Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әлдә был урын минеке түгел”
“Әлдә был урын минеке түгел”Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы мөхит булдырыу тураһында күп һөйләйбеҙ. Тик ғәмәлдә был изге ниәттәр тормошҡа ашамы? Уларҙың хоҡуғы нисек яҡлана? Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең социаль яҡлау идаралығы, мәғлүмәт саралары вәкилдәре баш ҡала урамдары буйлап берлектә рейд ойошторҙо. Йәмәғәт туҡталҡаларында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсус урындарҙың булыу-булмауын тикшерҙек. Сауҙа үҙәктәре, дауаханалар, башҡа социаль объекттар эргәһендә ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата протокол төҙөлдө.

Рейдта ҡатнашыуға ризалыҡ биргән Владимир Маргамов Конгресс-холл алдына килеп туҡтауға мөмкинлектәре сикләнгән автоһәүәҫкәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән дүрт урындың береһе генә буш ине.
— Беренсе тапҡыр иркенләп туҡтаным, ғәҙәттә урын булмай торған, – тине “герой”ыбыҙ, машинанан сығып. — Уңайлы мөхит ҡайҙан башлана? Урамға сығыу менән. Күп ерҙәрҙә пандустар юҡ. Булғандары ла уңайһыҙ, сөнки уларҙы эшләгән кешеләргә, әйтерһең, һөҙөмтә генә күрһәтергә кәрәк. Ә машина ҡуйыу урыны — минең өсөн киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. 40 йылдан ашыу рулдәмен. Һуңғы йылдарҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән урындарға башҡа водителдәр машинаһын йыш ҡуя. Уларға хатта нимәлер әйтеүе лә ҡурҡыныс. Екеренеүҙәре бер хәл, тибеп осороуҙары ла ихтимал. Шуға бик өндәшмәйем…
Ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәт буйынса, әле Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн 361 туҡталҡа бар. Был урындарға махсус билдәһе булмаған машиналарҙы ҡуйырға ярамай, штраф күләме 3 меңдән 5 мең һумға тиклем. Тик бындай оятһыҙ водителдәрҙе лә яуапҡа тарттырыуы еңел эш түгел икән. Туҡталҡаға машинаның хужаһы үҙе сыҡмайынса, уға штраф һалып булмай. Ә көтөп торорға инспекторҙарҙың, ғәҙәттә, ваҡыты юҡ. Әйткәндәй, йыл башынан ошо ҡағиҙәне боҙоуға бәйле 392 административ эш теркәлгән. Тик ҡайһы берәүҙәр өсөн штраф күләме ул тиклем ҡурҡыныс булып тойолмайҙыр, ахыры.
Ҡаланың “Үҙәк баҙар” туҡталышында, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итеүсе “Мәрхәмәт” хәйриә фонды эргәһендә оҙаҡ ҡына торҙоҡ. Бында мөмкинлектәре сикләнгән 220 бала йөрөй. Бинаның алдында уларҙың ата-әсәһе өсөн машина ҡуйыу урыны бар, ләкин, туҡталҡа бер ваҡытта ла буш тормай.
Эльвира Вәкилова был фондҡа 9 йәшлек Линар исемле улын йөрөтә.
— Балаға алыҫ араны үтеүе ҡыйын, шулай ҙа махсус туҡталҡала бер ваҡытта ла буш урын булмай. Әллә ҡайҙа туҡтарға тура килә, – тип һөйләй әсә. Шул арала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән урынға машинаһын ҡуйған егет килеп етте. Инспекторҙар алдында төрлөсә аҡланып маташһа ла, штраф түләргә тура килде уға.
Ошондай рейдтар йыш ойошторолһа ла, ни өсөндөр ҡала халҡы мәсьәләне хәл итеүгә битарафлыҡ күрһәтә. Тик машинаһын мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән ергә ҡуйыр алдынан “Әлдә был урын минеке түгел” тип уйланһалар ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506