Яугирҙәрҙе онотмайыҡ!22.02.2012
Олатайым Ғәйнулла Ниғмәтуллин Миәкә районының Яңы Илсеғол ауылында тыуып үҫкән. Янына ҡунаҡҡа барған һайын ул беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тураһында һөйләй торғайны.
Олатайым 1941 йылда фронтҡа алына. Яу юлын уҡсылар полкында пулеметсы булып үтә. Бөйөк Еңеүҙе Польшала ҡаршылай. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Ғәйнулла олатайым бер нисә йыл элек ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булып ҡалды. Уның исеме Миәкә районының Илсеғол ауылында Еңеү паркындағы иҫтәлекле таҡтаташҡа уйып яҙылған. Беҙгә яҡты тормош бүләк иткән яугирҙәрҙе онотмайыҡ!
Тимур НИҒМӘТУЛЛИН,
4-се мәктәп уҡыусыһы.
Мәләүез ҡалаһы.


Вернуться назад