Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәрәбәләй теҙелеп, ынйылай һоҡландырып торһон
Гәрәбәләй теҙелеп, ынйылай һоҡландырып торһон“Теш һыҙлау ғазабын дошманыңа ла теләмә”, — тиҙәр. Бының һис тә юҡҡа ғына әйтелмәүен ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла теше һыҙлап яфаланған кеше яҡшы аңлай торғандыр. Ярай әле, шул сағында күҙ төбәп барыр, ҡөҙрәтле ҡулдары менән ярҙам итәсәгенә ныҡлы ышанған теш табиптарыбыҙ бар.
Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына тештәрҙе һаҡларға, сәләмәт булһын өсөн көн дә тәрбиәләп тороу кәрәклеге хаҡында ауыртыу-һыҙланыуға дусар булғас ҡына иҫкә төшөрәбеҙ.
Тештәребеҙ гәрәбәләй теҙелеп, ынйылай һоҡландырып торһон өсөн нимәләр эшләргә һуң? Булмаһа, һүҙҙе стоматология өлкәһендә 25 йыл эшләп, бай тәжрибә туплаған, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, Республика стоматология поликлиникаһының юғары категориялы хирургы Хәмит Мирза улы УСМАНОВҠА бирәйек.
Беҙгә, ғәҙәттә, урты шешкән, хәлдәре ауырайған пациенттар мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың барыһы ла тештәрен һаҡлауға етди ҡарай тип әйтеп булмай. Йылына ике тапҡыр сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында табипҡа күренеү кәрәклеген оноталар. Саҡ ҡына борсой башлау менән үк сараһын күрергә ашығырға ла бит, әммә йыш ҡына битарафлыҡ менән осрашырға тура килә. Хирург ишеген, ғәҙәттә, теш ҡаҙнаһында, ауыҙ ҡыуышлығында сир ҡатмарланғас ҡына ҡағалар. Һуңлап мөрәжәғәт итеүҙәренә аҡланыу өсөн сәбәп етерлек. Кемдер ваҡыт юҡлыҡты һылтау итә, икенсе берәү эштән ебәрмәүҙәренә зарлана. Бынан тыш, хәҙер дарыуханаларҙа ауыртыуҙы баҫыусы препараттар күп. Шуға күрә үҙ аллы дауаланыу менән мауығыусылар ҙа бар. Һыҙланыу үтмәгән осраҡта йәки хәлдәре үтә ныҡ киҫкенләшкәс, барыбер табипҡа киләләр, әлбиттә. Теште юғалтыуға, һурып ташлауға тиклем еткермәү өсөн стоматологка күренеүҙе кисектермәү мотлаҡ. Күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны әйтә алам: мөрәжәғәт итеүселәрҙең өстән ике өлөшө хәле ҡырҡыуланғас ҡына беҙгә табан юл ала. Дәүләт гарантияһы буйынса, ауыртыуҙы баҫыу өсөн укол яһау, рентген үткәреү һәм табип ярҙамы түләүһеҙ. Үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙар ҙа сит илдекенән һис ҡайтыш түгел, айырмаһы бик аҙ.
Һаулыҡтарына етди ҡараған пациенттар ҙа булғылай. “Доктор, тештәремә күҙ һалығыҙ әле, бөтәһе лә тәртиптәме?” — тип ҡыҙыҡһыналар. Ундайҙар араһында йәштәрҙең артыуы һөйөндөрә. Шулай уҡ әсә булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙың да тештәренә иғтибар итеүе — ыңғай күренеш.
Тештәрҙең боҙолоуына килтергән сәбәп байтаҡ. Мәҫәлән, эскән һыуыбыҙға, ризығыбыҙға һәм нисек ашауыбыҙға ла бәйле сәләмәтлек. Йәнә беҙҙә туҡланыу мәҙәниәте юҡ. Аҙыҡты ҡабаланмай сәйнәгәндән һуң ғына йоторға кәрәк. Ғәҙәттә, ашыҡ-бошоҡ ҡына ашайҙар ҙа эстәре ауыртыуға зарланалар. Әлбиттә, ауырта, сөнки ашҡаҙан эре киҫәктәрҙе ваҡытында эшкәртеп өлгөрмәй. Яҡшылап сәйнәп йотмағас, организм өсөн кәрәкле матдәләр ҙә үҙләштерелмәй. Тимәк, бындай осраҡта аҙыҡ үҙ функцияһын үтәмәй булып сыға.
Тештәрҙе, теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн аҙыҡ менән ингән витаминдарҙың әһәмиәте ҙур. Шуға күрә ризыҡты төрләндереп, әҙ-әҙләп туҡланыу һәм күберәк йәшелсә-емеш ашау файҙалы.
Халыҡ тештәрҙе юҡҡа ғына ынйы менән сағыштырмаған. Ысынлап та, улар матур һәм һоҡландырырлыҡ булырға тейеш. Ә ғәмәлдә нисек һуң? Маҡтанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, хәҙер ортодонттарға мөрәжәғәт итеүсе үҫмерҙәр артты. Балаларға, нигеҙҙә, яһалма һөт эсереү, пюре, йогурт кеүек йомшаҡ аҙыҡ ашатыуҙың һөҙөмтәһе был. Теш ҡаҙнаһы нығынһын, яңаҡ һөйәге дөрөҫ үҫешһен өсөн ҡаты аҙыҡ кимереү һәм сәйнәү мотлаҡ. Һөт тештәре төшөп бөткәс, бер-бер артлы ҡалҡҡан яңыларының тигеҙ генә булып үҫмәүе шуға бәйле. Бынан тыш, кескәйҙәрҙе тештәрен иртәле-кисле дөрөҫ итеп таҙартырға күнектереү мөһим.
Борсоған тағы бер мәсьәлә хаҡында ла әйтеп үткем килә. Әле һаман ауыл халҡының күбеһе урындарҙа стоматология ярҙамынан файҙалана алмай. Белгестәребеҙ бар, уларға ҡытлыҡ юҡ, әммә йәштәр эш хаҡы түбән йәки торлаҡ проблемаһы хәл ителмәй тип, барған ерендә төпләнмәй. Һөҙөмтәлә ауыл кешеһе үҙ ваҡытында табипҡа күренә алмай.
Хәҙер стоматология өлкәһе ҙур үҫеш кисерә, оло ҡаҙаныштарға өлгәшелә. Мәҫәлән, табиптар тештең тамыры ғына ҡалған осраҡта ла уны һаҡларға тырыша. Хирургтарыбыҙ үҙенсәлекле алымдарҙы ҡыйыу үҙләштерә, заманса аппараттар ярҙамында тештәргә лә ҡайтанан “ғүмер” бүләк итә. Шулай ҙа һәр кем үҙ сәләмәтлегенә етди ҡараһын, сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында табипҡа күренергә өйрәнһен ине.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 288

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 078

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 193

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 254

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168