Әсәй кеүек20.11.2013
Яратҡан уҡытыусым Сәйҙә Сәйәховаға

Уҡытыусым, әсәй кеүек,
Барыбыҙҙы ярата.
Класыбыҙға ингән һайын
Яҡты нурын тарата.

Белем үрҙәренә илтә
Уның һәр әйткән һүҙе.
Өйрәтә беҙгә булырға
Егәрле, тырыш, түҙем.


Вернуться назад