Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » киләсәк алдында яуаплылыҡ
Айыҡлыҡты өҫтөн итеүселәр, йәғни “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылыусылар араһында благоварҙар быйыл да бар. Мәҫәлән, Яныш ауыл Советына ҡараған Шырлыҡ, Нейфольд һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ауылдары халҡы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барып, бәйгелә еңеүгә өмөтләнә.
Республика кимәлендә үҙҙәрен танытырға теләүҙәренә ғәжәпләнәһе түгел, бар йәһәттән дә тырышлыҡ күрһәтә улар. Күптән түгел “Айыҡ ауыл” республика конкурсы комиссияһы ошо төбәктә булып, мәктәп уҡыусылары, йәштәр һәм өлкәндәр менән осрашты, атҡарған эштәре менән танышты.


Яныш әллә ни ҙур түгел, 400-ҙән ашыу кеше йәшәй, нигеҙҙә, өлкә­нәйә барыусылар. Шулай ҙа хеҙ­мәттә сыныҡҡан быуын дәртен һүрелтмәй көн итә. Мәҙәни тор­моштоң гөрләп барыуын үҙ күҙ­ҙәребеҙ менән күреп ышандыҡ. “Беҙҙә халыҡты берләштергән саралар даими уҙғарыла”, – тиеү­ҙәре лә раҫ булып сыҡты. Мәҫәлән, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Моң­дар ҡайтһын ауылға!” кеүек һуңғы ваҡытта йыш уҙғарылған саралар олоһон да, кесеһен дә дәррәү йыя. Ауылды йәмләп, ҙур мәсет ултырыуына ла иғтибар иттек. “Күп кеше йөрөмәһә лә, тәрбиә биреү урынына йәштәрҙең йышыраҡ аяҡ баҫа башлауы һәйбәт”, – тинеләр.
Әйткәндәй, Аллаһ йортон һал­ды­рыуға ошо төбәктә тыуып үҫкән шағир һәм композитор Миҙхәт Әбделмәнов көс түккән. Был хаҡта айырым бер ғорурлыҡ менән хәбәр иттеләр. Мәҙәниәт йорто менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан китапхана ла исем өсөн генә асылмай. Ғөмүмән, Янышта халыҡтың йәшәйешен мәғәнәле итергә, сағыу кисәләр үткәреп йәмләргә тыры­шыу­ҙарына ышанылды. Ғүмер­ҙәренең һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыу­ған ағай-апайҙар ҙа әртис­лектәрен ташларға уйламай икән, театр түңәрәгенә ихлас йөрөйҙәр, тинеләр. Ә мәҙәниәт йорто директоры Мәхмүт Ибраһимов хаҡында әйтеп тораһы ла түгел – йәне-тәне менән сәнғәт донъяһына мөкиббән кешеләрҙең береһе. Уның “Алтын Урал” конкурсында ҡатнашыуы менән дә ғорурланалар.
Яныш ауыл хакимиәте башлығы Ирек Шәйәхмәтов әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылырға теләк белдерер алдынан һәр мәсьәләне ете ҡат үлсәгәндәр. Теләк тыуыу менән генә түгел бит, ошо төбәктә көн иткән һәр кемдең сараның маҡса­тын, мөһимлеген тәрән аңлауы ла кәрәк. Иң элек депутаттар менән кәңәшләшелгән, артабан халыҡ менән һөйләшеп, бер ҡарарға киленгән.
Эште “иҫерткес эсемлек эс­мәйек!” тигән саҡырыуҙан түгел, ә сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн күрһәтеүҙән башлағандар. Күмәк халыҡ ҡатнашҡан байтаҡ сара ойошторолған. Йәштәрҙе һәм үҫ­мер­ҙәрҙе заман афәттәренән йолоп ҡалыу бурысы тәүге урынға ҡуйылған. Йөктө барыһы бергә, йәғни мәктәп, ауыл хакимиәте, китапхана һәм клуб хеҙмәткәрҙәре берҙәй тарта.
Шырлыҡ ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк тышҡы яҡтан күр­кәмлеге менән йәлеп итеп торһа, бина эсендә һәр кем зауы­ғына ярашлы сарала ҡатнаша ала. Китапханасы Зөһрә Ибраһимованан да уңғандар, йәштәрсә дәрт менән гөрләтеп алып бара ул һәр эште.
Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тиҙәр бит. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә атҡарылған эштәрҙең отчет өсөн булмауына инандыҡ. Колхозда эшләгән, фиҙакәр хеҙ­мәт­тәре орден-миҙалдар менән баһаланған ауылдаштарын да, һуғыш ветерандарын да берҙәй хөрмәтләйҙәр бында. Шырлыҡ­тар­ҙың музейы менән танышҡандан һуң, һис һүҙһеҙ, һәр кемдең үҙҙә­рендә лә ошондай мөйөш булдырыу теләге тыуалыр. Уларҙағы кеүек йәш ғаиләләр клубы ла һәр ҡайҙа юҡ. Балалар буш ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн юлын да, йыһазлан­дырыуға аҡса ла табып була икән. Һөҙөмтәлә кескәйҙәр яҡты, сағыу бүлмәлә рәхәтләнеп шөғөлләнә ала.
Әйткәндәй, төбәктә сәләмәт тор­мошҡа юл әле генә алынмаған. Былтыр, мәҫәлән, райондың ҡа­тын-ҡыҙҙар советы ағзалары, айыҡ­лыҡҡа әйҙәп, автомобилдә ошо яҡтан да үткән. Яныш ауыл Со­веты биләмәһендәге ауылдар “Айыҡ ауыл” республика бәйге­һендә еңерме-юҡмы – уныһы тәү­маҡсат түгел. Шулай ҙа иң мөһиме -– сәләмәт йәшәүҙең өҫтөн­лөгөн үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙҙәре миҫалында ышаныуҙа ҡиммәте.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518