Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
* * *
— Һуғанды ҡышын нисек һаҡларға?
И. ХӘСӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.

— Элегерәк һуғанды, һабағын сәс кеүек үреп, өй эсенә элеп ҡуйғандар, сөнки өйҙәге температура йәшелсә өсөн ҡулай иҫәпләнә. Орлоҡто 18-20 градус йылылыҡта, ҡоро урында һаҡлайҙар. Ҡатырға тартмаларға аҡбур һипһәгеҙ, ул бәшмәк ауырыуына бирешмәҫ.
Йәшелсәне һаҡлау уның нисек үҫтерелеүенә лә бәйле. Мәҫәлән, дымлы ерҙә һуған тиҙ үҫә, ләкин тейешенсә өлгөрөп етә алмай. Тимәк, тиҙ боҙола... Тупраҡта азот ашламаһы аҙыраҡ һәм ҡорораҡ булған ерҙә оҙағыраҡ үҫә, яҡшы һаҡлана. Шуға сәсер алдынан ҡоро ер һайлайҙар. Һыу һибеү уңыш йыйыу алдынан бер ай элек туҡтатыла.
Һуған сәселергә тейешле ерҙе билдәләп, сүп-сарҙан, ҡый үләндәре ҡалдыҡтарынан таҙалап ҡуялар. Тиреҫтең янып, тупраҡҡа әйләнеп бөткәне индерелә. Шулай уҡ бер квадрат метр ергә 20-25 грамм иҫәбенән суперфосфат, ул булмаһа, хлорлы калий һибелә, аҙаҡ ҡаҙып сығыла. Был алымдарҙың барыһы ла уны үҫтереүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

* * *
— Баҡсаға сейә ултыртҡайныҡ. Ул эргә-тирәләге түтәлдәрҙе баҫа башланы. Тамырҙарын ҡасан ҡырҡып ташлау яҡшыраҡ?
А. КҮСКИЛДИН.
Көйөргәҙе районы.

— Төптән тирә-яҡҡа таралған яңы шытым тамырҙарын ҡуҙғатырға ярамай, сөнки улар төп олондоҡо. Тамырҙы киҫкән һайын ҡурпылай ғына. Шуға шытып сыҡҡан йәш үҫентенең өҫкө өлөшөн генә йылына бер-ике тапҡыр ҡырҡып торалар. Ә шытымдарҙы бөтөнләй бөтөрөп булмай. Баҡса ултыртҡанда ниндәй ағастың ҡайҙа үҫеүен алдан билдәләгеҙ, йәшелсә баҡсаһын айырым булдырығыҙ.

* * *
— Колорадо ҡуңыҙы ҡунмай торған картуф бар, тип ишеткәйнем. Ул ниндәй сорт икән?
С. ИСКӘНДӘРОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡуңыҙ бөтөнләй зарарламай торған картуф юҡ. Ундай сорттарҙы ғалим-селекционерҙар уйлап табырға хыяллана, әлбиттә. Ҡорттарҙы ҡурҡытыр өсөн һабаҡтары токсик аҡһым бүлеп сығарырға тейеш. Шулай ҙа "луговской", "киев", "темп", "белорус-3", "деткосель" сорттары колорадо ҡуңыҙына бик бирешеп бармай.

* * *
— Быйыл һуған орлоғо үҫтереп ҡарарға ине. Бының өсөн "чернушка" һатып алырға иҫәп. Башҡортостан тәбиғәте шарттарында һуғандың ҡайһы сорты яҡшы үҫә икән?
И. ШАКИРОВА.
Саҡмағош районы.

— Республиканың сәсеү майҙаны ҙур, тәбиғәт шарттары ла төрлө. Беҙҙә һуған үҫтереү менән электән Иглин районында шөғөлләнделәр. Улар орлоғон да, һуғанын да үҫтерә. Шуға ла айырым сорттар "иглиндеке" булып китте. Рәсәйҙең урта һыҙатында "одиновец", "однолетний сибирский", "даниловский-301", "воронежский-86", "каба" сорттары һынатмай.

* * *
— Яҙға табан атлайбыҙ. Орлоҡ алырға ла ваҡыт етеп килә. Көҙҙән теплица һатып алғайныҡ. Ҡыяр, помидор орлоҡтары тураһында яҙып үтһәгеҙ ине.
Б. АБДУЛЛИНА.
Балаҡатай районы.

— Ябыҡ грунтта, йәғни теплицала үҫтереү өсөн хәҙер орлоҡтар бик күп. Һатып алғанда ҡабының артына яҙылғандарҙы иғтибар менән уҡып ҡарағыҙ. Тәжрибәле баҡсасылар ҡыярҙың "маша", "апрельский-Ғ1", "вирента-Ғ1" һымаҡ сорттарын маҡтай. Уларҙың вегетация осоро – 45-50 көн. Йәшелсә ауырлығы — 200-300 грамм. Помидорға килгәндә, "верлиона-Ғ1", "красная стрела-Ғ1", "жанна" һымаҡтарға өҫтөнлөк бирәләр. Вегетация осоро — 65-75 көн.

* * *
— Быҙау тыуған саҡта баш яғы менән түгел, ә арты менән килде, һыйырға ветврач ярҙам итте. Шуғалырмы, быҙау бик йонсоу. Был сағында ни эшләргә?
В. ИБРАҺИМОВ.
Ауырғазы районы.

— Быҙау йонсоу тыуғанда, һыйырҙың барлыҡ ыуыҙын (тәүге һөтө) уға эсереп бөтөрөргә кәрәк. Әгәр малҡайҙың һөтө аҙ булһа, башҡа таҙа малдың яңы ғына һауылған һөтөн (парное молоко) һауаһың да, бер литр һөткә өс тауыҡ йомортҡаһы ҡушып, ике бал ҡалағы аш тоҙо өҫтәп, ныҡ итеп болғатаһың. Һис юғында, ошо күләмдә йылы һыуға ике ҡалаҡ тоҙ, ике йомортҡа һалып болғатһаң да була. Хәҙер һатыуҙа "Гавроша" һымаҡ витаминлы өҫтәмәләр ҙә бар. Бер аҙналыҡ сағынан алты–ете көн уларҙы бирһәгеҙ, быҙауҙың хәле яҡшырыр. Әйткәндәй, алда һөйләнелгән өҫтәмәләр сәләмәт тыуғандары өсөн дә бик файҙалы.

* * *
— Ағайым быҙауҙарын һыуыҡта аҫрай. Әйтеүенсә, ундай малҡайҙар сир-сорҙо белмәй, сынығып үҫә...
Р. ҠАЗЫХАНОВ.
Архангел районы.

— Был алым үткән быуаттың 50-се йылдарында зоотехник Штейман тарафынан индерелгән, ләкин ул киң таралмай. Берҙән, һалҡында үҫтерелгән быҙауҙарҙың үпкәһенә һыуыҡ тейеүсән. Икенсенән, хайуанҡайҙарҙың ашағаны үҫеүгә түгел, ә тәнен йылытыу өсөн китә. Шуға ла һыуыҡта сыныҡтырылған быҙауҙарҙың йөнө мышы балаһыныҡы шикелле булһа ла, кәүҙәһе йылыла үҫтерелгәнгә ҡарағанда бәләкәйерәк. Беҙҙең шарттарҙа иң ҡулайы — йылыла үҫтереп, яҙын ҡояш ныҡлап йылытҡас ҡына сығарыу. Йәй һәм көҙөн улар барыбер сыныға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519