Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!30.03.2019
Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада Бабичтың кендек ҡаны тамған ерҙә – Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында – Бабичевтар, Кәримовтар атаҡлы туғандарының яҡты рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡытты, клубта мәҙәни сара ойошторҙо.

Был төйәккә һәр саҡ тәрән тулҡынланыу менән аяҡ баҫам. Тотош ауыл – Шағирҙың туғандары, тиергә була. Күптәнге таныштар, инде үҙемдең туғандарым кеүек. Быуат башынан алып был төбәккә аяҡ баҫмаған йыл булмағандыр ҙа әле бәлки!

Шағирҙы әсәһе Ҡыйғаҙытамаҡҡа ҡунаҡҡа килгән саҡта таба. Йәшәгән төйәктәре – Дүртөйлө районының Әсән ауылы. Шунда үткән Шәйехзаданың бала сағы, үҫмер йылдары. Әммә ул Ҡыйғаҙытамаҡҡа йыш килеп йөрөгән. Хатта, ауыл ҡарттары хәтерләүенсә, ҙур ҡумта менән ҡулъяҙмаларын да бында ҡалдырған булған. Ауыр замандар башланғас, уны ошондағы туғандары ергә күмгән. Хәҙер нисек кенә беләһең инде ҡайҙа ятҡанын?..

Бөгөн тотош ауыл булып ҡайтҡан туғандары Шағирҙың вафатына 100 йыл тулыу уңайынан уны шиғырҙары, ата-бабаларының хәтирәләре менән иҫкә алды.

2004 йылда Бабичевтарҙың шәжәрәләрен төҙөнөк. Ауыл зыяратында Шағирҙың бик күп туғандары менән бергә атаһы Мөхәмәтзакир мулла ла ята. 2005 йылда район хакимиәте, “Йәшлек” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, башҡорт зыялылары менән берлектә яңыртылғайны уның ҡәбер ташы. Йорт нигеҙендәге өйгә иһә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Торараҡ, 2006 йылда, һәйкәл-бюст асылды.

Урындағы мәсетте лә “Бабич нуры” тип туғандары исеме менән атаған халыҡ!


Вернуться назад

Яндекс.Метрика