Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?30.03.2019
Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды.

Йыйылыш республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланды һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында үткәрелде. Сарала Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге төбәк делегацияһы ҡатнашты.

Сәфәр барышында Данир Ғәйнуллин Бөтә донъя татарҙары конгресы Башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров менән осрашты. Унда һүҙ июндә башҡорттар ҡоролтайын үткәреү, туған телдәрҙе, мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләре һ.б. хаҡында барҙы.

“Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөйбөҙ. Унда үҙебеҙҙәге этнос вәкилдәренең, шулай уҡ республиканан ҡырҙа, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең теләктәрен иҫәпкә алабыҙ. Әле Татарстанда 13 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Уларҙан фекер-тәҡдимдәр, идеялар көтәбеҙ, әүҙем булырға саҡырабыҙ”, – тине Данир Ғәйнуллин.

Ултырышта V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына биш делегат һайланды. Сарала ҡатнашыусылар “Беренсе республика” тарихи фильмын, “Арғымаҡ” төркөмөнөң концертын ҡараны. Аҙаҡ делегация вәкилдәре сәйәси золом ҡорбаны булған яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы, атаҡлы балерина, хореограф, педагог Нинель Юлтыеваның ҡәберенә сәскәләр һалды.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика