Көндөҙ сыра яндырып эҙләмәһәк инек...12.01.2018
Һуңғы осорҙа мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ уҡытыу тураһында бәхәстәр күбәйеп китте. Утыҙ һигеҙ йыл мәктәптә белем биргән дәүеремдә рус телле кластарҙа ла, башҡорт балалары ғына уҡығандарында ла эшләнем. Рус кластары өсөн программаларҙы немец теленекенә оҡшатып төҙөп алыр инем, һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙә немец теленән дә уҡытҡайным.

Башҡорт кластарында ла, рус телле кластарҙа ла дәүләт теле дәрестәре керә, тиҙәр. Ул дәүләт теле дәрестәренең программалары, китаптары бармы? Булһа, туған телен һәйбәт белгән, шулай уҡ бөтөнләй белмәгән балалар өсөн айырым төҙөлгәнме?
Мәктәптә эшләү башҡорт теле уҡытыу­сыларына ҡасан еңел булды икән? 80-се йылдарҙа бер ниндәй әҙерлекһеҙ (програм­маларһыҙ, дәреслектәрһеҙ, методик күрһәтмәләрһеҙ) ҡала мәктәптәрендә башҡорт кластары асыу, урыҫ кластарында башҡорт телен уҡыта башлау туған тел уҡытыусылары өсөн үҙе бер ауыр, ҡаты һынау булды. Беренсенән, дәреслек­тәрҙең юҡлығы (ул замандарҙа, аптырағас, ауыл мәктәптәренән китаптар алып килеп уҡытып ҡараныҡ), икенсенән, тәүге йыл­дар­ҙа күп кенә мәктәп етәкселәренең башҡорт теле уҡытыусыларына ҡарата мөнәсәбәте лә бик йылы түгел ине.
Офоҡта БДИ пәйҙә булғайны, ата-әсәләр араһында, башҡа бер фән дә түгел, фәҡәт башҡорт телен уҡытыу сығарылыш имтихандарын тапшырыуға ҡамасау булып тора, тигән ҡотҡо тарата башланылар. Иң аптыратҡаны шул — ҡайһы бер уҡытыусылар үҙҙәренең булдыҡһыҙлығын танымайынса, уҡыусыларының өлгәше түбән булыуын башҡорт теленең уҡытылыуына, туған тел уҡытыусыларына япһара.
Туған телде уҡытыу өсөн ата-әсәнән ғариза талап итәләр, ә ниңә бүтән сит телдәрҙе өйрәнергәме-юҡмы тип яҙҙыр­майҙар? Нисәмә йыл инде мәктәптәрҙә, уңайлы шарттар тыуҙырылып, сит телдәр уҡытыла, шулай булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙың инглиз йәки немец телендә аралашҡанын ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән килеп, Учалы ҡалаһының 10-сы мәктәбендә эшләгән саҡтарым иҫкә төшә. Был апай маҡтана икән, тип уйлай күрмәгеҙ бер үк, башымдан үткәндәрҙе яҙам. Бер август кәңәшмәһендә башҡорт теле уҡытыусыларының хоҡуҡ­тарын яҡлап сығыш яһағайным, тамаша залында ҡаты шартлау яңғыраған һымаҡ булды. Берәүҙәр мине хупланы, икенсе­ләре бик ҡаты тәнҡитләне. Кәңәшмәнең аҙағына “Башҡорт теле. SOS!” тигән гәзит сығарып элеп ҡуйғайнылар. Һаманға тиклем дәреслектәрҙең мәктәптәргә килеп етмәүе лә предметыбыҙҙың, уҡытыусы­ларыбыҙҙың абруйын төшөрә. Әсбап яҙыу бер кешенең генә эше түгел. Дәреслек өҫтөндә эште фәнни һәм психологик яҡтан нигеҙләгән ғалимдар, йәнә кәмендә унлаған практик уҡытыусының көс түгеүе мотлаҡ. Уҡытыусының, уҡыусыларҙың өҫтәленә килеп ятҡансы ул дәреслеккә һынау үтер өсөн ваҡыт та кәрәк.
Быйыл Учалы ҡалаһы һәм районы мәктәптәренән ҡырҡ уҡытыусының пенсия йәшенә етеүе билдәле булды, ә уларға алмашҡа ни бары ун бер генә йәш белгес эшкә килгән. Уҡытыусы һөнәренең абруйы төшә башлағанын тоябыҙ был күрһәт­кестәрҙән. Әйләнгән һайын башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылып торғас, киләсәктә башҡорт филологияһы факультетына кем уҡырға барыр ҙа ошо йүнәлештә кем эшләргә теләр икән?
Һәр милләт балаһы туған телен белергә, иленең патриоты булырға тейеш, ләкин телде уҡытыуға бүленгән сәғәттәр һаны йылдан-йыл кәмей барғанда, нисек итеп уға һөйөү тәрбиәләргә, нәфис әҙә­биәтте аңларға, еренә еткереп үҙебеҙсә һөйләшергә, аралашырға, өйрә­нергә?
Туған телгә һөйөү тәрбиәләү, һөйлә­шергә өйрәтеү ғаиләнән башлана, тиҙәр. Ата-әсәһе балалары менән туған телдә иркен аралашҡан ғаиләләрҙә шулайҙыр ҙа, ә бына ҡала мәктәптәрендә үҙ телен белмәгән ата-әсә нисек итеп балалары менән туған телендә һөйләшер ҙә уға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләр икән? Һуңғы йылдарҙа йыш ҡына ошондай фекер ишетелә башланы: күп кенә йәш ата-әсә эштән ҡайта ла Интернетта ултыра. Балалары ҡамасауламаһын өсөн телевизор ҡабыҙып ҡуя. Улары, онотолоп китеп, бер ниндәй эстетик ҡараш тәрбиәләмәгән шөкәтһеҙ йәнһүрәт геройҙары донъяһына сума йә телефон, планшет менән уйнай. Шуғалыр ҙа йылдан-йыл телмәре ярлы, һаҡау сабыйҙар күбәйә башланы, хатта дүрт йәшкә тиклем һөйләшмәгәндәре бар.
Тағы ла бер миҫал: Учалы районының Яңы Байрамғол мәктәбендә балалар һаны кәмегәс, Уральск урта мәктәбенең филиалы булып ҡалды. Уральск – рус мәктәбе. Яңы Байрамғол мәктәбе лә милли мәктәптән тулыһынса рус теллегә әйләнде лә ҡуйҙы. Башланғыс кластарҙан алып бөтә предметтар ҙа ошо телдә алып барыла. Республикабыҙҙа ҡулайлаш­ты­рыуҙан һуң ошондай хәлдә ҡалған бындай мәктәптәр бик күптер. Шулай булғас, туған телдәрҙе уҡыу, һәйбәт итеп һөйләшергә өйрәтеү тураһында ниндәй һүҙ булырға мөмкин?!
Әгәр ҙә эш гел ошолай бара икән, киләсәктә үҙ халҡын, туған телен һанға һуҡмаған быуын үҫеп сығасаҡ. Тел белмәгән быуын халҡының тарихын өйрәнерме, йолаларын хөрмәт итерме, нәфис әҙәбиәтен уҡырмы? Театрҙарҙа башҡорт телендә ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарармы? Телен аңламаған башҡорт халҡыбыҙҙың оҙон көйлө, моңло йырҙа­рын, бөтә нескәлектәрен аңлап, йөрәгенән үткәреп аһәңле итеп башҡара алырмы? Бөтә донъяла тиңе булмаған данлыҡлы, үлемһеҙ “Урал батыр” эпосын һәм башҡа ҡомартҡылар ижад иткән башҡорттоң киләсәктә сәсәндәре, шағирҙары, яҙыусы­лары тыуырмы? Булғанды юҡҡа сығарыу еңел ул, ә бына юғалғанды тергеҙеү, ай-һай, ҡыйын булыр. Күпмелер йылдар үткәс, аңға килеп, саф башҡортса һөйләш­кән, туған телендә ижад иткән кешеләрҙе көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табып булмаҫ...

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Учалы районы.


Вернуться назад