Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмғиәттең торошон нимә билдәләй?
Йәмғиәттең торошон нимә билдәләй?
— Сабыйҙар үлеменә юл ҡуйыу хәҙерге заманда оят, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең сираттағы ултырышында.

Һуңғы йылдарҙа республикала яңы тыуған сабыйҙарҙың үлем күрһәткесе кәмеүгә барһа ла, ҡайһы бер райондарҙа был тәңгәлдә алға китеш юҡ. Өҫтәүенә ҡайһы бер төбәктәрҙә был хәл ҡырҡыуланғандан-ҡырҡыулана ғына.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала сабыйҙар үлеме 7,6 промилле тәшкил итә (Рәсәйҙә — 8,4, Волга буйы федераль округында — 8,2). Әммә былтыр Салауат (1000 сабыйға 18,7 үлем осрағы), Нуриман (17,2), Ҡыйғы (18,3) райондарында үлемдең ике тапҡырға артыуы менән һис килешеп булмай. Сабыйҙар араһында үлем күрһәткесе һаулыҡ һаҡлау тармағының ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына баҫтыра.
Ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеге — айырым етди тема. Республикала былтыр бала табыу осраҡтарының ни бары 30 процентҡа яҡынын “нормала” тип иҫәпләп булһа, Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының акушер-гинекология бүлексәһендә был күрһәткес 2,7 процент ҡына тәшкил иткән. Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевтың әйтеүенсә, тармаҡтың иң “ауыртҡан” урыны — медицина хеҙмәткәрҙәренең етешмәүе. Мәҫәлән, акушер-гинекологтар менән 60, неонатологтар менән — 50, педиатрҙар менән — 63, реанимотолог-анестезиологтар менән 47 процентҡа ғына тәьмин ителгәнбеҙ.
Шул сәбәпле быйыл медицина вуздарына маҡсатлы йүнәлеш буйынса килешеүҙәргә ҡайһы бер үҙгәрештәрҙең индереләсәген дә хәбәр итте министр. Килешеү төҙөгән яҡтар үҙҙәренең бурыстарын үтәмәгәндә штраф һалыу менән бәйле аныҡ саралар күреләсәк. Ултырышта яңы тыуған сабыйҙар өсөн мобиль реанимация комплекстары менән йыһазландырылған “Ашығыс ярҙам” автомобилдәрен арттырыу ҙа ҡаралды.
Хөкүмәт ултырышының көн тәртибендәге икенсе мәсьәлә Рәсәй Президентының 2012 йылғы май указдарын тормошҡа ашырыуға, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыуға арналды. Был йәһәттән ырамлы аҙымдар яһалыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тармаҡтарҙа хәлде яҡшыртыу талап ителә.
Республика биләмәһендә рөхсәтһеҙ төҙөлгән объекттарҙың ғәҙәти хәлгә әүерелеүе менән килешә алмауҙарын да белдерҙе ултырышта ҡатнашыусылар. Был тәңгәлдә тәртип булдырыу өсөн етди, оҙайлы, планлы эш талап ителә.
Рөстәм Зәки улының белдереүенсә, Ҡырым менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә 23 апрелдә ҡул ҡуйыласаҡ.
Башҡортостанға Ҡырымдағы Белогорский районына ярҙам итеү бурысы йөкмәтелгән. Киң ҡоласлы эште ойоштороу өсөн яуаплылыҡ беренсе вице-премьер Рәүеф Ноғомановтың иңенә һалына. Республика башлығының әйтеүенсә, 65 меңгә яҡын кеше йәшәгән Белогорский районында хәл ябай түгел. Торлаҡ фонды, коммуналь, инженер инфраструктураһы ныҡ туҙған. Хатта күп ҡатлы йорттарҙа ла үҙәк йылытыу системаһы эшләмәй, эҫе һыу юҡ.
20 йылдан ашыу ваҡыт арауығында Украина хөкүмәте социаль өлкәне бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырған. Район — Ҡырымда газ үткәрелмәгән берҙән-бер төбәк. Шулай итеп, республикабыҙ етәкселегенә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлөү менән ышанысты аҡлау өсөн башкөллө эшкә сумырға тура киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509