Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сиргә бармы ауыҙлыҡ?
Сиргә бармы ауыҙлыҡ?“Инновационный Башкортостан” (2011 йыл, декабрь) журналында донъя күргән “Яман шешкә ҡаршы көрәш ҡағиҙәләре” тигән мәҡәлә яҡын киләсәктә сирҙе еңеүгә өмөт уята. Яман шешкә ҡаршы көрәш юлдарын билдәләгән һәм ышаныс менән һуғарылған сығыш сит илдәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уның авторы – Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия һәм онкология кафедраһы мөдире, Республика онкология диспансерының онкология клиникаһы директоры, Башҡортостандың Онкологтар ассоциацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Шамил ГАНЦЕВ менән әңгәмәлә сирҙе дауалау ысулдары, иҫкәртеү юлдары һәм уны бөтөрөү буйынса ҡаҙаныштар хаҡында һүҙ барҙы.
– Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль яңыраҡ Өфөләге сығышында һуңғы биш-алты йылда медицина ярҙамының яҡшырыуын, һөҙөмтәлә ватандаштарыбыҙҙың ғүмеренең яҡынса дүрт йылға оҙайыуын хәбәр иткәйне. Шул уҡ ваҡытта, Н.Н. Блохин исемендәге Рәсәй онкология ғилми үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа яман шеш осрағы 1,5 тапҡырға артҡан. Шамил Хәнәфи улы, бындай ҡапма-ҡаршы күренешкә ниндәй аңлатма бирерһегеҙ?
– Яман шеш тураһында һүҙ сыҡһа, йыш ҡына экология шарттарын яманлайҙар. Хатта Арктиканан килтерелгән ҡар һыуын эскән, тышта респиратор кейеп йөрөгән, иң файҙалы ризыҡтар менән туҡланған хәлдә лә яман шеш менән ауырыу осраҡтары буласаҡ. Сәбәп тирә-яҡ мөхиттә түгел, ә кешенең үҙендә, уның күҙәнәктәрендә. Беҙ әллә күпме күҙәнәктән торабыҙ. Улар туҡтауһыҙ үрсей, бүленә. Араларында эшкә яраҡһыҙҙары ла килеп сыға, сөнки етештереүҙә кәмселектәр булмай тормай. Мәҫәлән, машиналарҙа, самолеттарҙа – барыһында ла етешһеҙлектәр осрай бит. Никотин, алкоголь, бысраҡ һыу һәм һауа, сифатһыҙ ризыҡ был артыҡ күҙәнәктәрҙең яман шешкә әүерелеү ваҡытын тиҙләтә.
– Яман шештең операциянан һуң да ҡабатланған осраҡтары билдәле. Уны тамырынан юҡҡа сығарыу алымдары бармы?
– Беҙҙең иҫәпләү буйынса, операциянан һуң шеш ике йылдан ҡабатлана. Химия терапияһына өмөтөбөҙ ҙур ине, әммә уның дауаһы бер йылға ғына етә. Яман шешкә ҡаршы дарыуҙар ҙа ҡулланыла, улар айырым осраҡтарҙа ғына һәйбәт һөҙөмтә бирә. Ошо һәм башҡа дауалар бергә ҡулланылһа, хәлде тотороҡландырыу саралары күрелһә, сирҙең ҡурҡынысы юҡ. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарының ҡырҡынсы президенты Рональд Рейган үҙ ғүмерендә өс тапҡыр яман шешен алдыра. Ул 93 йәшкә етә. Ә үлеме икенсе сирҙән була.
Ошо урында онкология буйынса операция кисергән кешеләрҙе реабилитациялау мәсьәләһен күтәрге килә. Беҙ пациенттарға психологик ярҙам күрһәтә алабыҙ, әммә уларҙы шифахана һәм курорттарға ебәреү системаһы үҫешмәгән, сөнки был закон тарафынан тыйылған. Бындай мөнәсәбәт менән килешмәйбеҙ: дауаның файҙаһы булһын өсөн яман шеште кисергән кеше мотлаҡ табиптар эргәһендә, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында көс йыйырға тейеш.
– Башҡортостанда онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәшкә айырым иғтибар бирелгән. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағында Онкология институты асылды, һеҙҙең етәкселектә онкология клиникаһы эшләй. Уларҙа алып барылған тикшеренеүҙәр ниндәй һөҙөмтә бирә?
– Бөгөн донъяның барлыҡ онкологтары ҡарашын нанотехнологияларға йүнәлтте. Көнбайыш клиникалары ауырыу күҙәнәктәргә үтеп инерҙәй дарыуҙар өҫтөндә эшләй. Өфө ғалимдары ла ошо йүнәлештә тикшеренеүҙәр алып бара – микрокиҫәксәләрҙе дарыу менән тулыландырып, яман шеште юҡҡа сығарырға ынтыла. Әгәр ошондай дарыуҙы яһауға һәм ҡулланышҡа индереүгә өлгәшһәк, был донъя медицинаһының ҙур ҡаҙанышы буласаҡ. Тик дарыуҙар химик ысул менән яһаласаҡ.
Һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә таянып, беҙ шулай ҙа яман шеште тәбиғи ысул менән еңергә теләйбеҙ. Быға тиклем сирҙе шашындырыусы тип иҫәпләнгән лимфа туҡымаһының, киреһенсә, уның үҫешен тотҡарлауын асыҡланыҡ. Тимәк, организм үҙе үк яман шешкә ҡаршы система булдыра. “Был туҡыманы нисек етештерәһең, Кеше?” – тип һорағыбыҙ килә. Яуапты тапһаҡ, уларҙы күбәйтер һәм организмға тәбиғи ысул менән ярҙам итер инек.
Онкология сиренә дусар булыусыларҙы һауыҡтырыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер ҙур проект тураһында ла һөйләргә тейешмен. Беҙ Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Нормаль физиология институты, Швецияның Лунд университеты, Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары менән берлектә вакцина етештереү һәм вакцинациялау технологияһын уйлап таптыҡ. Һөйләшеүҙәр алып барылған урындарҙа вакциналарҙы етештерергә әҙерҙәр. Бындай дауа яман шештең күп төрҙәренә ҡаршы торорға ярҙам итәсәк.
– Өҫтәлегеҙҙә “Ҡалҡан биҙендәге яман шеште диагнозлау” тигән яңы китабығыҙ күҙгә салынды. Йөҙҙән ашыу дауалау ысулын уйлап табыуығыҙҙы, тиҫтәләрсә уҡыу әсбабы, меңдән ашыу фәнни мәҡәлә авторы булыуығыҙҙы ла беләбеҙ. Тупланған ҡаҙаныштарығыҙ һәм тәжрибәгеҙ башҡа табиптарға сирҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Был юлы яман шеште иҫкәртеү буйынса кәңәшегеҙҙе ишетке килә.
– Сирҙең төп сәбәбе — үҙебеҙҙе һаҡламауҙа. Беренсенән, тәмәке тартыу ғәҙәтенән ҡасырға кәрәк. Икенсенән, спиртлы эсемлектәр эсеү ҡәтғи тыйыла. Бик тә эсмәйенсә булдыра алмаһағыҙ, байрамда көслө булмаған затлы, сифатлы шараптан ауыҙ итергә мөмкин. Ҡояшта ҡыҙынғанда ла, туҡланғанда ла саманы оноторға ярамай. Туҡланыу тигәндәй, өҫтәлгә артыҡ күп аш-һыу ҡуймау яҡшыраҡ. Кешегә тәү сиратта аҡһым кәрәк, ул иттә, балыҡта күп. Аҡһымдағы аминокислоталар күҙәнәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй. Был матдә етмәһә, проблемалар башлана ла инде.
Икмәкте күп ашамағыҙ, консерваларҙы һәм консервантлы ризыҡтарҙы ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ, шәрбәтле ризыҡтан тыйылығыҙ, сәйгә шәкәрҙе күп һалмағыҙ. Былар барыһы ла күҙәнәктәргә артыҡ көсөргәнеш өҫтәй. Сирҙе иҫкәртеүҙең иң яҡшы сараһы – ҡыҙғылт-һары йәшелсә-емеш менән туҡланыу. Мәҫәлән, һырғанаҡтан ҡайнатма әҙерләгеҙ йәки туңдырылған емештән компот яһағыҙ, көн дә 50 грамм кишер һуты эсегеҙ.
– “Яман шеш” тигән диагнозды пациенттар ғына түгел, ҡайһы бер табиптар ҙа оло ҡаза тип ҡабул итә. Шамил Хәнәфи улы, ә һеҙҙең һөйләгәндәрегеҙ, киреһенсә, ҡурҡыуҙы баҫа.
– Был сиргә ҡарашты ғына түгел, уның медицина телендәге “рак” тигән атамаһын да үҙгәртергә ваҡыт, тип иҫәпләйем. Борон яман шештең ҡыҫала кеүек йәйелеүен аңлатырға теләп, шулай атағандар. Хәҙер ул һүҙ кешеләрҙә ҡурҡыу уята. Беҙ ҙә пациенттарға диагнозын әйткән саҡта, “рак”, “яман шеш” һүҙҙәрен ҡулланмаҫҡа тырышабыҙ. “Һиндә яман шеш түгел, карцинома,” – тиһәк, кеше тынысланып ҡайтып китә. Кире осраҡта ул төшөнкөлөккә биреләсәк. Карапты нисек атаһаң, ул шулай йөҙә, тиҙәр бит. “Карцинома” тиеү пациенттарҙы һауығыуға ынтылдырһа, уларға өмөт бирһә, ғалимдарға сиргә ҡаршы һөҙөмтәлерәк көрәшергә ярҙам итәсәк. Кешегә йәшәү көсө биргән дә, тотош цивилизацияны үҫешкә ынтылдырған да өмөт бит.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518