Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәм булһаң, аҡсаға ялынма, тауарға табынма
Кеҫәлә йөрөткән телефонымды ике тапҡыр юғалтырға тура килде. Ул, ябай маркалы булыуына ҡарамаҫтан, бик ныҡ – төшөп китһә лә, ватылмай; минең өсөн бик ҡулайлы булғас, яңыларын алғанда ошо уҡ моделде һайлай инем. Хәҙер таныштарым: “Телефоның Василий Иванович Чапаевтан ҡалдымы әллә?” – тип йыш мәрәкәләй. Минең өсөн ике генә функция – шылтыратыу һәм SMS яҙыу – кәрәк булһа ла, телефонды яңы, “текәрәк” моделгә алмаштырырға тура килер инде, тип уйлай башланым. Үҙемде әйбер ҡоло тип һанамайым, тик уға бик ҡаршылашһам да, бөгөнгө йәмғиәт тора-бара мине ошо хәлгә төшөрәсәк тип йөрөйөм. Ул ғына ла түгел, яҡын киләсәктә руль артына ла ултырырға тура киләсәк – ҡатыным йөрөткән машинаға өҫтәп яңыһын алырға кәрәк булыр. Бер хәжәте булмаһа ла (беҙҙең ғаиләгә бер автомобиль дә етә). Өфө юлдарының тығындарын тағы ла арттырыуға булышлыҡ итәсәкмен генә. Был машинаны һатып алыр өсөн аҡса кәрәк буласаҡ – кредит һаҙлығынан сығып булмаҫ инде. Балаларға ла машина алырға кәрәк булырмы икән? (Бөтә нәмәләре лә – торлағы, машинаһы һ.б. — ата-әсәһе тарафынан йүнләп бирелгән хәҙерге балаларға тормошта ынтылырға ниндәй маҡсаттар ҡалыр икән?). Был мәғәнәһеҙ ярышта ирекһеҙҙән ҡатнашҡаным мине генә борсомайҙыр. Тауар, аҡса артынан ҡыуыу күптәребеҙҙең йәшәү маҡсатына әйләнде. Тормоштоң мәғәнәһе икенсе бит инде.




Яңыраҡ Интернет селтәрендә бер фажиғә тураһында уҡып, шаңҡып йөрөнөм. Уңышлы ғына эшләгән ҡытай бизнесмены, бер молл (бик ҙур супермаркет, унда уртаса 80 минут йөрөргә тура килә) буйлап биш сәғәт буйы яратҡан ҡатыны менән тауар һайлап йөрөгәндән һуң, етенсе ҡаттан һикереп үлә. Ҡатыны тағы ла бер бутикка инеп сығырға тәҡдим иткәндә, “Нимәгә һиңә йөҙ ҙә утыҙ икенсе туфли?” тип һорауына тегенеһенең “Һин һаран!” тип яуаплауы быны сығырынан сығара.
Ысынлап та, хәҙерге замандың был проблемаһы бер мине генә борсомай. Психологтар шопоголизм тигән яңы сир барлыҡҡа килде тип тә бара. Шул уҡ Германияла 800 мең кеше “тауар наркоманы”на әйләнгән, ти. Көнбайыш дәүләттәрендә халыҡтың 42 проценты әйберҙе уйлап етмәйенсә һатып ала икән. Беҙҙең социологтарҙың иҫәпләүе буйынса ҡатын-ҡыҙҙың – 54, ә ир-егеттең 39 проценты — тауар ҡоло. Ҡыҙ балаларҙың яртыһынан күберәге был сир менән ауырый башлай икән. Ир-аттың күпселеге әйберҙең хаҡы менән ҡыҙыҡһынмай, ә ҡатын-ҡыҙ араһында 14 проценты ғына һатыулашмай. Супермаркеттарҙа йышыраҡ (60–70%) алдан планлаштырылмаған тауарҙарҙы алалар икән. Өфөлә киосктарға ҡаршы алып барылған көрәштең әтнәкәһе ошоноң менән аңлатыла ла инде. Берәй тарафта сәйәхәт итеп ҡайтҡандарҙан ундағы музейҙар тураһында һорашһаң, күптәре баҙар тураһында һүҙ ҡуйырта. Өфөбөҙ тиҙҙән бер ҙур сауҙа йортона әйләнмәҫ тимә. Ауылдан килгән таныштарым “Был өфөләр эшләмәйме ни?” тип аптырай, сөнки халыҡтың күбеһе магазиндар буйлап йөрөй.
Ғалимдар нисаларҙың (ҡатын-ҡыҙҙың) ир-атҡа ҡарағанда шопоманияға нығыраҡ бирелеүен тарихи сәбәптәр менән аңлатып маташа. Йәнәһе, борон-борондан улар нәмә йыйып өйрәнгән. Ә ир-ат, һунарсы булараҡ, нимә “атырын” алдан белә – тиҙ генә кәрәген һатып ала, шунлыҡтан магазинда оҙаҡ булырға яратмай. Ә хәҙерге сауҙа һарайҙарында “һунарсының йәнлеге” – тауар — уға үҙе ҡаршы сығып тора. Һунарсы өсөн был бик ҡурҡыныс бит – ул магазиндан тиҙерәк сығып тайыуҙы хуп күрә.
Нисаларҙың шопинг өсөн ир-атҡа ҡарағанда күберәк ваҡытын бүлеүен кемдер уларҙың һаҡсылыраҡ булыуы менән аңлатырға тырыша. Әммә юғарыла килтерелгән мәғлүмәттәр уларҙың оҫтараҡ һатып алыусы икәнен һис тә генә раҫламай. Ҡатын-ҡыҙ һайлаған бөтөнләй кәрәкһеҙ, мәғәнәһеҙ тауарҙарҙың исемлеген төҙөү ҙә етә. Бер тапҡыр ғына ҡулланырлыҡ яңы кухня йыһаздары, балалар өсөн яңынан-яңы ҡулайламалар, спорт тренажерҙары, кейем-һалым (йыш ҡына бер тапҡыр кейеп күренер өсөн генә), интерьер әйберҙәре – барыһы ла гүзәл заттарыбыҙҙың нәфсеһе арҡылы алына.
Шопоголизмға дини кешеләр генә бирешеп бармай, тиҙәр. Әммә ҡайһы бер мосолманса кейенгән ҡыҙҙарҙы күреп, уларҙың ысын күңелдән дингә бирелгәненә шикләнәм: көн дә яңынан-яңы матур кейемдә йөрөгән мөьминәләребеҙ иман түгел, ә икенсе нәмә тураһында нығыраҡ уйлайҙыр, моғайын.
Уйлап ҡараһаң, кешегә әллә ни күп кәрәкмәй бит инде – йәшәргә өйөң, ашарға ризығың, кейергә кейемең булһа етә. Беҙ әйбер ҡолона әйләндек, күптәребеҙ быны танырға ла теләмәй. Телевизор, компьютер – быларҙың бөтәһе лә тиерлек беҙҙе, ярҙам итеү урынына, үҙенә буйһондора, ҡолона әйләндерә, ялған юлға ебәрә. Көнө-төнө атаһының балтаһы менән уйнап ултырған баланы күҙ алдына килтереүе бик ауыр, ә компьютер алдында ашарын онотҡандар бихисап. Ни сәбәптәндер хәҙерге әйберҙәр ошондай сихри көскә эйә. Яңыраҡ Интернет өсөн балаһын үлтергән ҡатын тураһында ишетеп, хайран ҡалдым…
Ул ғына ла түгел, һәр беребеҙҙең башында аксиомаға әйләнгән “Аҡсаң булһа, бөтә нәмәне лә алырға мөмкин” тигән фекер ята. Ысынлап та, тәү ҡарашҡа был дөрөҫ һымаҡ. Кеҫәңдә аҡсаң ғына булһын – баҙар һиңә бөтә нәмәне өйөңә тиклем килтереп бирергә әҙер. Төндә араҡы һатыуҙы тыйып та өлгөрмәнеләр, яңы “хәмерсанттар” телефон, Интернет аша заказ йыя башланы – йәнең теләгәнен 5 минуттан килтерерҙәр. Был аксиома тормош ҡанунына әйләнде – бөтә нәмәне кеше аҡса аша баһалай башланы, ихлас ярҙам күрһәткән, аҡсаны инҡар иткән кеше сәйер тип иҫәпләнә. Күптәр байлыҡтың ниндәй юл менән табылғанына иғтибар ҙа итмәй башланы. Аҡсаң бар икән, һин абруйлы – шәхси тормошта һинән дә насарыраҡ кеше булмаһа ла.
Баҙар шарттарында тауар, үҙенең тәбиғи сифаттарынан тыш, яңы тылсымлы көскә эйә була башлай. Машина транспорт сараһы ғына булып ҡалмай, үҙенең хужаһына ниндәйҙер дәрәжә, мәртәбә бирә, телефон да бәйләнеш өсөн генә хеҙмәт итмәй, хужаһына абруй өҫтәй. Кеҫәлә 15 мең һумлыҡ телефон булһа, үҙебеҙҙе икенсе кеше итеп тоябыҙ. Машинабыҙ ҙа текә, сит илдә эшләнгән булырға тейеш. Әйберҙәр, хеҙмәт итеү урынына, беҙҙе үҙенә буйһондора, беҙгә ҡуша, бойора. Кеше, бер-береһен шәхси сифаттарына ҡарап баһалау урынына, уның кейгән кейеме, биләгән вазифаһы, йөрөгән машинаһы, булған-күргән илдәре һ.б. буйынса фекер төйнәй башлай. Үҙенең кешелек бурысын үтәү урынына әҙәм балаһы бөтә ғүмерен аҡса, әйбер туплауға бағышлай. Кемдер дуҫтарын, туғандарын да йәлләмәй, кемдер байлыҡ хаҡына һаулығын, йәнен бирә… Аҡса өсөн нимә генә эшләмәйҙәр! Бәхеткә өлгәштем инде тигәндә, ырыҫ ҡайҙалыр юғала. Ғүмеренең аҙағында ғына бәхеттең бөтөнләй икенсе нәмәлә икәнен аңлай кеше, әммә йыш ҡына һуң була.
Ни рәүешле тауар беҙҙең иғтибарҙы яулап алды һуң? Ни өсөн беҙ бала һымаҡ сағыу, ялтыр әйберҙәр ҡолона әйләндек? Ниңә бөтәһе лә матди байлыҡ өсөн башҡарыла, ә киреһенсә – әйберҙәр беҙҙең өсөн – түгел? Ни өсөн уларҙың кәрәге һатып алғас та бөтә?
Беҙ бала саҡта һауала вертолет күренһә, тиҙ генә ергә ҡулса яһап ҡуя торғайныҡ, йәнәһе, тәгәрмәсе төшөп ҡалған тип уйлап, беҙҙең эргәгә ултырһын. Был бер ҡатлылыҡ ошо тимер ҡоштоң һауала осоп йөрөй алыу тылсымын аңлап етмәүҙән килгәндер. Шуның һымаҡ беҙ әле лә “Аҡсаң булһа, бөтә нәмәне алырға мөмкин” тигәнгә бала һымаҡ ышанабыҙ. Булмай шул! Һин күпмелер тауар ғына һатып алаһың, әммә ысын абруйға, мөхәббәткә, дуҫлыҡҡа, ихтирамға, иреккә, бәхеткә матди байлыҡ аша өлгәшеү мөмкин түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518