Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ышанысһыҙ быуын”мы ни?
“Ышанысһыҙ быуын”мы ни?“Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренә
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар күрмәй
Әлеге уҡыусыларҙың хаҡ башы”,
– тип төшөмдә йырлап ебәргәнмен.
Ошо Берҙәм дәүләт имтиханы бар­ғанда енем ҡоторорға тотона. Тыныс йоҡлай алмайым. “Шулай инде, мин дә бит уҡытыусы булдым”, – ҡапыл уянып, шундай уйҙарға биреләм. Йөрәгем әрней. Беҙ БДИ-ның нимә икәнен дә белмәнек, әммә төрлө ҡалалағы юғары уҡыу йорттарында белем алып, тормошта үҙ урынын тапҡан, ғалим дәрәжәһенә күтәрелгәндәр күп булды. Уҡыусыларым араһында ла кемдәр генә юҡ: дан ҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре...
Бөгөн бындай ауыр уйға бер мин генә бирелмәйемдер. Фекеремде уртаҡ­лашыусылар күп, әммә уларҙы ишетеүсе генә юҡ.
Бынан тиҫтә йыл элек тә Берҙәм дәүләт имтиханына кире мөнә­сәбәтемде белдергәйнем.
“Иртән тороп, БДИ-ға килде,
Йөҙ саҡрым – алыҫ ара ул.
Ингәс, бәҙрәфкә лә бара алманы –
Ян-яғында тора ҡарауыл.
Имтихан түгел был, ә мең михнәт,
Йөрәктәрҙә ҡалыр яра ул”,
– тип яҙғайным.
Ысынлап та, иртүк тороп, автобуста соҡор-саҡырлы юлдан әллә нисәмә саҡрым юл үткән ас уҡыусыла имтихан ҡайғыһымы ни?
Үҙем барлыҡ ғүмеремде мәғарифҡа арнаным, бөгөн дә унһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһен тапмайым. 80 йәштән аша атлауыма ҡарамаҫтан, уҡытыусыларым һаман да иң изге ярҙамсым, кәңәшсем, ҙур тормошҡа юл күрһәткән бөйөк шәхес булып күҙ алдымда тора. Дөрөҫ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, аслыҡ-яланғаслыҡ шарттарында беҙгә йүнләп уҡыу мөмкинлеге булманы, шулай ҙа белемгә, яҡты киләсәккә ынтылыш бер ваҡытта ла һүнмәне. Уҡытыусыларыбыҙҙы фәрештә кеүек күрҙек, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ.
Урта мәктәпте тамамлағас, дәүләт комиссияһы алдында имтихан тота торғайныҡ. Белем кимәле менән бер рәттән тормошҡа әҙерлегебеҙ, ватан­сылыҡ, рух кимәле баһаланды. Имтихан тамамланыу менән яландан тере сәскә йыйып, гөлләмә яһап, уҡытыусыға, класс етәксеһенә, комиссия ағзаларына бүләк итә инек...
Остаздарымдың “Илдең, респуб­ли­каның киләсәген тәьмин итергә те­йешһегеҙ. Беҙгә ышаныслы алмаш булып киләһегеҙ” тигән һүҙҙәре әле булһа күңел түремдә һаҡлана. Шулай өлкән һәм йәш быуын араһында тоғролоҡ, ныҡлы ышаныс булды. Бер-беребеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә, серләшә инек. Уҡытыусы һәр баланың холоҡ-фиғелен, белем кимәлен яҡшы белде, зауығына ярашлы һөнәр һайларға булышлыҡ итте.
БДИ тапшырмаһа ла, замандаштарым тәүгеләрҙән булып йыһан карабы төҙөп, Йыһанды айҡаны, атом станцияларына нигеҙ һалды, донъя кимәлендә дан ҡаҙанған завод-фабрикалар ҡорҙо. Һөҙөмтәлә башҡалар беҙҙең системаны, тәжрибәне өйрәнеп, үҙ практикаһына индерҙе. Шул осорҙа тәрбиәләнгән бихисап ғалимыбыҙ әле сит илдәргә хеҙмәт итә.
Хәҙер тотош мәғариф тармағы тик БДИ мәнфәғәте өсөн эшләй, башҡа хәстәрлектәр онотолдо кеүек. Мәк­тәптәрҙә илдең киләсәген тапшы­рырлыҡ лайыҡлы быуын әҙерләнәме? Йәй башынан киң мәғлүмәт сараларында “имтихан үтәсәк кабинеттарға фәләнсә видеокамера ҡуйылды, металл эҙләү ҡорамалдары һатып алынды, күҙәтеүселәрҙең һаны шунсаға артты” кеүек отчеттар яңғырай башлай. Тимәк, балаларыбыҙ “ышанысһыҙ быуын”мы ни? Үҙебеҙҙең киләсәк быуынды шулай түбәнһетеү мәғариф тармағы өсөн килешкән хәлме?
Белем биреү өлкәһендә хәҙер тик­шереүсе өҫтөнә тикшереүсе берке­телгән: министрлыҡта инспекторҙар бар, шундай уҡ вазифалы кешеләр һәр район-ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында эшләй. Элек иһә бер комиссия ентекле тикшереү үткәрә лә ғәмәли ярҙам күрһәтә торғайны. Бер нисә йыл элек, инспекторҙарҙан тыш, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ булдырылды. Республикалағы бындай ойошмала 60 тирәһе кеше эшләй. Был да аҙ икән: быйыл федераль министрлыҡтан БДИ-ны тикшереү өсөн өҫтәмә көс ебәрелгән.
Имтихандың тағы бер бәләһе бар: бала үтә юғары балл йыйһа, уға, уҡытыусыһына, ата-әсәһенә, дирек­торға, хатта мәғариф идаралығы етәксеһенә ышаныс бөтә, йәнәһе, улар алдаҡ менән шөғөлләнә. Балды аҙ йыйһаң да, шул уҡ хәл.
Минеңсә, БДИ баланың белем ки­мәлен сағыштырмаса ғына билдәләү мөмкинлеген бирә. Йәштәрҙе илдең лайыҡлы гражданы, инсафлы, на­мыҫ­лы, юғары патриотик рухлы шәхес итеп тәрбиәләүҙә БДИ-ның файҙаһын күрмәйем. Ауыл мәктәптәренең күпләп ябылыуы, бәғзе­ләрендә түңәрәктәрҙең, секция­ларҙың йүнләп алып барылмауы, уҡытыу­сыларҙың эшһеҙ ҡалыуы ҙур борсоуға һала. Аҡсаны БДИ-ға сарыф иткәнсе, ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә тотонһалар, күпкә отошло булыр ине, тип уйлайым.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505