Ситкә китмәйем!25.08.2015
Башҡортостан – тыуған төйәгем,
Һине данлап тибә йөрәгем.
Бер ҡайҙа ла һинән китмәйем –
Һөйәм һине, изге илкәйем.


Йәйең йәмле ҡоштар моңонан,
Болондарҙа – хәтфәләй үлән,
Ялан-туғай һәм һуҡмаҡтарға
Гүйә, ҡояш нуры түгелгән.

Ә көҙ сағыу төҫтәргә буяй
Ағастарҙың һәр бер япрағын.
Моңһоу ғына барлыҡ тәбиғәт
Оҙатып ҡала ҡайтыр ҡоштарын.

Илназ МЕЙӘССӘРОВ,
1-се лицей уҡыусыһы.



Вернуться назад