Бөйөк исем – Зөбәржәт25.08.2015
Аҫылташтай йәмле исем
Ҡәҙерле нәнәйемдә.
Матурлыҡты, сафлыҡты,
Намыҫты ул белдерә.

Ауыр саҡта һынауҙарға
Баш эймәҫкә өйрәткән.
Аптыраған мәлдәрҙә
Дөрөҫ юлды күрһәткән.

Ҡәҙерлемдең яҙмышы
Һуғышҡа тура килгән.
Аслыҡ-яланғаслыҡты
Нәнәй түҙем кисергән.

“Ундай саҡтар булыр ул, –
Тип йыуатҡан әсәһе. –
Ҡыҙым, һин бит – Зөбәржәт,
Бирешмәҫкә тейешһең!”

Тормош һынауын үткән,
Бирешмәгән нәнәйем.
Уны шундай яратам,
Үтә лә ҡәҙерләйем.

Зөлфиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА,
Борай балалар ижады йорто тәрбиәләнеүсеһе.



Вернуться назад