Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөт ҡуҙы ғына йылыта
Өмөт ҡуҙы ғына йылыта
Башҡортостан картаһының өҫкө өлөшөндәге "ярымутрау"ға күҙ һалғанығыҙ барҙыр. Салауат батыр тоҡомдары йәшәгән был төбәк бар яҡтан Силәбе өлкәһе менән "ҡамалған". Салауат районының иң төпкөлдәге Ишембай ауыл Советы халҡы тап ошо "ярымутрау"ҙа көн итә лә инде.




Гәзит — һуңғы ышаныс
Өмөт ҡуҙы ғына йылыта — Бәй, ҡайҙа һуң юл күрһәткес? — Малаяҙҙан М-5 трассаһына килеп еткәс, шоферыбыҙ ҡайҙа боролорға белмәй аптырап ҡалды. Ысынлап та, Миндеш ауылына күрһәткән бер билдәнең дә булмауы ғәжәп хәл. Ярай әле, Ишембай ауыл Советының хәстәрлекле рәйесе, шуны белептер, беҙҙе оло юл буйында ҡаршы алып торған, уны күргәс, эскә йылы инде. Утыҙ градустан ашҡан һыуыҡ көндә аҙашып йөрөү һис кенә лә уйын эш түгел.
Район үҙәгенән 37 километр алыҫлыҡта ятҡан Миндеш ауылына илтеүсе юлға, ниһайәт, төшөп, ап-аҡ юрғанға төрөнгән ҡырҙарҙы күҙәтеп барабыҙ. Ташландыҡ мал ҡуралары, элекке ферма биналарының емереклектәре, үткән быуаттағы гөрләп торған күмәк хужалыҡ тормошон күҙ алдына килтереп, хәҙер инде буталсыҡ замандағы мәғәнәһеҙ үҙгәрештәргә, хужаһыҙлыҡ һәм ғәмһеҙлеккә тере һәйкәл булып ҡалған. Эркелеп көтөү-көтөү мал йөрөгән, гөрләшеп һауынсылар һәм малсылар һуҡмаҡ һалған ерҙә йән эйәһе күренмәй, эс бошорғос тынлыҡ ҡына...
Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Боронғо ауыл ул Миндеш. Уның хаҡында Петербург Фәндәр академияһы академигы П. Паллас юлъяҙмаларында 1770 йылдың 25 майында Йүрүҙәнгә ҡойған Бирҙеш шишмәһенән өҫтәрәк ятҡан башҡорт ауылы Миндешкә эңер төшкәндә килеүе хаҡында хәбәр итә. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғалары буйынса ла тарихҡа билдәле ул, тап ошо ауылда Салауат батырҙы карателдәр эләктергән дә.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 340 кешенең йәшәгәне билдәле. 48 хужалыҡта 225 ат, 167 һыйыр, 200-гә яҡын һарыҡ-кәзә аҫралған. Ә бөгөнгө Миндештә 106 хужалыҡ булып, уларҙа 121 һыйыр малы аҫрала, 14 берәмек техника бар. Йәмғеһе 305 милләттәшебеҙ донъя көтә. Шуны ла әйтеп үтке килә: үкенескә ҡаршы, шунса халыҡ араһынан ни бары дүрт кеше "Башҡортостан" гәзитенә яҙылған.

Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Йылдар буйы етәкселәр иғтибарынан ситтә ҡалған, хатта юл күрһәтеүсе билдәләре лә булмаған төбәккә ҡышҡы селләлә сәфәр ҡылырға нимә мәжбүр итте һуң, тип һораусыларға 86 йәшлек аҡһаҡалдың хаты менән яуап бирмәксебеҙ. Әйҙәгеҙ, күмәкләп уҡыйыҡ.
"Мин, Ғизетдин Ғилметдин улы Динисламов, һеҙгә үҙем хаҡында яҙырға булдым. Бар ғүмерем хеҙмәттә үтте. Ун йәшлек кенә малай сағымда, атай менән бесән эшләгәндә, күбә тарттырыуҙа ярҙамлаша инем. Ураҡ мәлендә ат башында йөрөнөм. Һуғыш башланғас, ат менән ер тырматырға, һабан һөрөргә ҡуштылар. Көнөнә берәр гектар ер һөрә торғайныҡ. Үҫә төшкәс, төнгөлөккә эшкә сығара башланылар. Тиҫтерҙәрем менән көлтә ташыныҡ. Үлән, серек бәрәңге ашап йән аҫраныҡ. 1949 йылда армияға алдылар, өс йылдан тыуған яҡҡа ҡайтып төштөм.
Колхоз эшендә егелеп эшләнек, беҙҙең быуынға көс төштө инде ул. 1956—1974 йылдарҙа һатыусы, аҙаҡ 1978 йылғаса ферма мөдире вазифаһын алып барҙым. Егерме йылға тиклем келәт мөдире булдым. Шулай итеп, 56 йыллыҡ хеҙмәт стажы менән пенсияға сыҡтым.
Көсөм бар саҡта, 1964 йылда өй һалдым. Ул хәҙер ныҡ иҫкерҙе. Ҡыйыҡтан һыу үтә, нигеҙе лә ҡаҡшаған. Өйҙө ремонтлатыу өсөн ярҙам һорап, райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигына барғайным, уныһы минең менән һөйләшеп тә торманы, "һеҙҙе түгел, һуғышта булғандарҙы тәьмин итергә өлгөрә алмайбыҙ әле", тип йәһәтерәк сығарып ебәрә һалды.
Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Район хакимиәте башлығында ла булдым. Ҡайҙа барһаң да, оло кешене алдаштырып, тиҙерәк сығарып ебәреү яғын ҡарайҙар. Дүрт йыл буйы йөрөп арығас, һеҙгә мөрәжәғәт итергә ниәтләнем. "Өйөңдө ҡарарға комиссия ебәрербеҙ", тип вәғәҙә бирәләр ҙә оноталар. Килеп ҡайтҡан хәлдә лә ярҙам итерҙәренә шикләнәм. Бындай ҙа битарафлыҡҡа түҙер әмәл ҡалманы. Әгәр ҙә ҡарт кешенең үтенесен тағы ла яуапһыҙ ҡалдыралар икән, мин дә тик ятмаясаҡмын, ил Президенты Путинға хат яҙасаҡмын", — тигән хеҙмәт ветераны.
Хәйер, Ғизетдин ағай үҙе тураһында барыһын яҙып та бөтөрмәгән икән. III группа инвалиды, Герой әсә исеменә лайыҡ булған ҡатыны менән ун бала тәрбиәләп үҫтергәндәр (әлеге көндә өс балаһы мәрхүм, дүртәүһе ситтә йәшәй). "Нисәмә йыл түрәләр тупһаһын тапайым, барған һайын юлға ғына 200 һум китә. "Һин бит һуғышта булмағанһың, ниндәй ярҙамға өмөт итеп йөрөйһөң, тип оялтмаҡсы итәләр. Дәһшәтле йылдарҙа колхозда беҙ булмай, кем һеперелеп эшләгән тиһең?" — тип, осрашҡас та етәкселәргә үпкә һүҙҙәрен дауам итте ағай.
Заманында ауылдың биҙәге булған оло йорттоң тупһаһынан уҡ ярҙамға мохтажлығы күренеп тора: болдор иҙәне бер яҡҡа сүгә төшкән, өй эсе һыуыҡ, Ғизетдин ағай һымаҡ быйма кейеп йөрөп кенә йән аҫрап булалыр. Ә мейескә ҡул тейҙерерлек тә түгел, ҡыҙыулығы биткә бәрелә. "Яғыу менән йылы тормай, ҡыйыҡ аҫтынан быу булып тышҡа сыға, түбәһе эйелгән", — ти күршеләре.

Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Утын да юҡ...
Ғизетдин ағайҙың йорт ишеге ул көндө ябылманы ла тиерлек. Йәше-ҡарты тигәндәй, иғлан ителмәгән ауыл "сходына" килде лә инде, килде лә инде... "Түрәләрҙең беҙҙең ауылға аяҡ баҫҡаны ла юҡ, бәлки, аһ-зарҙарыбыҙҙы һеҙҙең аша еткерербеҙ", — ти улар. Аҡһаҡалдың хаты, утҡа май өҫтәгәндәй, миндештәрҙең генә түгел, ә Ишембай ауыл Советына ҡараған барлыҡ ауылдарҙың оҙаҡ йылдар хәл ителмәгән көнүҙәк мәсьәләләренә барып тоташты.
Урман эсендә йәшәгән төбәк халҡының утынға зарығып-зарланып йәшәүе аптырашта ҡалдырҙы. Белгестәрҙең әйтеүенсә, Ишембай ауыл Советы зонаһында ҡырҡырлыҡ утын юҡ, ағастар өлгөрөп етмәгән, 14 йылдан һуң ғына тейешле участканың барлыҡҡа килеүе мөмкин. 50-60 саҡрымда ятҡан ерҙән диләнкә бирелеүе халыҡты ҡәнәғәтләндермәй, әлбиттә.
— Ярай әле, ауылда Өфөнөң бер эшҡыуары пилорама асып, беҙгә ҡалдыҡ таҡта ҡыртыштарын һатып бирә, уға ла сират, – ти оҙаҡ йылдар ауылдың старостаһы йөгөн тартҡан Хәлфетдин Динисламов.
— Ә уға тиклем нисек йәшәнегеҙ, ҡышҡы һыуыҡтарҙы ҡайһылайтып сыҡтығыҙ һуң?
— Дөрөҫөн генә әйтәйемме? Элек Силәбе урмандарына инеп утын әҙерләнек. Хәҙер закондар ҡатыланды, силәбеләр ҙә һиҙгер, шуға уғрыларға көн бөттө — ағастың һәр төбө иҫәптә. Элгәрге йыл диләнкә һорап, дүрт ай йөрөнөм. Барһам, йә лесничийы юҡ, йә мәсьәләне хәл итергә ашыҡмайҙар, һуҙалар ҙа һуҙалар. Үҙәккә үтте һоранып йөрөүҙәр. Ҡул һелтәнем дә киттем урыҫ белештәргә. Силәбе өлкәһенең Карауловка, Орловка ауылдарынан утын ташыныҡ.
— Күпмегә төштө силәбеләр утыны?
— Үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ. Ҡышҡылыҡҡа дүрт машина ағас килтереү өсөн 12-16 мең һум аҡса кәрәк. Бензин, ҡырҡыу хаҡын да өҫтәһәң, 25 меңгә барып баҫа.
50-60 саҡрымда ятҡан ерҙән диләнкә лә алдың, ти. Тигеҙ генә урындан бирмәйәсәктәр бит. Ә тау башынан ағастарҙы берәмләп төшөрөү һис уйын түгел.

Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Фельдшер ҙа...
Һүҙгә бығаса шым ғына торған Рәйсә апай ҙа ҡушылды:
— Беҙҙән 60 километрҙа ятҡан Нәсибаштан ҡайһы саҡ ағас килтереп һаталар ул. Бер "КамАЗ" утын ун мең һумға барып баҫа. Йортҡа кәм тигәндә ике машина ағас кәрәк. Ярар, пенсиямды йыйып, өй йылытырлыҡ утынын да һатып алдым, ти. Ә бына өс йөҙҙән ашыу кешенең медицина хеҙмәтенән мәхрүм ҡалыуы бер кемде лә борсомай шикелле, — тип уфтанды пенсионер. — Бишенсе ай инде фельдшерһыҙ яфаланабыҙ. Үҙебеҙҙә ФАП була тороп, белгескә мохтажбыҙ. Миңә бына көн дә укол яһатырға кәрәк, хәҙер ҡайҙа барайым? Һин дә мин эшләп йөрөгән фельдшерыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ: ана, рәхәтләнеп "Янғантау"ҙа башҡаларҙы дауалай. Белгестәрҙе һаҡлай, ҡәҙерләй белмәгәс ни... Ҡайһы бер төбәктәр табиплы булыу өсөн миллиондар түләргә әҙер, фатирын да бирәләр. Ә беҙҙә...
Ауылдаштарын "һемәйткән" Миндеш килененә асыу һаҡламаһалар ҙа, нисәмә ай буйы медицина хеҙмәтенән файҙалана алмау бәкәлдәренә һуҡҡан өлкәндәрҙең. "Янғантау" шифаханаһына "тайған" фельдшер Ғизетдин ағайҙың төпсөк улының ҡатыны булып сыҡты.
— Беләһегеҙме, шул тиклем туйҙырҙы был тормош, түҙемлегем ҡалмағанға ауылдан ситтә эшләргә ҡарар иттем, — ти Әлфиә. — Ҙур тырышлыҡ һалып, яңы өй бөтөрөп кенә сыҡҡайныҡ, бесән ваҡытында бәләгә тарыныҡ. Йортобоҙ, көнкүреш әйберҙәре, документтарыбыҙ янып, көлгә әйләнде. Бәхеткә, балалар ҡасып ҡотолған.
Рәхмәт инде, ауылдаштарыбыҙ берҙәмлек күрһәтеп, ярҙамға килде. Бәләкәй генә бер өйҙө тарттырып, ихатаға килтереп ҡуйҙыҡ. Ауылдаштар йүгереп йөрөп, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ йыйып килтерҙе. Йылына 19 процент ставкаһы менән 100 мең һум ссуда алдыҡ. Урман хужалығы 150 кубометр ағасҡа диләнкә бирҙе. Уны техника менән сығарыу, ташыу өсөн көсөбөҙ етмәҫен аңлап, осһоҙға ғына һатырға тура килде.
Яңынан йорт төҙөү өсөн күпме материал, аҡса кәрәклеген яҡшы аңлайһығыҙҙыр. Ҡайныма ярҙам итергә хәлдән килмәй. Исмаһам, хеҙмәт ветеранына элегерәк төҙөлөш кәрәк-ярағы, ағас менән ярҙам иткән булһалар, ваҡытында ремонт та яһалыр ине. Ирем Нилды "Янғантау"ға үҙем менән алып китергә уйлағайным, бер ҡайҙа ла күсмәйем тип, әлегә һүҙендә ныҡ тора.
Ғизетдин ағайҙың өс ҡыҙы ла ситтә, ә Ниләһе ире менән күрше Яхъя ауылында йәшәй.
— Йортобоҙ иҫке, унда ҡыш сығырлыҡ түгел. Әле ҡайным эргәһендәбеҙ, — тине кейәүе Ришат. — Ауыл Советы 150 кубометр ағас алыуға документ биргәс, һөйөнөп, урман хужалығына барғайным — сиратҡа ҡуйманылар. Өс йыл инде ошо үтенесем менән түрәнән түрәгә йөрөйөм, йөҙәп бөттөм, 2015 йылда ғына ағас алырға сиратҡа ҡуясаҡбыҙ, тип вәғәҙә бирәләр. Кеше шуға тиклем ҡайҙа йәшәргә тейеш һуң?
Ғизетдин ағайҙың хәлен район хакимиәтендә лә белмәй түгел, беләләр, әлбиттә. Ҡатынының Герой әсә исеменә лайыҡ булғанын да онотмағандар. Шуға күрә ағайҙың дәғүәһенә яуап биреүҙән "Күпме бала аҫрап, ниңә улар ярҙам итмәй?" тигәнерәк һорау менән ҡотолорға теләүҙәре лә яҡшы аңлашыла. Заманында льготалар аҡсалаштырылмаһа, өлкәндәрҙең башында, бәлки, әлегеләй утын ҡайғыһы ла, дәғүә лә булмаҫ ине.
Уның ҡарауы, ҡайһы бер етәкселәр мәшәҡәтле утын килтертеү, ололарҙы хәстәрләү эштәренән арынып, еңел тын алып ҡуйғандыр.
— Хәҙер күптәр өйҙәрен уңайлы электр ҡаҙанлығы менән йылытыуға күсә, — тигәйне осрашҡанда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Владислав Килдейәров. Ысынлап та, утын тип баш ҡатырғансы, ниңә ошондай заман мейесенә өҫтөнлөк бирмәҫкә? Йыбанманыҡ, Алмас Әблийәровтың 18 мең һум торған "Добрыня" мейесен ҡарап сыҡтыҡ. Әммә хужа электр утының ҡиммәткә төшөүен, шуға уны һирәк файҙаланыуын белдерҙе.

Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Газ да...
Гөлнур менән Булат Зариповтарҙың ике ҡатлы күркәм йортон да урап үтмәнек.
— Электр мейесегеҙ булғас, ниңә утын һатып алаһығыҙ һуң?
— Төндә генә, өй һыуынып китмәһен тип тоҡандырып ебәрәбеҙ уны. Энергияны күп "ашай", — тине хужалар. — Ярылған утынды ике машина алһаҡ, таман ғына булып ҡала, 16 мең һумға төштө быйыл.
Һатыусы Гөлнур, ветеринария врачы Булат икеһе лә эшһеҙ ҡалған. Тик улар төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел.
— Ҡатаутамаҡ баҙарынан ҡайтып ҡына торабыҙ әле. Аҙнаһына ике тапҡыр барып әйләнәбеҙ, һөт һатыуҙан айына 8-9 мең һум килеп тора, — ти хужалар. — Өс һыйырыбыҙ, шунса башмағыбыҙ бар, умарта тотабыҙ.
Ихатала мини-трактор, сапҡыс, машина тороуын шәйләп, Зариповтарҙың сынъяһау донъяһын күреп, күңел күтәрелде. Оло ҡыҙы менән улы үҙаллы донъя көтә, төпсөк Илмирҙары ғына үҙҙәре янында. "Һуҡырҙың теләгәне — ике күҙ" тигәндәй, уларҙың теләктәре лә ауылдаштарыныҡы кеүек берҙәй: "Их, тиҙерәк ауылға газ инһә ине!" Тик миндештәр ул хаҡта хыялланырға ла ҡурҡа. "Юныс ауылына газ өс йыл элек килеп етһә лә, уның ҡасан өйҙәрҙә балҡыясағын бер кем дә әйтә алмай..." — ти улар.
"Райондағы ауылдарҙың ни бары яртыһына ғына "зәңгәр яғыулыҡ" ингән. Ә беҙҙең Миндеш тураһында һүҙ сыҡһа, уның географик яҡтан уңайһыҙ булыуын, тау-ташлы ерҙә урынлашыуын сәбәп итәләр..." "Ауылдан ике километр алыҫлыҡта ғына газ трассаһы үтә, беҙҙәгенән аҙыраҡ халыҡ йәшәгән Шарлашы ауылында ла (Силәбе өлкәһе) "зәңгәр яғыулыҡ" күптән яна. Беҙ бер үк Рәсәйҙә йәшәйбеҙме ул, юҡмы?"
Миндештәрҙең өмөтөн һүндермәҫкә теләп, Салауат районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Рифат Вәлишиндың ошо мөһим һорауға яуабын тиҙерәк еткерергә ашыҡтыҡ: "Быйыл Ишембай, Миндеш, Яхъя, Радио ауылдарына газ индереү проекты төҙөләсәк, подрядсы һайланасаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Проект-смета мәшәҡәттәре тамамланғас, 2015 йылда эшкә тотонасаҡтар. 50 мең һум аҡсағыҙҙы әҙерләй торһағыҙ ҙа була..." Бындай вәғәҙәләр менән халыҡты алдаштырып та, өмөтләндереп тә булмауын яҡшы аңлайбыҙ. Кешеләрҙең ышанысын бары ысынбарлыҡтағы аныҡ эштәр, хәстәрлек менән генә яулау мөмкин шул.

Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Һыуға ҡытлыҡ
Ҡаршыбыҙға санаға феләктәр тейәгән йәш-елкенсәк осрап, һаулашып уҙҙы. Мал-тыуарын ҡышҡы юлдан ҡайҙалыр ҡыуып барған ҡатын-ҡыҙ ҙа баш ҡағып сәләмләне.
— Йәштәр урамында һыу юҡ. Һикһәненсе йылдарҙа һалынған һыу торбалары эшлектән сыҡты бит инде. Ҡайҙалыр ярылған торбанан һыу ер аҫтына китә, — тип аңлата хәлде юлдашыбыҙ Хәлфетдин. — Ошо ярыҡты эҙләр өсөн ҡорамал кәрәк. Интернет аша белешеп ҡарағайным, ул 200-250 мең һум тора икән, беҙҙең көс етерлек түгел. Ауылда 15 кеше ҡоҙоҡ ҡаҙытты, тик һыуҙың сифаты насар. Халыҡ шишмәнән ташып эсеүҙе хуп күрә, кемдер скважинанан ала. Мәктәпкә һыу индерелеүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Ишембай ауыл хакимиәте башлығы Ралим Ғәҙелшин ошо тынғыһыҙ вазифаны үҙ өҫтөнә яңы ғына алған. Хәл итәһе мәсьәләләрҙең күп булыуын йәшермәй ул.
— Газ, утын проблемаһы бөтә ауыл Советына хас. Юлдарҙы таҙартыуҙа, ут менән яҡтыртыуҙа ҡыйынлыҡ юҡ. Һыу үткәргесте ремонтлауҙы тиҙләтеү кәрәклеге лә аңлашыла. Квартал һайын бирелгән 100 мең һум аҡсаны ҡайҙа тотонорға икән, тип баш ватабыҙ. Балалар баҡсаһына ла, каток яһауға ла өлөш сығарғы килә. Элек Ишембай ауыл Советы иң байы, табышлыһы иҫәпләнгән дә бит. Хәҙер юл буйындағы сауҙа нөктәләренән килгән һалым беҙгә эләкмәй. Бөтә Рәсәй буйынса Мәҙәниәт йылы иғлан ителгәндә, Ишембайҙағы мәҙәниәт йортоноң емерек хәлдә булыуы айырыуса кәйефте ҡыра, – тине башлыҡ, көрһөнөп. – Беҙҙә пай ерен халыҡтың 30 проценты ғына алды. Байтаҡ ерҙе ағас баҫып бара, ә унда үҫкән бер төптө лә рөхсәтһеҙ ҡырҡа алмайһың. Халыҡ алыуҙан баш тартҡан ерҙең яҙмышын, суд ҡарарынан һуң, ауыл хакимиәте хәл итәсәк.

Өмөт ҡуҙы ғына йылыта "Ҡайҙа эшләйһегеҙ?" "Силәбелә!"
Миндеште географик урыны буйынса республикала иң төпкөл ауылдар рәтенә индерһәк тә, Рәсәй кимәлендә былай иҫәпләү дөрөҫ булмаҫ. Транспорт гөжләп торған М-5 трассаһы, кафе, туҡталҡалар, сауҙа нөктәләре һуҙылған оло юл буйына яҡын ауылды төпкөл тип әйтергә тел әйләнмәй. Күрше өлкәнең ун саҡрымда ятҡан Ҡатаутамаҡ, 30 саҡрымдағы Эҫем, Йүрүҙән ҡалаларында ауыл халҡы күпләп эшләй. Яҡын-тирәләге дача хужалары башҡорт ауылдарынан тиреҫ, һөт-ҡаймаҡ һатып ала. Миндештәр үҙҙәре лә тик ятмай — Силәбе өлкәһенең баҙарҙарына һуҡмаҡты күптән һалған. Уларҙың күңелен, бер яҡтан, күрше төбәктәге цивилизациялы, эше лә, яҡшы тормош шарттары ла булған донъя ылыҡтырһа, икенсе яҡтан, үҙ ерендә ысын хужа булыу тойғоһоноң һүнә барыуы, йылдар дауамында Салауат батыр тоҡомдары тормошона яҡтылыҡтың да, хәстәрлектең дә үтеп инә алмауы кәмһендерә, ғәрләндерә.
Салауат эҙҙәре буйлап ойошторолған туристик маршрутта Миндештең иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалдырылыуына ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә ауыл халҡы. Батырҙың тыуған яҡтарындағы һуңғы азат көндәре үткән ерҙе онотторорға, тарихи ысынбарлыҡты боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ, тигән фекерҙә улар.
Өйөн дә, мунсаһын да газ йылытҡан, крандарҙан ҡайнар һыуы ағып торған, һәр йәһәттән дә хәстәрлек солғанышында йәшәгән төбәктәр халҡына үҙҙәренән социаль үҫеш буйынса кәм тигәндә 20-30 йылға артта ҡалған замандаштарының ихтыяжын аңлау еңел булмаҫ. Өйҙәрҙең һыуыҡлығы ғына афәт түгел әле, Ғизетдин ағай әйтмешләй, күңелдәрҙең боҙҙай һалҡынлығы барыһынан да хәтәрерәк.
Республикабыҙ символына әүерелгән, халҡыбыҙҙы донъяға танытҡан батырҙың тыуған төйәген лайыҡлылар рәтенә сығарыу өсөн махсус үҫеш программаһы ҡабул итеү генә түгел, ә айырым маҡсатлы финанслау мөһимлеген аңлаған академик Раян Вахитов кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тәҡдименә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Милли геройыбыҙҙың тыуыуына 260 йыл тулыу тантанаһына ла күп ҡалманы. Ә Салауат вариҫтары ғорурланһын, халҡыбыҙҙың йәшәү кимәле араһындағы айырмалыҡ бөтһөн өсөн беҙ нимә эшләнек, ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәштек?

Өмөт ҡуҙы ғына йылыта




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 168

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 197

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168