Башҡорттоң сая улы25.08.2015
Һәр кем белә Салауатты,
Ул – көслө рухлы батыр.
Бөркөт кеүек сая үҙе,
Һис тә булмаған бахыр.

Һай, Салауат батырыбыҙ,
Һин – башҡорттоң дан улы.
Халҡың азат булһын өсөн
Кискәнһең ут-даръяны.

Егет кенә сағыңда уҡ
Булғанһың ил терәге.
Һөргөндә лә халҡым тиеп
Типкән изге йөрәгең.

Гөлназ ВАХИТОВА,
Тирәкле мәктәбе уҡыусыһы.






Вернуться назад