Еңеүселәр кем?31.01.2012
Хөрмәтле кескәй дуҫтарыбыҙ! “Минең сабыйым” фотобәйгеһенең йомғаҡтары менән таныштырып үтергә ваҡыт етте.
Донъя күргән фотоларҙың һәммәһе лә матур, үҙенсәлекле булды. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Әммә ярыш еңеүсеһеҙ булмай. Һүрәттәрҙең сағыулығына, тексының йөкмәткеһенә ҡарап, урындарҙы түбәндәгесә билдәләнек:
I урын — Зилиә ҒАФАРОВА (Баймаҡ районы),
Ильяс ИСХАҠОВ менән Батырхан ҠАЛДАМАНОВ (Өфө ҡалаһы);
II урын — Камила һәм Иҙел ДӘҮЛӘТОВТАР (Белорет ҡалаһы),
Вилдан ДӘҮЛӘТБӘКОВ (Ейәнсура районы);
III урын — Илнур БИКБУЛАТОВ (Магнитогорск ҡалаһы),
Айҙар ЗАРИПОВ (Белорет районы, Манышты ауылы). Еңеүселәребеҙгә аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ.
Ә башҡа дуҫтарыбыҙ — Йылайыр районынан Эльмира БУЛАТОВА, Өфө ҡалаһынан Олег ХӘСӘНОВ, Өфө районы Шамонин ауылынан Камил ҒӘЛИӘКБӘРОВ, Баймаҡ районынан Нургизә РАЕВА, Бөрйән районынан Сажиҙә МӘЖИТОВАҒА “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хаты тапшырыла. Ҡотлайбыҙ, дуҫтар!
Бүләктәрҙе алыу буйынса 8(347)272-96-90 телефонына шылтыратығыҙ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика