Мәктәптә — үрнәк, ҡустыларына — терәк09.02.2013
Мәктәптә — үрнәк, ҡустыларына — терәкМаҡтап туйырлыҡ түгел Айһылыуҙы! Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында тик "бишле" билдәһенә өлгәшә, һәр сарала ихлас ҡатнаша ул.

Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурста тәүге урындарҙы яуларға ла өлгөргән Айһылыу. Махсус музыка мәктәбендә ихлас шөғөлләнә. Өлгөр, һәр яҡлап һәләтле ҡыҙ былтыр республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың Яңы йыл ҡотлауын алып, Президент шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхетенә лә өлгәшкән.
Айһылыуҙың Урал менән Алмас исемле ҡустылары бар. Хәстәрлекле, елдәй етеҙ ҡыҙ малайҙарҙы ҡараша, улар менән ихлас уйнай. Бергәләп рәсем төшөрәләр, әкиәт уҡыйҙар. Эш мәшәҡәттәренә сумған атай менән әсәйгә ошондай ярҙамды күреү — ҡайһылай ҙур ҡыуаныс!
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад