Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?23.03.2019
Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы үтте.

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, ойошма аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, журналист Сәрүәр Сурина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сараға төбәгебеҙ райондарынан делегаттар саҡырылғайны, фойела ҡул эштәренән, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан бай күргәҙмә ойошторолдо.

Урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Ғәни Бикбаев белдереүенсә, фекер алышыуҙа һәр кем үҙ тәҡдимен еткергән, фекерҙәрен әйткән. Ауылдарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы маҡсатлы алып барыу, биләмәләрҙә алкоголь һатыуға ҡаршы көрәш алып барыу, халҡыбыҙҙың мәшғүллеген тәьмин итеү кеүек бурыстар һөйләшеүҙең төп нигеҙе булды.

Ултырышта V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды, резолюция ҡабул ителде.


Вернуться назад