Ҡотларға Ҡуян да килде!05.04.2014
Ҡотларға Ҡуян да килде!
Беҙҙең 51-се балалар баҡсаһы ҡыҙҙары һәм малайҙары һис кенә лә тик ултырырға яратмай. Бына әле лә, ҡояш нығыраҡ йылмая башлағас, тышҡа сығырға ашҡынып торалар.

Ҡышты ла шундай күңелле итеп үткәрҙек. Мәҫәлән, 8-се төркөмдә "Беҙ — буласаҡ олимпиясылар!" тигән спорт байрамы бик йәнле уҙҙы. Тәрбиәселәр Ынйы Әхмәтшина менән Әлиә Мөхәмәтйәрова, физкультура уҡытыусыһы Гөлшат Яҡшыбаева балаларға ҡыҙыҡлы, мажаралы уйындар ойошторҙо, йомаҡтар ҡойҙо. Ярышта көйәрмәндәр ҙә ихлас ҡатнашты. Аҙаҡ кескәйҙәр миҙал һәм тәмлекәс алып ҡыуанды. Еңеүселәрҙе ҡотларға Олимпиаданың талисманы Ҡуян да килде.
Әлиә МӨХӘМӘТЙӘРОВА,
тәрбиәсе.

Өфө ҡалаһы.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика