Яңы йыл теләге28.12.2013
Яңы йыл теләгеГ. Ҡолһарина һүҙҙәре,
Г. Ишҡыуатова көйө.

Шыршы бөгөн хәтәр ҡупшы —
Тубырсыҡ алҡа таҡҡан,
Мәрйен теҙгән сәтләүектән,
Ал шарҙан ҡына яҡҡан.

Сәсрәтеп көмөш ҡарҙарын
Яңы йыл баҫты ергә.
Зыр әйләнәм түңәрәктә
Дуҫтарым менән бергә.

Ҡушымта:

Йыр яңғырай күңелемдә,
Тик бер теләк телемдә:
Яңы йылды ҡаршылаһын
Һәр кем тыуған илендә,
Тыуып үҫкән ерендә,
Яҡты, яҡын өйөндә.
Яңы йылды ҡаршылаһын
Һәр кем тыуған илендә,
Тыуып үҫкән ерендә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика