Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Икеләтә түләнергә тейешме?
Дауаханала табип булып эшләйем. Күптән түгел мине дежур итергә ҡуйып торҙолар. Ял көндәрендә эшләгәнем өсөн икеләтә түләнергә тейешме?

Салауат.
Өфө ҡалаһы.

Ниндәй ял тураһында һүҙ бара? Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре күҙ уңында тотоламы? Әллә шәхси графигығыҙға бәйле ваҡытмы? Шуға бөтәһен дә аныҡлап әйтер өсөн хеҙмәт килешеүен ҡарарға кәрәк. Әгәр унда һеҙҙең өсөн ҡаралған графикка ярашлы, ял көнөндә эшләһәгеҙ, икеләтә түләнергә тейеш. Әгәр шәхси эш көнөгөҙ шәмбегә йәки йәкшәмбегә тап килгән икән, эш хаҡы ғәҙәттәгесә буласаҡ, сөнки һеҙ күсмә график буйынса дежур итәһегеҙ.

Мутлыҡ ҡылырға тырышалар
2004 йылда 20 мең һум күләмендә кредит алғайным. Бурысымды ҡайтарҙым. Күптән түгел коллекторҙар компанияһы 9 мең һум күләмендәге бурысты ҡайтарыуымды һораны…

Зилиә.
Иглин районы.

Был осраҡта кемдер һеҙгә ҡарата мутлыҡ ҡылырға тырыша, ахырыһы. Шулай ҙа борсолмағыҙ. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 196-сы статьяһына ярашлы, бөтә сроктар ҙа үткән. Шуға түләү кәрәкмәй. Был хәлгә иғтибар бирмәгеҙ. Әгәр ныҡлап борсой башлаһалар, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
Күрше баҡсаның хужаһы беҙҙең ҡойманан 1 метр алыҫлыҡта гараж төҙөй. Уның оҙонлоғо – 12, киңлеге – 5, бейеклеге – 6 метр. Был төҙөлөштө тыйырға ниндәй ҙә булһа ҡанун бармы?

Ҡойманан 1 метр алыҫлыҡта ҡаралты төҙөргә мөмкин. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 222-се статьяһына ярашлы, күршегеҙ төҙөлөш эшен үҙ белдеге менән атҡара тип әйтеп булмай. Был осраҡта гараждың бейек булыуы һөҙөмтәһендә яҡтылыҡ насар төшә тип экспертиза үткәрергә мөмкин. Ә уны суд ҡына тәғәйенләй ала. Әгәр суд процесында хоҡуҡтарығыҙҙың боҙолоуы асыҡланһа, төҙөлөш эштәрен алып барыусы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бурыслы.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518