Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәрт бар ҙа ул, дарман ҡайҙа?
Кеше өсөн иң мөһиме — торлаҡ. Унһыҙ лайыҡлы йәшәү ҙә, балалар тәрбиәләү ҙә, эшеңдән, булмышыңдан ҡәнәғәтлек кисереү ҙә ауыр. Бөгөн республикабыҙҙа 70 меңдән ашыу граждандың торлаҡҡа мохтажлығы, яртыһының тип әйтерлек субсидия һәм сертификаттарға хоҡуҡлы булыуы мәсьәләнең ни тиклем көнүҙәклеге һәм ҡырҡыулығы хаҡында һөйләй.
Был хаҡта юғары кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барылыуына ҡарамаҫтан, торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ырамлы аҙымдар әлегәсә һиҙелмәй. Мәҫәлән, былтыр ни бары 5 667 кеше дәүләт ярҙамынан файҙаланған, йәғни дәүләт граждандар алдындағы йөкләмәһен ни бары 13 процентҡа үтәгән. Төҙөлөштәге бындай хәл Башҡортостан Президентын һис тә ҡәнәғәтләндермәй. Яңыраҡ “Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән үткәрелгән кәңәшмәлә республика башлығы “миллионлы” ҡалалар араһында Өфөнөң — иң һуңғы, ә республиканың илдә 60-сы урында барыуын билдәләгәйне.
Был көрсөктән нисек сығырға? Ошо хаҡта Республика йортонда үткән социаль торлаҡ төҙөүҙе ҡырҡа арттырыуға арналған видеоконференцияла байтаҡ эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны, проблеманы хәл итеү юлдары билдәләнде.
— Былтыр республикала социаль торлаҡ күләме 30 мең квадрат метр тәшкил итте. Был — ғәфү ителмәҫлек ифрат түбән күрһәткес, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. — Быйыл республика һәм федераль бюджеттарҙан дәүләт ярҙамына мохтаждар өсөн 4,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Премьер-министрҙы республикалағы етем балаларҙы торлаҡлы итеү мәсьәләһе лә бик борсой. Былтыр уларҙың 1300-ө фатир менән тәьмин ителергә тейеш булһа ла, ни бары 430-ы ғына хоҡуғынан файҙаланған. Видеоконференцияла ҡатнашыусы вазифалы етәкселәрҙең отчеттары Азамат Фәттәх улын ҡәнәғәтләндермәне. Күпме генә кәңәшмә, ултырыш үткәрмә, әлеге лә баяғы бер балыҡ башы, һылтаныуҙар, аҡланыуҙар, төрлө сәбәп эҙләүҙәр, күрәһең, үҙәккә үткән.
Шулай ҙа был кәңәшмәлә социаль торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү буйынса яңғыраған фекерҙәрҙең аныҡлығы, тос һәм эшлеклелеге “боҙ”ҙоң, ниһайәт, урынынан ҡуҙғаласағына ишаралай. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин белдереүенсә, торлаҡ программаһында ҡатнашыусылар өсөн фатир арзан хаҡҡа төҙөләсәк. Социаль торлаҡ хаҡы ерҙе бушлай биреү һәм инженер-коммуникация селтәрҙәрен республика бюджеты иҫәбенә үткәреү һөҙөмтәһендә кәмейәсәк. “2011–2015 йылдарға Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү” программаһына ярашлы, аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн үҫтереүгә һәм инженер селтәрҙәрен үткәреүгә быйыл республика бюджетынан 2,53 миллиард һум аҡса йүнәлтелергә тейеш. “Бөгөн ни бары 23 муниципаль берәмектә генә төҙөлөш эштәрен башларға мөмкин”, — тине Сергей Иванович һәм урындағы хакимиәт етәкселәре алдына 1 мартҡа тиклем тейешле бөтә документтарҙы әҙерләп тапшырыу бурысын ҡуйҙы.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511