Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттәге йәйғор һаулыҡҡа ла йоғор
Хеҙмәттәге йәйғор һаулыҡҡа ла йоғорСвердловск өлкәһендә тыуып үҫкән Борис Камалетдиновтың Өфөгә килеп төпләнеүе осраҡлы түгел. Ни тиһәң дә, уның нәҫел-нәсәптәренең еп осо республикабыҙға килеп тоташа. Танышымдың өләсәһе Борай районының Иҫке Ҡарағош тигән башҡорт ауылында ғүмер иткән икән.
Әңгәмәсем Яңы йылдан нимәләр көтә? Ошо хаҡта ҡыҙыҡһындыҡ. Борис Сәләм улының аждаһаны уҫал тип иҫәпләүселәргә әйтер фекере бар.
– Тормош үҙенсәлекле ҡоролған, ләкин һәр кем ояһын үҙенсә үрә, – тип башланы һүҙен Борис Камалетдинов. – Шәхсән миңә килгәндә, бәләкәйҙән табип булыу теләге менән яндым. Өләсәйемдең быуын ултыртыу, имләү, тәнде һылау-һыйпау кеүек һәм башҡа яҡшы һәләттәрен күреп үҫеү ҙә быға булышлыҡ иткәндер. Шифалы ҡулдары кемдәрҙе генә аяҡҡа баҫтырманы икән?! Йыш ҡына ауыл буйлап "сәфәр"гә мине лә үҙе менән бергә ала торғайны. Етмәһә, арҡамдан тупылдатып һөйөп, "минең бәпкәм ҙур үҫкәс, духтыр була", тип һәр саҡ ҡанатландырып торҙо.
Йәшәйештең үҙ ҡанундары, һин бер төрлө план ҡораһың, ә ул һис уйламағанда үҙенсә йүнәлеш алыусан. Бәлә баш өҫтөндә, ҡаза ҡаш өҫтөндә, тибеҙ. Әрмегә ҡыҙыу әҙерләнгәндә көтмәгәндә ҡазаға тарыным. Һынманым-бөгөлмәнем, киреһенсә, тырышып-тырмашып юғарыға үрмәләнем. Хәҙер бына нимә тураһында уйлайым: әгәр шул саҡта миндә шундай ажар өҫтөнлөк алмаһа, ауырлыҡтарҙы еңә алыр инемме икән?! Ғәзиз кешемдең "балам духтыр була" тигән тылсымлы һүҙҙәре ҡеүәт өҫтәне, алға әйҙәне. Яҙмышыма һис кенә үкенмәйем. "Хеҙмәттәге йәйғор һаулыҡҡа ла йоғор” тигән халыҡ әйтеме тормош девизыма әүерелде. Хеҙмәтте яратырға кәрәк, уға ытырғанып түгел, ә һөйөү аша ҡарау зарур. Һуңынан Кисловодск ҡалаһында массаж яһаусыға уҡыным, бөгөн ошо йүнәлештә эш итәм, һөнәремде яратам...
Бына ошо Аждаһа йылының йәйге селләһендә тирә-яҡҡа тәүге ауазын ишеттергән малайҙың йөрәгенең ҡаты булыуы мөмкинме? Әлбиттә, юҡ. Тота килеп аждаһаларға кире баһа биреү менән бер нисек тә килешмәйем. Минән дә йомшаҡ күңелле зат юҡ был донъяла. Уларҙың дорфа һәм яһилдан бигерәк ярҙамсыл, итәғәтле кеүек күркәм сифаттарға эйә булыуын беләм. Ололарҙы ихтирам иткән һәм кеселәрҙе иғтибарынан һымаҡ ныҡышлыҡ та кәрәк.
Яңы йылды һәр ваҡыт ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Мосолмандарҙа "Юрағаның юш килә" тигән мәҡәл бар. Табип булараҡ, иң башта Хоҙайҙың һаулыҡтан айырмауын һорайым. Сәләмәтлек яҡшы икән, бүтәне табыласаҡ.
Яҡындарым – Данис улым, Әлиә ҡыҙым һәм Зәлиә кәләшем — менән бергә ошо күркәм байрамды күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ҡаршыларға тырышабыҙ. Тиҙҙән минең йылым башлана, уға ҙур өмөттәр бағлайым, яҡшы буласағына тулыһынса ышанам.
Риүәйәт буйынса, бер быуат буйы әҙәм балаларының күҙенә салынмайынса ҡайҙалыр йәшеренеп ятҡан йылан аждаһа ҡиәфәтен ала, имеш. Ошо мифик заттың иң күркәм сифатын теләйем! Гәзит уҡыусылар, уның кеүек оҙон ғүмерле булығыҙ!
Илдар АҠЪЮЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 288

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 194

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168