаһын урламанығыҙмы? Ә һеҙ, ханым, апайығыҙҙың йә әсәйегеҙҙең биҙәнгестәренә бер ҡасан да теймәнегеҙме? Шул уҡ ваҡытта ул алма һәм ҡыярҙар үҙегеҙҙең баҡсағыҙҙа тулып ятҡан, биҙәнгесте лә һеҙгә һораһағыҙ, бирерҙәр ине.
Сағыштырыу статистикаһы күрһәтеүенсә, үҫмерҙәрҙең күпселеге үҙ тормошонда ике-өс боҙоҡлоҡ эшләй. Баҡтиһәң, магазиндарҙа урлашыуҙарҙың яртыһы шундайҙар иҫәбенә тура килә. Әммә ваҡыт үтеү менән улар яҡшы кеше булып китә.
– Өйҙәге урлашыуҙар – шул уҡ иҫәптән. Байтаҡ ҡына осраҡта ололар балаларҙы урлашыуға үҙҙәре үк этәрә. Мәҫәлән, улар теге йәки был (һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер нәмәгә лә кәрәкмәгән) әйберҙе һораһа: "Нимәгә ул һиңә? Һин алған әйберҙе ҡәҙерләп тота белмәйһең, ватасаҡһың. Аҡсам юҡ", – тип дүндерә. Шуныһы мөһим: әгәр ҙә өйҙә аҡса етмәй икән, бала быны яҡшы аңлай һәм иң кәрәген генә һорай,– тип аңлата доктор. – Әлбиттә, был һеҙгә ҡағылмай, сөнки ғаиләгеҙ матди яҡтан яҡшы тәьмин ителгән. Әйтегеҙ әле, улығыҙҙың һорағанын йыш алаһығыҙмы?
– Һуңғыһында велосипед һорағайны, – тип яуаплай атай. – Иҫкеһе бер тигән, рулен һәм ултырғысын күтәреп бирҙем, әйҙә йөрөһөн. Һаҡсыллыҡҡа өйрәнһен, миңә бала саҡта йыл һайын велосипед алмаштырыусы булманы.
– Һеҙ үҫкән ғаилә бизнес менән шөғөлләнмәгәндер, моғайын. Улығыҙ иһә һеҙҙең яңы әйбер алырлыҡ мөмкинлегегеҙ барлығын белә. Был осраҡта уға әйберҙәрҙе һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу тураһында аңлатаһы, яңы велосипедтың һыналғанлығын, элеккеһенән бер яғы менән дә айырылмауын төшөндөрөү кәрәк булған.
– Велосипедты ул беҙ яңы машина алғас һораны, – тип һүҙгә ҡушыла әсәй кеше.
– Бына, күрәһегеҙме. Улығыҙҙың ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һөйләгеҙ әле?
– Күп нәмә менән ҡыҙыҡһына, мәктәптә лә яҡшы уҡый.
– Бушҡа булмаһын өсөн балағыҙға аҡсаны эшләп алырға тәҡдим итергә кәрәк. Мәҫәлән, шул уҡ яңы машинаның күпмегә алыныуын, бер йылдан нисә мең һумға арзанаясағын, ниндәй сығымдар талап итәсәген иҫәпләп сығарһын ине. Еренә еткереп эшләмәһә лә, тырышлығы, әүҙемлеге өсөн маҡтап, ул һораған велосипедҡа аҡса бирергә булыр ине.
Хәҙер яза биреү тураһында һөйләшәйек. Әлбиттә, әгәр ниндәйҙер сара күрәһегеҙ икән, ул ғәҙел булырға, киләсәктә ундай хата ебәрмәүгә өйрәтергә тейеш. Ҡул күтәреү һәм сикләү баланың икенсе насар ҡылыҡтарына нигеҙ буласаҡ. Айырмаһы шунда: артабан малай аҫтыртын эшләйәсәк, хәйләгә һалышасаҡ, алдашасаҡ.
Урлашыуының һөҙөмтәһен күҙ алдына баҫтыраһы, оялтаһы булған. Мәҫәлән, былай тип әйтергә кәрәк: "Һин аҡсаһын урлаған ағай такси өсөн иҫәпләшә алмай уңайһыҙ хәлгә ҡалған. Ул шулай уҡ үҙенең улына туңдырма ла ала алмаған". Ғәфү үтендереү ҙә талап ителә. Ә ҡалған ҡунаҡтарға әйтеп тороу кәрәкмәй, сөнки бала былай ҙа үҙен насар тоя. Барыһының да хәбәрҙар булыуын белһә, үҙен иң яман бур итеп ҡабул итәсәктәренән ғүмерлеккә ҡурҡып ҡалыуы ихтимал.
Мәҡәләне уҡып сыҡҡандан һуң байтаҡ уйланып йөрөлдө. Был тема буйынса өҫтәмә материал да ҡараштырҙым. Баҡтиһәң, ғүмерен рәшәткә артында уҙғарған бурҙарҙың бөтәһе лә ҡасандыр бала сағында бәләкәй генә урлашыуҙан башлаған. Уларҙы, әлбиттә, туҡмағандар: ата-әсәһе лә, әйберен урлатҡан ҡорбандар ҙа, хатта уҡытыусылар ҙа.
Үрҙә телгә алынған осраҡта доктор ата-әсәгә ғаилә бюджетын планлаштырыуға улдарын да йәлеп итергә тәҡдим итә. Уның да ихтыяжына аҡса ҡаралырға тейешлеген иҫкәртә. Малай яҡын киләсәктә ниндәй сығымдар буласағын белеп торасаҡ. Ошолай эшләү тәртипкә өйрәтә, яуаплылыҡты арттыра, үҙен ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға мөмкинлек бирә. Әгәр ниндәйҙер әйбер алырға кәрәк икән, баланы яйлап ҡына шул турала үҙенең башлап әйтеүенә этәрергә кәрәк. Был осраҡта үҫмер идеяны үҙенеке итеп ҡабул итәсәк һәм абруйының бермә-бер артып китеүен тойоп ғорурланасаҡ.
В. БОРИСОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509