Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байҙарҙың нәфсеһен кем тыйыр?
Байҙарҙың нәфсеһен кем тыйыр?
Өфө ҡалаһының Октябрь районына ҡараған Нуғай ауылын халыҡ “Рублевка” тип йөрөтә. Ысынлап та, бында килһәң, халыҡтың социаль хәле төрлө икәне шунда уҡ күҙгә ташлана. Бөтөнләй иҫкергән, емерелә башлаған өйҙәр менән ябай ғына ауыл йорттары аралаш урынлашҡан. Улар араһында ҡалҡып сыҡҡан хан һарайҙары иһә бында бөтөнләй аҙашып килеп сыҡҡан һымаҡ күренә.



Байҙарҙың нәфсеһен кем тыйыр?Хәйер, быға аптырайһы түгел. Заманаһы шулай: аҡсаң бар икән, бөтә нәмәне лә һатып алып була. Ҡалын кеҫәле әфәнделәр Нуғай ауылының күрке булып торған быуаның киләсәген үҙҙәренсә хәл итеп тә ҡуйған: уның эсенә инеп, таш, тупраҡ ташып, ярымутрау “эшләп” йорттар күтәрә. Быға улар нисек һәм ҡайҙан рөхсәт алғандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы...
— Ағай, балыҡ бармы?
— Бар-барлығын. Саҡ ҡына тоттом. Хәҙер икенсе ергә барам. Бында оҡшамай миңә.
— Нишләп?
— Байҙарҙың һарайҙарына ҡарап ултырғым килмәй. Ағиҙел буйына төшәм.
— Йорттар ҡамасаулаймы?
— Киреһенсә, беҙ уларға ҡамасаулайбыҙ. Кешеләрҙең шул тиклем дә оятһыҙ булыуына аптырайым. Халыҡ тураһында уйламай, үҙенә кәрәген уратып алдылар. Ярын нығыттылар, кәртәһен дә ҡуясаҡтар. Мин күптән ошонда балыҡҡа йөрөй инем. Башҡа килмәҫмен, тип ултырам. Тора-бара бала-сағаны ла биҙҙерерҙәр инде, — тип көрһөндө үҙен Иван тип таныштырған оло йәштәге ағай.


Байҙарҙың нәфсеһен кем тыйыр?Рәсәйҙең Һыу кодексына ярашлы, торлаҡ йорттарҙы һыу ятҡылығынан 20 метрҙан да яҡыныраҡ һалырға ярамай. Һәр граждан һыу буйына теләһә ҡайһы ярҙан килә, һыу инә йәки яр буйлап йөрөй алырға тейеш. Бындай ерҙе ҡуртымға алыу йәки хосусилаштырыу тыйыла. Нуғайҙа һалынған йорттарҙан ярға тиклем 17 – 18 метр самаһы бар. Бында Һыу кодексының 65-се статьяһы тупаҫ боҙолған. Әммә штраф – ни бары бер меңдән ике мең һумғаса. Сумма ҙур түгел. Шуға ла бай хужалар уны бер ауырлыҡһыҙ түләп, ни теләйҙәр – шуны ҡылалар.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, башҡа күҙәтеү ойошмалары, ахыр килеп, Өфө ҡала хакимиәте Нуғай быуаһы тирәһендә килеп тыуған борсоулы хәлгә ҡасанғаса күҙ йомоп ҡарар икән? Ҡомһоҙҙарҙың ҡулына бөгөн һуҡмаһаҡ, иртәгә ауылдың йәме булған быуаның әҫәре лә ҡалмаясаҡ бит.


Байҙарҙың нәфсеһен кем тыйыр?Быуаға терәтеп тороп ике ерҙә төҙөлөш башлағандар. Ҡыҙыл кирбестән һалынған мөһабәт йорт быуаның яһалма ярымутрауында ултыра. Төҙөлөш йылдам бара. Эшселәре лә бихисап. Күбеһе — мигрант. Ярҙы ике яҡтан да нығытҡандар. Ике-өс метр бейеклектәге бетон плитәләр ярҙамында ҡоро ер майҙанын бермә-бер арттырғандар. Бында бер түрә хужа, ти урындағы халыҡ. Ә бына эшселәр менән һөйләшеп булманы. Урамда йөрөгәндәре аңламамышҡа һалышты. Шул арала бригадир килеп сығып, беҙҙе итәғәтле генә итеп ситкә оҙатты. Камераны күреп: “Фотоға төшөрмәһәгеҙ, хәйерлерәк булыр. Башығыҙға бәлә алыуығыҙ ихтимал”, — тип киҫәтеп тә ҡуйҙы.
Йорт эргәһендә төҙөүселәр өсөн “уңайлыҡтар” бар. Йәшәр өсөн вагон да, тышҡа өҫтәл-ултырғыс та, душ та, бәҙрәф тә ҡуйылған. Һуңғыларының һыуы ҡайҙа аҡҡаны билдәле инде...
Икенсе йорт та елле генә. Уның янына барыуы еңелдән түгел. Был хан һарайының да быуаға яҡын урынлашыуы, үлсәмәһәң дә, күренеп тора.
Ҡайтыр алдынан быуаның икенсе яғынан терәтеп тигәндәй һалынған сауҙа үҙәге эргәһендә туҡтаныҡ. Үҙәктең хужалары урынында булмай сыҡты. Беҙҙең гәзиттән икәнде белгәс, магазин алдында һатыу итеп ултырған апайҙар ҡурҡа-ҡурҡа ғына һүҙ башланы.
— Гәзиткә яҙаһығыҙмы? Беҙҙең исемдәрҙе атамағыҙ инде. Нуғай һуңғы йылдарҙа үҫте. Халыҡ күбәйеү менән проблемалар ҙа артты. Үҙәкләштерелгән һыу системаһы, юл, коммуникациялар юҡ. Был проблеманы нисектер хәл итергә кәрәк. Ябай халыҡ ошондай мәсьәләләр менән янып йәшәгән мәлдә, эргә-тирәлә зиннәтле йорттар ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк һымаҡ күбәйә. Уларға ябай халыҡтың аһ-зары нимәгә кәрәк?! Көнө буйы тегендә-бында төҙөлөш өсөн йөк ташыған машиналар, кискеһен һыра эсеп иҫергән мигранттар арҡаһында балаларҙы урамға сығарыуы ла ҡурҡыныс, — тип һөйләне инәйҙәр.
— Ҡайҙалыр мөрәжәғәт иткәнегеҙ булманымы? Был хәлде нисектер үҙгәртеп булалыр бит?
— Һеҙ төҙөлөштөң хужалары кем икәнен беләһегеҙме?
— Юҡ, күҙаллайбыҙ ғына.
— Шулай булғас. Уларға ҡаршы закон юҡ, улар бит уны үҙҙәре яҙа!
Нуғайҙан күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ҡайттыҡ. Ысынлап та тотош быуаға хужа булған байҙарҙың нәфсеһен тыя алыр көс бармы донъяла?







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518