Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусылар түләргә тейешме?
Уҡытыусылар медицина тикшереүе үткән өсөн түләргә тейеш түгел. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА ошо мәсьәләгә аңлатма бирә.
— Уҡытыусыларҙан медицина тикшереүе өсөн аҡса түләтеү хаҡында мөрәжәғәттәр килә. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре, курсҡа килгән уҡытыусылар менән осрашыу барышында ошо уҡ мәсьәлә күтәрелде. Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһына ебәргән һорауыма алынған яуап та ошоно раҫланы, — ти депутат. — 2011 йылда Прокуратура ойошторған тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, республиканың күп кенә ҡала һәм райондарында мәғариф учреждениелары етәкселәре үҙ хеҙмәткәрҙәренә бушлай медицина тикшереүе үтеү хоҡуғын тәьмин итмәгән. Бындай саралар урындағы бюджет аҡсаһы иҫәбенә финансланмай.
Сәлиә Мырҙабаеваның әйтеүенсә, ошо рәүешле “Мәғариф тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законының 51-се статьяһын боҙоуға юл ҡуйыла. Унда, педагогия хеҙмәткәрҙәре учреждение аҡсаһына бушлай медицина тикшереүе үтергә тейеш, тип билдәләнә. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексында ла был хоҡуҡ нығытыла. Кодекстың 212-се статьяһына ярашлы, эш биреүсе үҙ аҡсаһына хеҙмәткәрҙәренә алдан (эшкә урынлашҡанда) һәм әленән-әле (хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында) медицина тикшереүе үткәреүҙе ойошторорға тейеш. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙең үтенесе буйынса, эш урынын һәм уртаса эш хаҡын һаҡлап ҡалып, сираттан тыш медицина тикшереүе үткәреү ҙә ҡарала.
2011 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының алдан һәм әленән-әле мотлаҡ медицина тикшереүе тураһында саралар исемлеген һәм уларҙың тәртибен билдәләгән яңы бойороғо ғәмәлгә инде. Исемлеккә бөтөн төрҙәге мәғариф ойошмалары индерелгән. Бойороҡҡа ярашлы, уҡытыусылар йылына бер тапҡыр медицина тикшереүе үтергә, шулай уҡ дерматовенерологта, отоларингологта, стоматологта, инфекциониста ҡаралырға, күкрәк ситлеге рентгенографияһы үтергә, гельментоздар буйынса анализ бирергә тейеш. Бындай сараларға сығымдар мәғариф учреждениеһы менән ошондай эшмәкәрлек төрөнә лицензияһы булған медицина ойошмаһы араһындағы договор нигеҙендә ҡаплана.
“Мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә әленән-әле медицина тикшереүе үткәреү һаулыҡ һаҡлауҙа, сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм таралыуын иҫкәртеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә”, — тигән фекерҙә Сәлиә Мырҙабаева. — Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә диспансерлаштырыу ҙа кәрәк”.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге өҫтөнлөклө милли проектҡа ярашлы, эшләгән граждандарға өҫтәмә диспансерлаштырыу федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла һәм ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән сирҙәрҙе алдан асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтелә. Билдәле булыуынса, өҫтәмә диспансерлаштырыуға терапевта, хирург, невролог, офтальмологта ҡаралыу, электрокардиография, флюорография үтеү, анализдар биреү, яман шеш маркерҙарына тикшерелеү (45 йәштән һуң) инә. Ҡатын-ҡыҙҙар гинекология сирҙәрен һәм һөт биҙҙәре ауырыуҙарын тикшертә ала. Сәләмәтлектә ниндәй ҙә булһа етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта ныҡлап тикшереү үткәрелә. Был сара Граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы бушлай тормошҡа ашырыла.
Депутаттың әйтеүенсә, ғәмәлдәге закондар һәм нормативтар мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә бушлай медицина тикшереүе үтеү мөмкинлеген бирә. Тулыһынса һәм ваҡытында тикшерелеү сәләмәтлекте һаҡлап ҡалырға, ауырыуҙарҙы алдан асыҡларға һәм иҫкәртергә булышлыҡ итә. Сәлиә Мырҙабаеваның фекеренсә, бындай эш даими иғтибар һәм күҙәтеү талап итә. Сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса саралар тураһындағы положениелар коллектив договорҙарға, хеҙмәтте һаҡлау буйынса килешеүҙәргә индерелергә, ә уҡытыусылар үҙ хоҡуҡтары тураһында ваҡытында хәбәрҙар булырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511