Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр кешенең күңеленә юл таба белергә кәрәк”
“Һәр кешенең күңеленә юл таба белергә кәрәк” Эшһеҙлектең ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәлә икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Әлеге ваҡытта илдәге иҡтисади көрсөк арҡаһында был проб­лема күптәргә ҡағылды. Ойошма һәм предприятиеларҙа ҡыҫҡартыуҙар бара. Эшһеҙ ҡалған кеше тәү сиратта мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошто көйләү буйынса райондың мәшғүллек үҙәге, нигеҙҙә, ике йүнәлеште тормошҡа ашыра: беренсеһе – кешеләргә эш табыу, икенсеһе – предприятиеларға кәрәкле хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙә ярҙам итеү.
Благовар районының мәшғүллек үҙәге был ике мәсьәләне лә уңышлы атҡара. Төбәккә юл төшкәндә үҙәктең эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уның директоры Зәйтүнә ШАРАПОВАҒА мөрәжәғәт иттек.



– Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы, бөтөн ерҙә ҡыҫ­ҡартыу, эшһеҙлектең көсәйеүе тураһында һөйләйҙәр. Благовар районында был йәһәт­тән хәлдәр нисек?
– Әлегә ҡулайлаштырыу елдәрен әллә ни һиҙмәйбеҙ. Беҙҙең бурыс – эшһеҙлектән яҡлау, пособие биреү генә түгел, ә халыҡҡа ысын мәғәнәһендә ярҙам итеү. Мәғлүмәт банкы булдырғанбыҙ. Үҙәктә граждандар өсөн ҡала һәм райондағы вакантлы эш урындары тураһында мәғлүмәт базаһы туплана, шулай уҡ республикалағы, сит өлкәләрҙәге ошондай мәғлүмәт менән дә уртаҡлашабыҙ. Эш биреүселәр менән берлектә халыҡҡа консультациялар үткәрелә, вакансиялар йәрмин­кәһе һәм башҡа саралар ойошторола.
Мәғлүмәт банкында 324 вакансия бар. Ғәҙәттәгесә, үҙәк дауаханаға табиптар, шәфҡәт туташтары талап ителә. Әйткәндәй, Украинанан килгәндәр араһында ике белгес ауыл ерендә фельдшер булып урынлашты. Балалары шундағы мәктәпкә барҙы. Күсеп китергә йыйынмайҙар. Благовар ҙа, урындағы халыҡ та оҡшаны уларға.
Ауыл хужалығы предприятиеларына эшсе­ләр гел кәрәк. Яңылары асылғас, зоотех­ник­тарға һәм ветеринарҙарға ҡытлыҡ артты. Һатыусыларға ла ихтыяж ҙур.
Бөгөн мәшғүллек үҙәгендә 174 кеше иҫәптә тора. Эшһеҙлек кимәле ҡала һәм район буйынса 1,35 процент тәшкил итә.
— Үҙәк тағы ниндәй бурыстар үтәй?
— Тәү сиратта һөнәри әҙерлек квали­фи­кацияһын камиллаштырыу, эшселәр әҙерләү­ҙе тормошҡа ашырабыҙ. Үҙәктә иҫәптә тор­ғандар хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған яңы һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә. Өҫтәмә белем алырға теләгән һәр граждан­дың уңыштары, ынтылыштары, шәхси ҡыҙыҡ­һыныуы иҫәпкә алына. Был уға артабан зауығына ярашлы һөнәр буйынса үҫешеү мөмкинлеген бирә. Икенсе хеҙмәт серҙәрен үҙләштереү, квалификацияны камиллаштырыу – халыҡты эшһеҙлектән һаҡлауҙа ышаныслы аҙым.
Ҙур еңеүебеҙ – инвалидтарға эш урындары булдырыу — менән ғорурланабыҙ. Яңыраҡ ике кешене йүнселдәргә урынлаш­тырҙыҡ. Береһе — һаҡсы, икенсеһе диспетчер булып эш башланы. Предприятие етәк­селәре лә, хеҙмәткәрҙәр ҙә бер-бере­һенән ҡәнәғәт. Артабан да ошо йүнәлеште үҫтерәсәкбеҙ. Әле бер нисә эш биреүсе менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
– Тиҙҙән сығарылыш уҡыусылары өлгөргәнлек аттестаты аласаҡ. Араларында һөнәр һайлағандары ла, ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалғандары ла етерлек. Уларға ярҙам итеп буламы?
– Әлбиттә, был эш күптән яйға һалынған. IX-XI класс уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш бирәбеҙ, “Асыҡ ишектәр” көнөнә алып ба­рабыҙ. Юғары уҡыу йорттары вәкилдәре йыл һайын яҙ районға килә. Сығарылыш уҡыу­сылары был сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, улар өсөн даими рәүештә төрлө ойошмаларға экскурсиялар ойошторабыҙ. Экология темаһына ҡағылышлы һөйләшеү­ҙәр үткәреү матур йолаға әүерелгән. Мәҫәлән, “Благоварпластмасс” ойошмаһы, полиэтилен етештереүҙән тыш, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын икенсел эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ошо ойошма ярҙамында балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ. Пластмассаның быуаттар буйы серемәй ятыуы, зыянлы матдәләр сығарыуы тураһында белгәс, күптәр аптырап ҡала. IX класс уҡыусыларын шул ойошмаға алып барҙыҡ. Дөйөм алғанда, ошондай саралар ваҡытында ла ҡайһы бер һөнәргә ғашиҡ булған балалар бар.
– Тимәк, көрсөк һеҙгә ҡурҡыныс түгел?
– Әлбиттә. Иҡтисадсыларҙың күҙаллауы улай уҡ ҡурҡыныс булмаҫ тигән өмөттәбеҙ. 2008-2009 йылдарҙағы көрсөктө имен-аман үткәреп ебәрҙек. Кәрәкле тәжрибә тупланды (көлә). Районда бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһы асылыу алдында. Улар бай­таҡ вакансия тәҡдим итә. Мәҫәлән, Ҡашҡа­лашы ауылында асыласағында 46 кешегә эш урыны бар. Уртаса хеҙмәт хаҡын 20 мең һум вәғәҙә итәләр. Шуға бошонмайбыҙ.
Ғөмүмән, үҙәккә килгән һәр кешенең күңеленә юл табып, төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ. Шуға ла бынан кеше өҙөлмәй.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519