Яҙ хәбәрселәре05.04.2014
Яҙ хәбәрселәре С. Әлибаев һүҙҙәре,
Д. Хәсәншин көйө.

Тып-тып итеп,
Тып-тып итеп
Тамсылар тама.
Йылт-йылт итеп,
Йылт-йылт итеп
Ҡояш та яна.

Йырлап төшә,
Йырлап төшә
Тамсылар бер көй.
Улар төшһә,
Улар тишһә,
Һалҡын ҡар ирей.

Саф тамсылар,
Саф тамсылар —
Яҙҙың йырсыһы.
Гүйә, улар,
Гүйә, улар —
Ҡояш тамсыһы.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика