Ауылда йәшәгем килә08.05.2012
Ҙурайғас, мин ауылда йәшәргә теләйем.
Унда саф һауа, иркенлек!
Ейәнсура районының Иҙәш ауылында ғүмер иткән олатайым менән өләсәйем һымаҡ күп итеп умарта тотор инем. Улар балды һатып ҡына ҡалмай, күстәнәс итеп тә тарата. Беҙҙе йыл әйләнәһенә файҙалы, татлы ризыҡтан өҙмәйҙәр.
Олатайым менән өләсәйемдең малы ла күп, баҡсаһы тулы йәшелсә-емеш. Шуға күңелле лә, рәхәт тә Иҙәштә. Минең дә, олатайым менән өләсәйемдеке һымаҡ, йорт-ҡурам ҙур, эшем күп, өйөмдөң ишеге һәр кемгә асыҡ булыр.
Илшат БӘХТИЕВ,
Иглин ҡасабаһының
1-се мәктәбе уҡыусыһы.


РЕДАКЦИЯНАН. Ҡәҙерле дуҫтар! Белеүегеҙсә, “Хыял ҡанатында” конкурсын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына арнап астыҡ. Йыл аҙағында һеҙҙең ижад емештәрегеҙ араһынан иң яҡшылары һайлап алынып, тәүге өс урын билдәләнәсәк. Еңеүселәрҙе “Тел IA” бәләкәй предприятиеһының шәп бүләктәре көтә. Әйҙәгеҙ, ихласыраҡ!


Вернуться назад