“Яратам мин илемде, матур башҡорт телемде!”14.04.2012
“Яратам мин илемде, матур башҡорт телемде!”“Миләшкәй” балалар баҡсаһы менән танышырға ингәс үк:
“...Яратам мин илемде,
Матур башҡорт телемде”, —
тигән йырҙы ишетеп, шунда уҡ тамаша залына йүнәлдек.
Сағыу милли кейемдәге бәләкәстәр ҡайһылай оҫта! Ансамблдә шөғөлләнгән “йондоҙсоҡ”тармы ни?!
“Миләшкәй”ҙәр йыр-бейеү менән генә хушһынмай, башҡорт халҡының музыка ҡоралдарын өйрәнә, боронғо тормош-көнкүрешенә күҙ һала. Милли бүлмәлә тирмә ҡоролған. Малайҙарҙы айырыуса һөйәүле торған ҡурай ҡыҙыҡһындыра. Бер аҙ ғына ҙураябыҙ ҙа уйнарға өйрәнәбеҙ, ти улар.
Тирмә эргәһендә шәжәрә ағасы үҫә. Бейек, “емеш”кә бай ул.
Ҡыҙҙарҙы боронғо ҡатын-ҡыҙҙың шөғөлдәре ҡыҙыҡһындыра. Йөн иләү, талҡан тартыу ҡайһылай күңелле икән!.
Яңауыл ҡалаһы.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика