Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был ерҙәрҙең байлығы – һеҙҙең ҡулда”
“Был ерҙәрҙең байлығы – һеҙҙең ҡулда” ­Көтөп алған йәйге канику­лығыҙҙың бер өлөшөн һоҡ­ланғыс тәбиғәт мөйөшөндә, йәмле Ағиҙел буйында үткә­рер инегеҙме, дуҫтар? Әл­биттә, тиерһегеҙ. Ә бына Бөр­йән райо­ны уҡыусылары бындай хозурлыҡта йыл да кинәнә.
Ундағы Күҙәмбәт туғайын­да урынлашҡан “Ағиҙел” балалар лагеры йәй да­уа­мында гөрләп эшләй. Әйткәндәй, бөрйәндәр генә ял итмәй бында, тәбиғәт ҡосағына рес­публиканың башҡа ра­йон-ҡалаларынан да килеп етәләр.
– Тәүге ике сменала бергә ике йөҙҙән ашыу бала ял итте, – ти лагерҙың етәксеһе Әхәт Әбдрәхимов. – Өсөн­сөһөнә йөҙ самаһы уҡыу­сыны ҡабул иттек. Ялды күңелле лә, файҙалы ла итеп уҙғарыу өсөн барлыҡ шарт­тар тыуҙырылған “Ағи­ҙел”дә. Спорт майҙансығының, би­лә­мәләге сәхнәнең буш тор­ғаны юҡ тип әйтерлек. Тәүге сменала ял иткән балалар Ағиҙелдә көн дә һыу инеп кинәнде. Июлдә иһә, һауа торошоноң бер аҙ “үпкәләп”, “асыуланып” алыуы сәбәпле, ундай мөмкинлек булманы. Шуға ҡарамаҫтан, лагерҙа тормош гөрләп торҙо.
“Был ерҙәрҙең байлығы – һеҙҙең ҡулда”Икенсе сменала ял иткән­дәргә умартасылыҡ серҙә­ренә өйрәнеү бәхете тейгән икән. Балалар яҡындағы Ян­һары ауылы мәктәбенең умар­талығында дәрес алған. Лагерҙың өлкән вожатыйы Гөлнара Шәмиғолованың әйте­үенсә, бындай сараның төп маҡсаты – йәш бөрйән­дәрҙе тыуған яғының бай­лығын һаҡларға әйҙәү, ата-бабанан ҡалған кәсеп­тәр­ҙе дауам итеү мөһим­леген аңлатыу.
“Был ерҙәрҙең байлығы – һеҙҙең ҡулда”– Һәр төбәктең матур ки­лә­сәге – уның йәш быуыны ҡулында, – ти Гөлнара Ғә­фүр ҡыҙы. – Ошоно белеп үҫһен­дәр өсөн лагерҙа ял итеү­се­ләрҙе экскурсияларға йыш алып сығабыҙ. Балалар, мәҫә­лән, заповедникка, Шүлгән мәмерйәһенә, музей­ҙарға, Инсе­бикә ҡаяһы яны­на сәйә­хәткә ҙур ихласлыҡ менән йө­рөй. “Ошо ерҙәрҙең байлығы ки­лә­сәктә тап һеҙ­ҙең хәстәр­леккә мохтаж бу­ласаҡ” тигән һүҙҙәребеҙҙе, туризмға бәйле кәңәштәре­беҙҙе етдилек ме­нән тыңлай.
“Ағиҙел” тәжрибәле вожа­тый­ҙар, тәрбиәселәр менән тәьмин ителгән. Мәҫәлән, Таң­сулпан Ғәбиҙуллина бын­да етенсе йыл эшләй.
– Мәктәптә отпуск бире­леү менән лагерға юлланам, – ти ул. – Йәйҙе ошо лагер­ҙан, унда ял иткән бала­ларҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Өҫтәүенә эш хаҡы ла байтаҡ – баланы яңы уҡыу йылына әҙерләргә ҙур ярҙам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518