Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эҙләгән ҡорт бал таба йәки эш юҡлыҡҡа һылтаныр заман үтте
Эҙләгән ҡорт бал таба йәки эш юҡлыҡҡа һылтаныр заман үтте Көрсөк, аҡсаһыҙлыҡ, ҡыҫҡартыуҙар, эшһеҙлек... Был һүҙҙәр йәнә лә телдән төшмәй башланы. Ә зар­ланып һүҙ һөйләүҙән файҙа юҡ, сүбәк сәйнәп май сыҡмай, тигәндәй. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында алыш-биреш менән аҡсаһыҙ көн итеп булғандыр ҙа ул, сөнки халыҡтың күпселеге кредитҡа күмелеп ултырманы, хатта юғалтыр милкебеҙ юҡ ине тиерлек. Хәҙер бына барыһын да банктар үҙенә бәйләгән, башҡа финанс мөнәсәбәттәре ялмап алған. Кредит ойошмалары менән һөт-май, йәшелсә-емеш ярҙамында иҫәпләшеп булмай бит инде.
Ғөмүмән, аҡсаһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Ә уны нисек табырға? Ҡайҙа күберәк түләйҙәр? Ниндәй тармаҡта вакансиялар бар? Ошо һорауҙарға яуап йышыраҡ яңғыраһын ине бөгөн. Әйҙәгеҙ, хеҙмәт баҙарын байҡап, үҙебеҙсә һығымта яһап ҡарайыҡ.


Һөнәрҙең ояты булмай, әммә...

Өфөлә балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән бер күршем һөйләгәйне был турала. Уға төнгө ҡарауылсы итеп урынлаштырыуын һорап... торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү идаралығы етәксеһе килгән! “Эш хаҡы ныҡ кәмене, шуға бурыстарым ай һайын артып тик бара, – ти икән. – Кредиттар ғына булһа бер хәл, фатир өсөн сығымдар ҙа бар бит әле”. Әлбиттә, һәр саҡ йомошоң төшөп торорҙай кешене тыңламай ни итәһең – алғандар ирҙе эшкә. Шунан теге тағы һорап ҡуйған: “Йәнә берәй урында ҡарауылсы кәрәкмәйме икән? Төн һайын алмашлап йөрөр инем...”
Хәйер, аптырарлыҡ та түгел инде. Төп эштән бушаған арала фән кандидатының – иҙән йыуыусы, журналистың – урам һепереүсе, директор урынбаҫарының – хат ташыусы, билдәле режиссерҙың таксист булып йөрөгәнен үҙем күрҙем. Зарланмайҙар һис тә. Хеҙмәттең ояты юҡ, тиҙәр. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы уйландыра: тимәк, хәҙер бер ерҙә генә эшләп ғаилә аҫрауы ауыр.
Йәштәр ошоларҙы күргәнгә лә бюджет өлкәһенә барырға ашыҡмайҙыр инде. “Һеҙҙең һымаҡ ғүмер баҡый дәүләткә хеҙмәт итеп, тин һанап ултырырға теләмәйбеҙ”, – ти ҡайһы берәүҙәр ата-әсәһенә. Күптәре шулай ҙа элеккесә юрист, иҡтисадсы, табип, социолог һөнәрҙәрен һайлай, аҙаҡ, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, һәр ерҙә квалификация һәм эш тәжрибәһе талап ителгәнлектән, ошо йәштәрҙең байтағы сауҙа өлкәһенә һатыусы-кассир, түбәнерәк кимәлдәге менеджер, һаҡсы булып барырға мәжбүр. Проблеманың сәбәбе, моғайын, шул уҡ атай-әсәйҙәрҙең балаһына һөнәри йәһәттән йүнәлеш бирә белмәүендәлер. Эйе, мәктәп түгел, ә ғаилә яуап­лы. Юғиһә бәғзе берәүҙәр мәғариф хеҙмәткәр­ҙәренә һылтанырға күнеккән. Баланың нимәгә маһир икәнлеген ата-әсәһенән дә яҡшыраҡ кем белә?
Һуңғы осорҙа сит телдәр буйынса белгес, туризм һәм финанс, мәғлүмәт технологиялары, маркетинг һәм реклама тармаҡтары хеҙмәткәре булырға теләүселәр артҡан. Бер нисә йылдан улар ҙа эш таба алмай интекмәгәйе, сөнки тәҡдимдәр сикле, һәр ҡайһыһына урын табылмаясаҡ. Хеҙмәт баҙарын өйрәнеүселәр кәңәш итеүенсә, 1С программалаусыһына уҡып сығыу хәйерлерәк – әле айына уртаса 130 мең һум алған был һөнәр эйәләренә ихтыяж алдағы ун йылда ла һаҡланырға тейеш. Авиадиспетчерҙарға ла әле йөҙ мең һум самаһы күләмдә оклад вәғәҙәләнә. Алдағы биш-алты йылда анестезиолог, ортопед, дефектолог һымаҡ медицина белгестәренә, шулай уҡ пластика хирургы, диетолог, косметолог кеүек матурлыҡ индустрияһы һөнәрҙәренә мохтажлыҡ артыуы бар. Әлбиттә, химия, биология, экология фәндәрен мәктәптә үк яҡшы үҙләштерергә кәрәк, сөнки яңы технологияларҙың күпселеге ошо өлкәләргә бәйле.
Дөйөм алғанда, хәҙерге шарттарҙа кешегә бер һөнәр ҙә зыян итмәй. Йәш быуынды иһә эш хаҡы тотороҡло булырлыҡ, ҡыҫҡартыуҙар янамаҫлыҡ ҡына түгел, күңеле лә ятырлыҡ, һәләте лә асылырлыҡ урынға алдан әҙерләү мөһим.

Фәлән ерҙә алтын бар...
Барһаң, баҡыры ла юҡ


Эш эҙләгәндәрҙе төрлө тоҙаҡтар көтөп кенә тора: аҡса түләргә яратмаған ойошмалар, селтәрле маркетинг вәкилдәре, хатта енәйәтсел төркөмдәр. Дәүләт ҡарамағындағы предприятиеларҙа ла хеҙмәт хаҡын төрлө сәбәп табып ҡырҡырға, яңы килгәндәрҙе бер-ике ай эшләткәндән һуң, өс-дүрт мең һум тоттороп, урамға сығарып ебәрергә тырышҡандар осрап ҡуя. Һәйбәт урынға эләгеүе ауыр, таныш-тоношоң йә “хәтәр шәп белгес” тигән даның булмаһа.
Ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә ауыл ерен­дә йәшәгән ир-ат, вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләүҙе һайлай. Бының, әлбиттә, йәшерәктәр, буйҙаҡтар өсөн уңай­лы яҡтары күптер, әммә өйләнгән­дәргә ауыр һынау – айҙар буйы ситтә булыу йыш ҡына өйҙәге ыҙғыштарҙың, хатта никах тарҡалыуының сәбәбенә әйләнә.
Яңыраҡ бер танышым шулай тип зар­ланып торҙо: “Йыраҡта оҙаҡ йәшәп, ғаилә тормошонан ситләшеп бөтәм дә, ҡайтҡас, ҡатыным менән бер-беребеҙҙе аңлай алмай, үсегешеп тик йөрөйбөҙ. Төрлөһө була инде: баш бирмәҫкә тырышыу ҙа, шикләнеү, көнләшеү ҙә... Себергә күмәкләп күсенеп барыуҙан да файҙа самалы шул: миңә лә, кәләшемә лә эш табырға, йәшәр өсөн иркен торлаҡ йүнләргә, балаларҙы баҡсаға, мәктәпкә урынлашты­рырға кәрәк бит. Ҡасан да барыбер тыуған яҡҡа ҡайтырға тура киләсәк, унан иһә бында яраҡлашаһы...” Ҡыҫҡаһы, егет ҡәнәғәт түгел. Кеше бит ғүмер буйы бил бөгөү өсөн тыумай, донъяның матурлығын да күргеһе килә уның. Тиҫтәләрсә йыл ситтә ялланып эшләп йөрөп, йәшлек уҙа, туғандарың, яҡындарың, атай-әсәйең менән иҫән саҡтарында ихлас аралашыу, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, рәхмәт әйтеү форсаты ла сыҡмай бәғзеләргә. Башҡа төбәктәр, ниндәй генә бай, йәшәүгә уңайлы, хозур булмаһын, тыуған төйәгеңде алмаштыра алмай. Ят кешеләрҙе лә күңелең туғандарыңдай яҡын ҡабул итмәҫ.
Себерҙә хеҙмәттең баһаһы, һис шик­һеҙ, юғары. Аҡсаны арыу түләйҙәр, социаль гарантиялар, торлаҡ һәм башҡаһы тәьмин ителә. Шул ғына. Тағы нимә бар һуң унда? Әгәр Башҡортостанда ла эш хаҡы Себерҙәгеләй булһа, кем юлланыр ине икән һыуыҡ яҡҡа? Нужа, сараһыҙлыҡ ҡына йөрөтә.
Вахта ысулы менән эшләүселәрҙе төрлө хәүеф һағалауы тураһында ишет­кән бар. Ҡайһы бер фирмалар хеҙмәт хаҡын тотҡарлап йонсота, шунлыҡтан өйгә ҡайтыуҙы бер нисә айға кисек­терергә лә тура килә. Таныштарымдан берәү яңыраҡ Когалымда эшләп ҡайтты, айына 30 мең һум ғына бирҙеләр, поезға ла түләмәнеләр, өҫтәп 2 меңде тотторҙолар ҙа вәссәләм, ти. Үҙебеҙҙә 10 – 15 меңгә ялланыу яҡшыраҡ инде, тимәк. Әйткәндәй, Себергә 50 – 60 мең һумлыҡ эш хаҡына өмөтләнеп барғандар йыш ҡына шуны иҫәпкә алмай: бер ай баш күтәрмәй тир түккәндән һуң шул сама ваҡыт мәжбүри ял иткәс, файҙаны икегә бүлеп һанарға кәрәк түгелме?
Һуңғы йылдарҙа Интернетта “Вахта” тигән иғлан биреп мутлашыусылар ҙа күбәйҙе. Мәҫәлән, 90 мең һумлыҡ эш хаҡы түләнгән урын тәҡдим итәләр ҙә уның адресын, телефонын алыу өсөн ниндәйҙер иҫәпкә 900 һум күсереүеңде һорайҙар. Аҡсаңды күргәс тә “кадрҙар агентлығы” һинең барлығыңды онота. Мең кешене генә һемәйткән хәлдә лә күпме табыш ала улар! Хатта ҡалала офис асып эшләгән агентлыҡтар ҙа алдашыуҙан тартынмай: аралашсы булараҡ хаҡ түләтәләр ҙә Себерҙең фәлән ҡалаһында бер нисә вакансия барлығын әйтәләр, адрестарын да бирәләр, унда иһә һинең урыныңды күптән икенселәр биләгән. Бик күптәргә меңдәрсә саҡрым үтеп, хәтһеҙ аҡса әрәм итеп, буштан-бушҡа йөрөп ҡайтырға тура килә шулай.
Әлбиттә, Себерҙә оҙаҡ йылдар уңышлы ғына эшләгән, үҙенең тормош мәғәнәһен шунда тапҡан яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Бер кемгә лә һүҙ тейҙерергә теләмәйем. Тик ситтә йөрөүҙең һәр кемгә ҡулай булмауы хаҡында иҫкәртергә иҫәбем.

Иң ҡулайы – үҙ шөғөлөң

Минеңсә, беҙҙең заман кешеләренә, айырыуса йәштәргә, шәхси эш асыуҙан да яҡшыраҡ юл юҡ. Бизнес бит нимәнелер осһоҙға табып, хаҡ өҫтәп һатыу ғына түгел, ул бихисап өлкәлә ойошторола һәм төрлөсә була ала. Юғиһә йәмәғәт аңына эшҡыуарҙың сауҙагәргә оҡшаш образы ныҡ һеңгән. “Юҡ, мин нәмә һата белмәйем! Нисек эшҡыуарлыҡҡа тотонайым инде шунан, – ти күптәр. – Етмәһә, магазиндар аҙым һайын хәҙер, көнәркәшлек ҙур”. Был, әлбиттә, бизнес тураһында бер яҡлы ғына фекер йөрөтөүҙән килә.
Ә һеҙҙең йүнселдәр мәнфәғәтендә ҡабул ителгән ҡанундарҙы, дәүләт программаларын уҡығанығыҙ бармы? Мәҫәлән, Башҡортостандың умартасы­лыҡҡа ҡағылышлы законын ҡарайыҡ. Бал ҡорто тотоусыларға шул тиклем күп хоҡуҡтар, өҫтөнлөктәр бирелә: ауыл хужалығы ойошмалары умарта ҡуйыуға ер бүлеүҙән баш тартмаҫҡа тейеш, күстәрҙе тейәп алып китеп барған кешегә ЮХХДИ инспекторы бәйләнә алмай... Былар менән әлегәсә таныш булма­ғандар, исмаһам, ҡыҙыҡ өсөн күҙ йүгертеп сыҡһын: закон түгел, ә хазина!
“Ғәмәлдә дәүләт ҡанундары һәм программалары нисек үтәлә икәнен беләбеҙ бит инде”, – тип ҡырт киҫергә әҙерҙәр бар. Әммә уныһы – икенсе мәсьәлә, хакимиәт вәкилдәренең, яуаплы кешеләрҙең ихтыярына һәм шәхси сифаттарына бәйле хәл-шарттар. Әгәр закон талаптары һанға һуғылмай икән, судҡа мөрәжәғәт итеп булһа ла хәҡиҡәт тантанаһына өлгәшергә мөмкин бит.
Бер хеҙмәттәшебеҙ, журналислыҡтан китеп, ҡайҙалыр олаҡҡайны. Йыл самаһы уҙғас, Өфөлә күрештек. “Вәт рәхәт йәшәйем хәҙер! Түрә-ҡара артынан ҡәләм, блокнот тотоп сабып йөрөгәндә ҡапыл күңелемдә ғәрлек тыуҙы ла шәхси кәсеп асырға ҡарар иткәйнем, – тип һөйләне ул. – Апрелдә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары хаҡында программа ҡабул ителгәс, бизнес-план төҙөп тәғәйен урынға тапшырҙым да, дүрт күс һатып алып, умартасылыҡҡа тотондом. Көҙгә ун ике күсем булды. Декабрҙә дәүләт, әлеге бизнес-планымды хуплап, 300 мең һум субсидия бүлгәйне, быйыл ҡорттарҙы тағы арттырырға уйлайым”. Тағы бер йылдан осрашҡанда элекке коллегабыҙ йөҙҙән ашыу умартаһы барлығы, кәсебенең гөрләп барыуы тураһында хәбәр итеп, шатлығы менән уртаҡлашты, хатта эшкә саҡырҙы. “Йылына дүрт-биш ай ғына тырышам, ә килемде умырып алам”, – ти. Әле бына бер класташым да шәхси юридик контораһында халыҡты хеҙмәтлән­дереү менән бер рәттән бал ҡорттары тота. Законды һәйбәт белгәс ни.
Эшҡыуар булыуҙан һис ҡурҡырға ярамай, был аҙым ил халҡы өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш, ти дәүләт етәкселәре. Һалым түләтеүҙең ябайлаштырылған системаһы ысынлап та йүнсел­дәр­ҙе ҙур мәшәҡәттәрҙән азат итә. Үҙаллы шөғөл­ләнеү дәүләткә йә берәй ойошмаға ялланып йөрөүгә ҡарағанда уңайлыраҡтыр ҙа. Беренсенән, өҫтөңдән идара итеүсе юҡ, ирекле график буйынса эшләргә лә була, икенсенән, һалымды аҙыраҡ түләйһең, өсөн­сөнән, юридик статусың башҡалар менән мөнәсәбәт урынлаштырыу йәһәтенән киң мөмкинлектәр аса. Хәтһеҙ аҡса тотоноу ҙа кәрәкмәй: шәхси эшҡыуар булып теркәлеүгә мең һум етһә, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте алты меңгә асырға була.
Финанс көрсөгө башланыу менән Рәсәй Хөкүмәте бизнесты яҡлау, үҫтереү маҡсатында тағы бик күп сара ҡабул итте. “Һалым каникулы” менән генә сикләнмәй, бюджеттан тыш фондтарға иғәнә күләмен кәметергә, хатта эшҡыуарҙарға иҡтисади енәйәт өсөн язаны йомшартырға уйлайҙар. Бәлки, улай уҡ кәрәкмәҫ тә ине, әммә Президент Владимир Путин эшҡыуарлыҡтың эске тулайым продуктҡа индергән өлөшөн алдағы биш йылда әлеге 21 проценттан 50-гә, һис юғында 45-кә тиклем еткереү бурысын ҡуйған. Шәхси милектәге ойошмаларҙа эшләүселәрҙе бөгөнгө 18 миллиондан 40 миллионғаса арттырыу талап ителә. Ошондай киҫкен үҙгәрештәргә бармайынса, халыҡтың бизнесҡа ҡарашын ыңғайға бормайынса, маҡсатҡа өлгәшеп булмаясаҡ.
Йүнселлекте үҫтереү дәүләттән бигерәк үҙебеҙгә кәрәк. Бында һәр кем үҙ урынын таба ала – шәхси эшҡыуарҙың төрлө нәмә менән шөғөлләнеүе мөмкин, тинек бит. Мәҫәлән, водитель, иретеп йәбештереүсе, йыйыштырыусы, мал ҡараусы булып та подряд килешеүе нигеҙендә эшләргә була. Иң мөһиме – һин мәшғүлһең һәм шул уҡ ваҡытта иреклеһең, үҙең белгән һәм теләгән өлкәлә бизнес ойоштора алаһың. Фермерлыҡта, төҙөлөштә, туризмда кем үҙен һынап ҡарарға теләмәҫ ине икән? Белгестәр асыҡлауынса, хәҙерге заман кешеләрен аҡсанан бигерәк ижади мөхит, һәләттәрҙе үҫтереү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Улайға китһә, эшҡыуарлыҡтан да уңайлыраҡ нимә бар?
Әлбиттә, кешене шәхси бизнесҡа бәләкәй саҡтан уҡ ылыҡтырырға, йүнселлекте маҡсатҡа ярашлы тәрбиә­ләргә кәрәк. Был йәһәттән мәғариф, әҙәбиәт, матбуғат, мәҙәниәт бик ҙур ярҙам күрһәтә алыр ине. Баланы байлыҡ ҡоло итеү түгел, ә мал табырға өйрәтеү зарур.
Был тема тирәләй һөйләшергә лә һөйләшергә була. Гәзит уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуһа, “Башҡортостан” бизнес асыу тәртибе, уңайлы һалым режимы, ябайлаштырылған системала бухгалтер иҫәбе һәм башҡалар хаҡында аңлатып яҙырға әҙер.



Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Малтабар
    Малтабар от 04.05.2015, 11:18
    Эшҡыуарлыҡ һәр ваҡыт хәүеф менән бәйле, шуға ла унда тик ҡыйыуҙар ғына бара. Кем башлаған, шул эшләп китә ул. Ә зарланып йөрөүселәр - эшләргә яратмағандар. Башҡорт эшҡыуарҙарын үҫтереү өсөн айырым мәктәп, т.е. кружоктар, курстар, клубтар, ҡыҫҡаһы, уйланылған сәйәсәт кәрәк.

  2. Риза
    Риза от 05.05.2015, 13:32
    Бай башҡорт ағайҙарҙың күптәре ярлы милләттәштәрен үҙе янына тартмай, бөтә бәлә шунда. Бер-беребеҙҙе поддерживать итергә кәрәк иң беренсе.

  3. Радик
    Радик от 08.05.2015, 22:14
    Беҙҙең милли элита формалашмаған. Эре башҡорт бизнесмендары юҡ, авторитеттар ҙа, техник яҡтан донъяға билдәле ғалимдарыбыҙ ҙа. Шуға беҙҙе һанламайҙар. Бөтөн өмөт - йәштәрҙә. Уларҙы дөрөҫ тәрбиәләйек! Динде лә үҫтерергә кәрәк, тик дөрөҫ йүнәлештә.

  4. TT
    TT от 01.07.2015, 14:04
    Бер ерҙә лә кешене ҡәҙерләмәйҙәр хәҙер, дәүләт эшендә лә, бизнеста ла. Эш хаҡын ҡырҡалар, саҡ бер нәмә булһа, ҡыуалар. Эш табыуы, эшләп алып китеүе ныҡ ҡыйын. Ҡол итеп күрәләр. Урыҫ байы теҙгә йөгөндөрһә, башҡорт байы ергә ятҡырҙы тигәндәй.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504