Йәйҙе һағынырмын инде...25.08.2015
Йәйҙе һағынырмын инде... Йәйҙе ныҡ яратам. Уны нисек үткәргәнем тураһында тиңдәштәремә һөйләргә теләйем.

Беҙҙең ғаиләлә дүрт кеше – атайым, әсәйем, мин һәм һеңлем Асия. Баҡсабыҙ ныҡ ҙур. Унда йәйгеһен төрлө емеш-еләк, йәшелсә үҫә. Күрше йәшәгән дуҫтарым Алһыу, Арыҫлан, Таһир һәм башҡалар менән өлгөргән тәмлекәстәрҙе ашап кинәндек. Эҫе көндәрҙә күмәкләп атайым яһаған бассейнда йөҙҙөк. Бик күңелле булды.
Баҡсабыҙҙа умарта һанап бөткөһөҙ. Уларҙа дуҫтарым – бал ҡорттары – йәшәй. Мине бик яраталар. Ике тапҡыр битемдән “үпәс” итеп тә киттеләр.
Эргәләге урмандан баҡсабыҙға бәләкәй генә терпе лә килде. Ҡунаҡҡа йөрөргә яратҡан дуҫыма һөт ҡойоп бирҙем. Арҡаһынан һыйпап ярата ғына алманым.
Тиҙҙән балалар баҡсаһына йөрөй башлайһың, ти әсәйем менән атайым. Унда йәйҙе, баҡсабыҙҙы һағынырмын инде...
(Өс йәшлек Сафия ЗӘЙНУЛЛИНАның
Һөйләгәндәренән).


Вернуться назад