Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түләүле уҡытыуҙың яңы юлдары йәки Алтын ҡалаҡтан, баҡыр һауыттан ашатасаҡтармы?
Элек-электән интернаттарҙа ауыл ерендә йәшәгән күп балалы йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнә ине. Хөкүмәтебеҙ алдында уларҙы кәрәкле кейем-һалым, йәшәү шарттары менән тәьмин итеү бурысы торҙо. Төпкөл ауылдан булған балаларҙы аҙна һайын алып барыу, кире килтереү өсөн тәғәйен автобус бүленде. Тап шулай күптәр юғары белемгә эйә булды, тормошта үҙ юлын тапты. Һуғыш йылдарында ла Өфәләге Ленин исемендәге интернат ябылманы, барлыҡ райондарҙан етем балаларҙы йыйып, һабаҡ бирҙе.


Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, тормош бер аҙ үҙгәреп, донъялар яҡшырғас, бындай белем усаҡтары яңыртылып, лицей, гимназия статусын алды. Төп бурыс – ауыл ерендә йә­шәгән балаларға белем биреү – шул көйөнсә ҡалды. Бындай мәктәптәрҙән иң яҡшы уҡыу­сылар һайлап алынды, һәләтле балалар йыйылды. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандырырлыҡ: йыл һайын гимназия-интернатты тамамлағандар республиканың ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, сит ил юғары уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Милли кадрҙар үҫтерелде.
Әммә ошондай күренеш кемгәлер оҡшама­ны шикелле. Ваҡытында быны туҡтатыу, тамырына балта сабыу кәрәк тип уйлаусылар табылды. Шулай булмаһа, яңы уҡыу йылы алдынан ғына балалары интернатта уҡыған ауыл халҡын шаҡ ҡатырырлыҡ яңылыҡ уйлап табыр инеләрме?! Яңылыҡтың да ниндәйе бит: уҡытыу өсөн түләүҙең дүрт тапҡырға артыуы! Бөтә ил буйынса аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырмау өсөн махсус ҡарарҙар ҡабул ит­кәндә, етәкселәр белем алыуға хаҡтың күтә­релеүенә күҙ йома түгелме һуң?
Мәҫәлән, былтыр көньяҡ-көнсығыш район­дарының берҙән-бер белем усағына әйләнгән Сибай гимназия-интернатында баланы уҡы­тыу ата-әсәгә айына 700 һумға төшһә, яңы йылдан 2 мең 800 һумыңды сығарып һалырға тура киләсәк. Аҙмы был, күпме? Ауыл кешеһе өсөн үтә ҡыйбат. Баланы кейендерергә, аҙна һайын ҡайтып йөрөүенә, юлына аҡса бирергә, дәреслектәр алырға һәм башҡа сығымдарға түләргә кәрәк. Ә ғаиләлә балалар күп булһа?
Мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу һө­ҙөмтәһендә бөгөн ҡайһы бер ауылдарҙа мәктәптәр ябыла. Ҡасандыр гөрләп торған ике ҡатлы белем усаҡтары башланғыс йәки тулы бул­маған мәктәптәргә әүерелде. Шунлыҡтан туғы­ҙынсы класты бөткән уҡыусыларҙың күбеһе күрше ҡалалағы йәки Өфөләге гимназия-интернаттарға барырға мәжбүр. Бөгөн ошо сәйәсәтте аңлаған “аҡыллы баштар” уларҙың артабан юғары белем алмауын көҫәп, хаҡ­тарҙы күтәрә түгелме һуң? Тарих тәгәрмәсе йәнә миллә­тебеҙгә хәүеф янап, кире әйләнә түгелме? Илебеҙҙә белем биреү түләүһеҙ булған ваҡытта, “бәйгелә аттар түгел, хаҡтар саба”.
Дөрөҫ, барыһына ла юғары белемгә эйә булыу ҙа кәрәкмәйҙер, бәлки. Туғыҙынсы клас­тан һуң уҡырға инерлек колледж, лицейҙар байтаҡ. Элек насар өлгәшкәндәрҙе ҡолаҡта­рынан һөйрәп тигәндәй урта һөнәри белем биреү йорттарына ебәргәндәр, ауыл балалары ла шунда уҡыһын, тип әйтеүселәр табылыр. Эшсе һөнәренә ихтыяж ҙур, әммә киләсәктә юғары уҡыу йортона уҡырға инәм, Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы билдәләргә тапшырам тигән хыялдар менән гимназия-интернатҡа килгән баланың ни ғәйебе бар?
Иманым камил: күптәр артабан уҡыта алмау сәбәпле, балаларын унан кире алырға мәжбүр буласаҡ. Ә улар ҡайҙа барыр? Уҡыу йорттарында студенттарҙы ҡабул итеү тамамланды. Был осраҡта кем ғәйепле: аҡса юҡлыҡтан балаһын кире ҡайтарған ата-әсәме, әллә ошо ҡанундарҙы сығарып ултырған етәк­селәрме?
Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалды, кемгәлер байрам, кемгәлер хайран көнө тыумаҫ тимә...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 168

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 197

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 109

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168