Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Киләсәгем яҡты булһын тип, Тамырымды доға менән һуғарам!”
“Киләсәгем яҡты булһын тип, Тамырымды доға менән һуғарам!”Бик үҙенсәлекле бөгөнгө әңгәмәсем. Ни өсөн тиһегеҙме? Әллә нимәләр хаҡында китап яҙырға, уйлап сығарып ижад итергә була, ә бына ошо тормошта йәшәгән изгеләр тураһында китап яҙырға йөрьәт итеү һәр кемдең ҡулынан килә торған, күңеле халәтен асҡан ғәмәл түгел.
Бала саҡтан һәр беребеҙ ишетеп үҫтек әүлиәләр, изгеләр, уларҙың ҡәберҙәре хаҡында. Әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында ул хаҡта һөйләү ҙә, һөйләшеү ҙә тыйыла ине, сөнки рәсми власть тарафынан дин тыйылған йылдарҙа тәрбиәләндек беҙ. Хәйер, Аллаға шөкөр, ауылдарҙа барыбер муллалар булды, бәндәләрҙең өс туйы ғәмәлдәре атҡарыла килде.
Халыҡтың хәтерен, мәңге һайыҡмаҫ рухи даръяһын әйтәм! Таң ҡалырлыҡ бит уға! Әллә ҡасанғы дәүерҙәрҙә йәшәгән ата-бабалар хаҡында риүәйәттәр, эпостар ҡайһы халыҡ хәтерендә анау хәтлем кимәлдә һаҡланған?! Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән матди байлыҡ артынан ҡыуған кешелек, йәнә лә рухи ҡиблаһын эҙләп табып, уға табына башланы. Тап ошо мәлдә Лира Яҡшыбаева кеүек әҙибәнең килеп сығыуы, башҡорттоң изгеләре тураһында яҙа башлауы, бер ҡараһаң, тәбиғи күренеш тә кеүек. Ундайҙарҙы заман үҙе тыуҙыра, шуға күрә әҙибәнең китаптары магазиндарҙа йылдар буйына саңланып ятмай, улай ғына түгел, улар һатыуға сығып та өлгөрмәй, ахырыһы. Уҡыусылар үҙҙәре эҙләп таба, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый, уларҙағы рухи ҡиммәттәрҙе башҡаларға өләшә. Уйлайым-уйлайым да, барыбер таң ҡалам мин Лира апайҙың ҡыйыулығына, тәүәккәллегенә! Был шәхестәр хаҡында ишетергә, ишеткәнеңде башҡаларға еткерергә була, әммә китап яҙырға ҡыйыулыҡ табыуына Күктәр үҙе лә сәбәпсе булғандыр, тип ҡуям. Аңлаған кеше өсөн шуны ла өҫтәгем килә: был яҙмалар уға мәртәбәнән бигерәк, шундай ҙур яуаплылыҡ, бурыс өҫтәй. Бына ошолар хаҡында һөйләшкем килде лә минең Лира Миңләхмәт ҡыҙы ЯҠШЫБАЕВА менән.

– Лира апай, һеҙҙе иман нурын балҡытҡан шәхестәр хаҡында яҙыусы тип беләбеҙ. Нисек был темаға тотоноп киттегеҙ?
– Мин бит тәүге һөнәрем буйынса уҡытыусы. Бер мәл август конферен­цияһынан ҡайттыҡ. Шунда уҡытыусылар йыйылып тороп: “Әйҙә, Мөжәүир хәҙрәт хаҡында яҙ!”– тип әйтте. Шунан мин яҙырға ныҡлап тотоноп киттем. Сабир хәҙрәтте яҙғанда туғандары, бигерәк тә ейәнсәре Асия Вәли ҡыҙы ныҡ өгөтләне. Ғабдулла Сәйедигә арнап Муллаҡайҙа йыл да йыйын уҙғаралар, шунда ла, сәхнәгә сығып, яҙыуымды һоранылар. Был үтенестәр миңә ҙур бурыс йөкмәтте, һәм яйлап ошо темаға тотоноп киттем. Зәйнулла ишан менән дә ошондай уҡ хәл булды. Ни өсөндөр кеше аша әйттерәләр миңә был эште. Шәмиғол хәлфәне яҙығыҙ әле, тигән үтенес тә килеп етте. Уйландым. Шунан яҙыр өсөн Бохараға барып, егерме көн йөрөп ҡайттым. Мәсет, мәҙрәсәләр буйлап үттем, сөнки хәлфәбеҙ унда ҡырҡ йыл йәшәгән. Китап яҙыу еңел эш түгел, әлбиттә, әммә ҡыҙыҡлы. Етмәһә, халҡының иманы һағында торған шәхестәр тураһында ижад итеү ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Бөтәһен дә аңлап, төшөнөп, тәрән өйрәнеп, архив материалдарын туплап, документтарға таянып яҙырға кәрәк. Улар бит әкиәт батыры түгел, ә был тормошта йәшәгән кешеләр.
Рух илселәре хаҡында сиратлап әйтәләр, бөтәһен бер юлы әйтмәйҙәр.
– Лира апай, һеҙ әүлиәләр, халыҡ­тың изгеләре хаҡында күп яҙаһығыҙ. Кем һуң улар? Әйҙәгеҙ, аңлатып китәйек?
– Әүлиәләр – улар пәйғәмбәрҙәрҙән, сәхәбәләрҙән ҡала, Аллаһ Тәғәләгә иң яҡын торған заттар. Улар тыумыштан илаһи ҡөҙрәтле була, Аллаһ Тәғәләнең һөйөклө бәндәләре, хәбибтәре. Тәбиғәттән һәр кешегә Хоҙай тарафынан ниндәй ҙә булһа һәләт һалына. Кемдәргәлер – байлыҡ, икенсегә – аҡыл, өсөнсөгә матурлыҡ, дүртенсегә ана шул әүлиәлек бирелә. Шул ҡиммәттәрҙе уҡып та, әллә ниндәй ҙур аҡсаларға ла, имләп тә, көйләп тә һатып алып булмай. Әүлиәләр, Аллаһ Тәғәләнең һайлам бәндәләре булараҡ, эске тәрән рухи көс, әҙәп менән тыуа донъяға.
– Бөгөн беҙҙең арала ундайҙар бармы?
– Бар, әлбиттә. Халыҡ араһында ундайҙар тыуа. Беҙҙең халыҡ хатта “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тип тә әйтә. Ауылдарға барһаң, аҡыллы, тәрән зиһенле, ҙур йөрәкле кешеләрҙе күреп, аптырап та ҡуяһың. Бер ҡараһаң, улар бер ҡайҙа ла белем дә алмаған, әммә донъяуи ҡараштары, үҙҙәрен тотоштары, аҡыллы кәңәштәре, зыялыларҙан былай интеллекты менән улар әллә нисәмә вуз бөтөргән ғалимдарға алмаштырғыһыҙ. Ә бит уларҙың хатта дүрт класс белемдәре лә юҡ. Был нимәнән килә? Уларға ана шул тәрән ғилемде Аллаһ Тәғәлә күңел­дәренә һалып тыуҙырған. Төпкөл аң, зирәк зиһен – Күктәр бүләге ул, туғаным. Мәктәптәрҙә бирелгән белем Аллаһ Тәғәләнән килгәнен үҫтерер өсөн файҙалы, әммә ул имани, рухи тәрәнлек бирә тигән һүҙ түгел. Уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлеген дә ҡулланырға кәрәк, сөнки донъяның беҙ асып бөтмәгән серҙәрен өйрәнеү өсөн зарур ул. Кешегә барыһы ла Хоҙай тарафынан бирелә. Кешеләр араһында матурлығы, байлығы, көсө менән маһайыусылар ҙа бар. Аллаһ Тәғәлә биргән бит ул матурлыҡты, ә һинең шәхси ҡаҙанышың түгел, шуға күрә бының өсөн Күктәргә рәхмәтле булырға кәрәк. Аллаһ Тәғәлә нисек биргән, шулай алыуы ла ихтимал. Һиңә һәҙиәләнгән матурлыҡты ла Аллаһ Тәғәләгә хеҙмәт юлында дөрөҫ файҙалана белеү мөһим.
Һиңә бирелгәнде берәү ҙә тартып ала алмай, сөнки ул һиңә тәғәйенләнгән.
– “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел”. Ошо әйтем нимәне аңлата, һеҙҙеңсә?
– Кешегә ихтирам менән ҡарарға кәрәклекте аңлата. Хатта үҙеңдән башҡаларға юғарыраҡ заттарҙай бағырға кәрәк, тигән һүҙ ул. Бәлки, ябай ғына кейенгән, ябай ғына итеп аралашҡан кеше әүлиәлер, ә һин уның алдында үҙеңде тәкәббер тотоп, оятҡа ҡалыуың бар. Ғөмүмән, кешеләргә ихтирамлы, яҡшы мөғәмәләлә булыу мөһим.
– Ҡайһы бер кешеләр хатта был донъялыҡта йәшәгәндә үҙенең әүлиә икәнен дә белмәй үлеп китеүе ихтимал, тиҙәр...
– Элеккерәк дәүерҙәрҙә мәҙрәсәләрҙә уҡыған суфыйҙар, дәрүиштәр башҡалар белмәгәнде белгән, алдан тойған. Уларҙы халыҡ араһында диуанаға һанаусылар ҙа булған. Донъя артынан ҡыумаған, ер йөҙөндә йәшәүҙең мәғәнәһен Аллаһҡа хеҙмәт итеүҙә, бары тик изгелек ҡылыуҙа күргән был заттар киң танылыуға ла, ҙур хөрмәт ҡаҙаныуға ла ынтылмаған, улар бары тик яҡшылыҡ юлында йөрөгән, Хоҙай биргән ғүмерен лайыҡлы үтергә тырышҡан. Ундайҙар, минеңсә, бөгөн дә беҙҙең арала бар. Динде инҡар иткән совет осоронда ла иманын һатмаған дин әһелдәре, изге хәҙрәттәребеҙ йәшәгән. Заманына ҡарап тормай әүлиәлек асылы. Аллаһ Тәғәлә насип итһә, иң иманһыҙ осорҙа ла халҡын ҡурсалар өсөн ергә әүлиәләр ебәреләсәк.
Артыҡ ныҡ ихлас, артыҡ ныҡ ябай, артыҡ ныҡ игелекле булһа, кешеләрҙе иҫәргә һанай торған ғәҙәттәбеҙ. Ситтән ҡараһаң, бәлки, шулай күренәлер ҙә, әммә был сифаттар бәндәләрҙе Хоҙайға яҡынайта.
– Ғөмүмән, башҡорт халҡы шундай!
– Эйе, башҡорттарға Аллаһ Тәғәлә тарафынан суфыйсылыҡ сифаттары һалынған. Беҙҙең халыҡ ябай, алсаҡ, бер ҡатлы, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл. Донъя малы артынан ҡыуғандарға был сифаттар ят, шуға күрә лә улар беҙгә кәмһетеп тә ҡараған һымаҡ. Быға ҡайғырырға кәрәкмәй, сөнки Аллаһ Тәғәлә башҡорттарға иң күркәм сифаттарҙы һәҙиәләгән. Эйе, кеше ғаиләһен ҡарау, донъяһын матур, таҙа тотоу яғын да хәстәрләргә бурыслы, әммә байлыҡ тип иҫ китергә ярамай. Беҙҙә барыһы ла сама менән бар, ҡайһы саҡ хатта йышыраҡ рухиәт һағына баҫабыҙ. Был беҙҙең халҡыбыҙҙың юлы, тип аңлайым. Һәр милләткә бирелмәй ул иман, рух өсөн хеҙмәт итеү бурысы. Был – ҙур һәм сауаплы ғәмәл! Беҙгә Күктәр шундай матур ер биргән, күркәм холоҡ насип иткән, былар барыһы ла беҙҙе Аллаһ Тәғәләгә яҡынайта ғына, шуға күрә үҙебеҙҙең бөйөк ябайлыҡтан оялырға ла, ҡурҡырға ла кәрәкмәй. Хоҙай барыһын да күрә, белә, күреп-белеп бирә!
– Һиңә бирелгәнде берәү ҙә тартып ала алмай, сөнки ул һиңә тәғәйенләнгән, тинегеҙ. Ә бит кеше өлөшөнә кергәндәр ҙә бар...
– Былар барыһы ла – һынау. Әгәр кемдеңдер өлөшөнә индең икән, ул бит әле был яҡшы ғәмәл, Аллаһ ул кешенән риза тигәнде аңлатмай. Бер ҡасан да кешенең күңелен рәнйетергә ярамай, хатта яңылыш ҡыйһаң да, Хоҙайҙан ғәфү үтенеү һорарға кәрәк!
Аллаһ Тәғәлә Ергә әҙәм балаларын һынау өсөн ебәргән. Ул кешенекен тартып алғанды ла, ауыр хәлдә ҡалғанды ла һынай. Сабыр булһаң, лайыҡлы рәүештә алдыңа ҡуйылған кәртәләрҙе еңеп сыға алһаң, ул дәрәжәңде арттыра, мәртәбә өҫтәй. Кеше өлөшөн тартып алған кеше киләсәктә, ғәҙәттә, өлөшһөҙ ҡала. Аллам һаҡлаһын кешенекенә үрелеүҙән! Яулап алған дәрәжәләр, мәртәбәләр Аллаһ бүләге түгел бит. Ә кешенән килгәндең бармы икән бәндәләргә кәрәге? Ниндәйҙер байлыҡ, ниғмәт изгелек, яҡшылыҡ менән бирелһә лә, Аллаһ Тәғәлә уның өсөн дә хаҡын һорай барыбер. Был ерҙә бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй.
– Һеҙ бик күп шәхестәребеҙ хаҡын­да яҙҙығыҙ. Улар барыһы ла – әруах­тар. Төшөгөҙгә ингәндәре бармы?
– Мөжәүир хәҙрәтте яҙа башлауым төшкә бәйле булды. Бер көн генә ошо хаҡта уйлап ултырҙым. Улы Мөхәммәт ауырып ятҡанда уны төшөндә күрә: туннелдәр аша сығарып, атайым һинең эргәңә баҫтырып китте, тине ул. Шунан башланып китте лә инде беҙҙең эш. Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы китаптың тәүге битен ҡара әле. Ана шул фото миңә иң тәүҙә төшөмә инде. Минең өсөн был бик ғәжәп күренеш булды. Әле булһа иҫем китеп хәтерләйем. Ошо урында ошо ерҙә ошо кейемдә төшөмдә Мөжәүир олатай: “Ҡыҙым, һиңә бетеү кәрәкме?” – тип баҫып тора. Күпмелер ваҡыт үткәс, Баймаҡҡа осрашыуға барғас, бер ҡатын миңә ошо фотоны тотторҙо. Шуға күрә китаптың беренсе битенә бетеү итеп ошо рәсемде ҡуям. Улы Мөхәммәт ошо фотоны күреп ҡалды ла бик аптыраны, сөнки уны күргәндәре юҡ балаларының. Ә бит теге ҡатындың кемлеген дә белмәйем, күрһәм, танымайым да, әммә уға шул тиклем рәхмәтлемен. Бына шулай бик ҡыҙыҡ булды ул ошо һүрәттең табылыу тарихы.
Рухиәт һаҡсылары булған шәхестәребеҙ хаҡында китап яҙа башлағас, бик күптәрҙең төштәренә керҙем, улар аша ла миңә ижад итергә, тап ошо йүнәлеш буйынса эшләргә кәрәклеге әйтелде. Төшөмдә Мөжәүир олатай бик мул табынға саҡырҙы мине, бына ошолар барыһы ла артабан ижад итеүгә рухландырҙы.
Ә инде яҙа башлар алдынан ул миңә бик күп хикмәттәрен күрһәтте. Тәүге тапҡыр ниәтләп сәфәргә сыҡҡанда яҙ ине, машинанан төшәбеҙ ҙә йыуа, ҡуҙғалаҡ эҙләйбеҙ, тик таба алмайбыҙ. Мин ул яҡта оҙаҡ йәшәгәс, ҡайҙа нимә үҫкәнен яҡшы беләм, әммә табылмағанға аптырап бөттөм. Ҡыҙы Заһиталарға индек, ултырҙыҡ, Мөжәүир олатай әйткәнсә, килгән юлдан түгел, икенсеһенән ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда ирле-ҡатынлы икәү осраны, уларҙы ултыртып алдыҡ. Һөйләшеп китһәк, былар Мөжәүир хәҙрәттең иң кесе улы Хәмиҙун менән килене икән (атаһына 75 йәш булғанда тыуа ул). Беҙҙең ниндәй ниәт менән йөрөгәнде белгәс, ул беҙҙе үҙенә алып китте. “Лира апай, бына һеҙгә йыуа менән ҡуҙғалаҡ, былар һиңә”, – тип ул өҫтәл тултырып һалып ҡуймаһынмы! Ҡайҙан таптылар икән, тип аптыраным. Баҡтиһәң, Мөжәүир хәҙрәттең ана шулай шаярта торған холҡо ла булған. “Үлән йыйып интекмәһен, китабын тиҙерәк яҙһын, тигәндер атайым”, – тип аңлатты быны Хәмиҙун. Ул миңә бетеү ҙә яҙып бирҙе, бик уҡымышлы кеше. Мин икеләнеүемде белдерһәм дә, Хәмиҙун, киреһенсә, дәртләндереп еберҙе: “Атайым хаҡында әллә нисәмә китап яҙырһың әле, апай”, – тине. Ана шулай миңә һәр ваҡыт кеше аша әйтелде. Һәр шәхес хаҡында кем дә булһа нимәлер әйтә, ишара бирә килде.
– Был китаптар менән халыҡҡа әйтергә теләгән иң тәүге һүҙегеҙ?
– Аҡыл эйәләре шундай фекер әйткән: тамырығыҙҙы һуғарып тороғоҙ! Бына ағастың да тамырын һуғарһаң, ул үҫә, япраҡ яра, сәскә ата, емеш бирә. Шунһыҙ ул ҡорой. Кешеләр ҙә ошо рәүешле үҙенең тамырын һуғарып торорға тейеш. Нисек тип һорарһығыҙ? Доға менән! Иртәнсәк намаҙҙан һуң ултыраһың да ата-әсәңә, туған-тыумасаңа, ете быуыныңа, ата-бабаларыңа доға ҡылаһың. Иң беренсе Аллаһ Тәғәләгә, Мөхәммәт (с. ғ. һ.) пәйғәмбәргә, сәхәбәләргә, әүлиәләргә рәхмәт әйтәһең! Беҙ ана шулай рәхмәтле булып, тамырҙарыбыҙҙы доға менән һуғарып торһаҡ, үҫеп килгән йәш быуын да сәләмәт, беҙгә ҡарағанда ла уңышлы буласаҡ. Улар имандың көсөн белеп, тойоп үҫергә тейеш. Беҙҙең бөгөн ҡылған доғаларыбыҙ әле тыумаған балаларға ла барып етә. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең иманыбыҙ аша халҡыбыҙға яҡты рухлы киләсәк, иманлы йәштәр бирәсәк! Доға үткәндәрҙе киләсәк менән, Ерҙе Күк менән, халыҡты Иман менән бәйләй. Доғала бөтәһе лә әйтелә.
– Бындай шәхестәр хаҡында яҙыу – ҙур яуаплылыҡ. Ә бит һеҙ ҙә кеше. Бөтәбеҙгә лә хас булған кире сифаттар күңелегеҙҙе шаҡыймы?
– Беҙ шуны беләбеҙ: Аллаһ Тәғәлә ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй. Әгәр Хоҙай мине ошо эште башҡарырға һайлап алған икән, моғайын, лайыҡлы тип тапҡандыр, сөнки, мәҫәлән, Мөжәүир хәҙрәт хаҡында миңә тиклем яҙырға теләүселәр бик күп булған, әммә килеп сыҡмаған бит эштәре. Был хеҙмәт миңә тәғәйенләнгән булған.
– Ул ваҡытта, бәлки, заманы башҡа булғандыр?
– Әле лә бар яҙырға ниәтләгәндәр, әммә эштәре барып сыҡмай, шуға күрә миңә был ижади юл лайыҡ булған икән, Аллаһ Тәғәләгә ҙур рәхмәтлемен! Гонаһһыҙ кешеләр булмай, әммә мин юлдан яҙып, бөткән кеше түгелмендер тим, сөнки ошондай ҙур дин әһелдәре хаҡында яҙыу мөмкинлеге бирелмәҫ ине.
– Кешегә бит әрнеү ҙә, үпкәләү ҙә хас, ул сифаттарҙан нисек ҡотолаһығыҙ?
– Ул етешһеҙлек миндә бар: кешенән һүҙ ишетһәм, көйөп китәм. Әммә шунда уҡ Аллаһ Тәғәләнән ғәфү итеүен һорайым, был һынауҙы ла лайыҡлы үтергә насип булыуын үтенәм! Әгәр инде үҙемдең хаҡлығымды беләм икән, үҙемдекен иҫбатларға тырышам һәм шулай булырға кәрәк. Тауышланып, зыҡ ҡубып түгел, матур итеп кешеләргә кәрәкле һүҙҙе әйтеп йөрөү мөһим. Кешеләрҙең насар ҡылығына, битарафлығына битараф ҡалырға ярамай.
Үҙемдең күңелемә ятмаған, насар сифаттарымды беләм, уларҙан ҡотолорға тырышам, эзотерик китаптар уҡыйым, доғалар ҡылам. Дин ғалимдарының яҙмаларында ла бик күп фәһемле фекерҙәр бар. Әгәр яҡты күңелле, изге кешеләр хаҡында китап яҙам икән, үҙем дә шундай булырға ынтылам. Яҡшы ғәмәлдәр хаҡында ҡыҙыҡлы хәҙистәр ҙә бар. Мәҫәлән, бына берәүһендә былай тиелә. Ике күрше йәшәгән. Береһе ғүмере буйы эшләгән, ғаиләһен ҡараған, кешеләргә ярҙам иткән, мал көткән. Икенсеһе мәсеттән сыҡмаған, доға ҡылған, үҙ алдына ғына йәшәгән. Икеһе лә үлеп китеп, теге донъяға барып эләккән. Гел эшләгәне ожмахҡа үткән, ә гел үҙ алдына ғына уҡынғаны тамуҡҡа олаҡҡан. Һуңғыһы бик аптырап: “Һуң мин бит ғүмер буйы доға ҡылдым, кешеләр менән аралашманым, яманлашманым, ни өсөн мин бында?” – тип һораған. “Һин бит бер кешегә лә изгелек ҡылманың, ә бына был кеше бик күптәргә яҡшылыҡ эшләне, балалар баҡты, игелек сәсте!”– тигәндәр быға. Бәндәнең ерҙәге иң төп бурысы – изгелек ҡылыу. Мин ошо хаҡта онотмаҫҡа тырышам. Гел генә доға ҡылған кеше дөрөҫ юлда икән, тип уйларға ярамай. Зәйнулла ишан икеһен дә берләштерергә ҡушҡан, йәғни доға ла ҡыл, кешеләргә изгелек тә ит! Доға менән ғәмәл бергә булыуы зарур.
– Бәндәләр белергә тейешле иң төп доға?
– Ул инде Аллаһ Тәғәләнең берлеген һәм барлығын таныу: лә иләһә Аллаһ Мөхәммәдү-ррәсүлуллаһ. Был беҙҙең беренсе һәм иң төп доғабыҙ!
– Намаҙ уҡыйһығыҙмы? Ҡасандан алып?
– Мөжәүир хәҙрәттең беренсе китабын яҙғанда намаҙ уҡымай инем әле. Шул йыйынтыҡ 2004 йылда сыҡты һәм үҙемә һорау бирҙем: “Ошо тиклем шәхес тураһында яҙып, нисек инде мин намаҙға баҫмайым?” Ҡөрьәнде уҡый белә инем бит инде, ғәрәп, иҫке төрки телдәрен университетта уҡып өйрәнгәйнем. Шулай итеп, намаҙға ла баҫтым. 2004 йылда булды был хәл.
– Ҡайһы бер һеҙ яҙған шәхестәрҙең туғандары, балалары ризаһыҙлыҡ белдергән саҡтар ҙа булды. Улар менән нисек итеп аңлашып ҡуйҙығыҙ?
– Улар миңә ниндәй ризаһыҙлыҡ белдерә? Был һорау менән килешмәйем, дөрөҫөн әйткәндә. Балалары үҙҙәре хаҡында яҙғанды теләй, нәҫел ебен дауам итеүсе булараҡ, улар хаҡында ла ижад итеүемде көткән булып сыҡты. Ә минең маҡсатым башҡа ине, шуға күрә ул ризаһыҙлыҡ­тарын әллә ни ҡабул да итмәнем. Әммә берәү ҙә бер ҡайҙа ла ялыу яҙманы, киң мәғлүмәт саралары аша бысраҡ яғыуға барып етмәне, сөнки барыбер ҙә уларҙың ата-бабаларын ҙурлауымды аңланылар.
– Һеҙҙең был китаптарығыҙҙы халыҡ күп уҡый. Иғтибарҙан башығыҙ әйләнеп киткән саҡтар булманымы?
– Бер ҙә баш әйләнгәне юҡ әле. Икенсе тема табылып тора, шуны нисек яҙам, китабын нисек сығарам, тигән уйҙар менән янам. “Зәйнулла ишан” тигән әҫәрем халыҡ араһында тиҙ таралып бөттө, әле яңынан сығарҙым, урыҫса ла нәшер иттем.
Ныҡ маҡтаһалар, бик уңайһыҙланам, оялам. Салауат ҡалаһынан Ғилмиҙан тигән ҡатын: “Ҡулдарыңа алып ап-аҡ лотос,
Аҡ яулығың ябынып башыңа,
Бөтәбеҙгә Ер шары берәү тип,
Һин киләһең халҡың ҡаршына”,
– тип шиғыр яҙып ебәргән. Ҙур рәхмәт уға. Әммә был тиклем маҡтауҙарға мин лайыҡмы икән? Улай тип әйтергә яраймы һуң, тип уңайһыҙланып, борсолоп та китәм. Уҡыусылар араһында китаптарым киң популярлыҡ менән файҙаланыуына ҡыуанам, был бит халыҡта иманға ынтылыш, изгеләр рухына инаныу уяныуы хаҡында һөйләй. Яҙғандарымды уҡып, кешеләр дин юлына баҫһа, әүлиәләрҙе ололоҡлаһа, намаҙ менән көнөн башлаһа, миңә артығы кәрәкмәй ҙә. Был китаптарҙы уҡығанына халҡыбыҙға рәхмәтлемен! Изгеләрен ҙурлаған халыҡҡа иман ҡайта. Намаҙ уҡыған һайын мин уларға бағышлап доға ҡылып торам.
– Үҙегеҙ менән мөғжизәләр булғаны бармы? Әүлиәләр кәрәмәттәр күрһәтмәйме?
– Яп-ябай кешемен. Минең менән бер ниндәй кәрәмәт тә булғаны юҡ, күрәҙәсе лә түгелмен. Ә бына китапты яҙырға ултырһам, күңелемә мәғлүмәт килә башлай. Мин яҙған әүлиәләр борон заманда түгел, XX быуатта йәшәгән кешеләр бит инде. Уларҙы белгән, күргән быуын әле иҫән, шуға күрә уларҙың ауыҙынан: “Ҡайҙан белеп яҙҙың? Янында йөрөгән кеүек ижад иткәнһең”, – тиһәләр, һис аптырамайым, сөнки мәғлүмәтте туплап, материалдарҙы йыйып, архивтарҙан, мәсеттәрҙән сығып, өҫтәл янына килеп ултырыуым һәм ҡулыма ручка алыуым була, миңә яңынан мәғлүмәт ағыла башлай. Шул заманға, шул мөхиткә инеп китеп яҙам.
– Кешеләр бер-береһен ғәфү итмәҫлек гонаһтар бармы, һеҙҙеңсә?
– Был һорау мине бик ныҡ уйландыра. Бына әле Зәйнулла ишандың бер әйткәне иҫкә төштө. Уға нахаҡ бәлә яғып, ике мулла уны төрмәгә ултыртыуға сәбәпсе була. Китапта көнсөллөк арҡаһында Зәйнулла ишандың ни тиклем яфа күреүен яҙам мин. Үҙенең ғилеме, аҡылы менән нахаҡ бәләләрҙе еңеп, ул дан ҡаҙанып ҡайтып килә икән. Батша үҙе оҙатыусылар ебәреп, уны бүләктәр менән ҡайтарып ебәргән. Уның шундай маҡталып ҡайтып килгәнен ишетеп, теге ике мулла нимә эшләргә белмәгән. Бер урында уны көтөп тороп, ғәфү итеүен һорайҙар. Ярай, ти хәҙрәт, тик ике мендәр алып килегеҙ ҙә уның йөнөн тирә-яҡҡа таратығыҙ, ти ул. Тегеләр шулай эшләйҙәр ҙә ҡәнәғәт ҡиәфәттә килеп инәләр. “Ә хәҙер таратҡан йөнөгөҙҙө кире йыйып алығыҙ!” – ти хәҙрәт. “Был бит мөмкин түгел!”– ти тегеләр. “Һеҙ таратҡан ғәйбәтте лә йыйып алып буламы һуң, нисек уйлайһығыҙ?”– тип һорай Зәйнулла ишан. Илгә таралған ғәйбәтте йыйып алып булмай. Аллаһ Тәғәлә кешелек донъяһына “Хүмәзә” тигән сүрә ебәргән. Иң ҡаты язаға ғәйбәтселәр дусар ителә. Ғәфү ителмәй торған гонаһ – ул ғәйбәт. Халыҡ араһында ул киң таралған, быны туҡтатырға кәрәк. Шуныһы аяныслы: ғәйбәтсенең үҙенә генә түгел, ете быуын балаларына ла ауырлыҡ килтерә ул.
– Аллаһ Тәғәлә алдында беҙ кем, һеҙҙеңсә?
– Ғәрәп хәрефтәре менән “әҙәм” тип яҙһаң, беҙҙең бар булмышыбыҙ асыла. Беҙ Аллаһ Тәғәләгә саждә ҡылыусы, баш эйеүсе.
– Бөгөнгө заман кешеһенә иң мөһим сифат, һеҙҙеңсә?
– Ниәт, ғәмәл, тәүәккүл – бына ошо өс нәмә хаҡында беҙгә оноторға ярамай. Ниәт ҡылмай ғына ғәмәл ҡылып йөрөһәң, ул тәүәккүл булмай, йәғни изге уйың барып сыҡмай. Әгәр ниәт ҡылып, ғәмәлһеҙ йөрөһәң, был да килешкән эш түгел. Тәүәккүл – ул изге ниәт. Былар өсөһө бергә булғанда ғына Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыу була. Ниәттәрҙең дә төрлөһө була бит, шуға күрә лә тәүәккүл хаҡында оноторға ярамай. Аллаһ Тәғәләне таныуҙы, уның ҡушҡандарын үтәү тураһында һәр көн иҫебеҙҙә тоторға кәрәк. Иманға мода юҡ, ул һәр саҡ модала.
– Башҡорт халҡының киләсәген нисек күҙаллаған һеҙ яҙған шәхестәр?
– Бик матур һорау. Әүлиәләр беҙҙең халыҡҡа яҡты киләсәк юраған. Матур көндәр тыуыуына өмөт итеп йәшәгеҙ, тигән улар. Йәне мәңгелек донъяға күсһә лә, әйтәйек, Ҡотоп-заман Зәйнулла Рәсүлев үҙ халҡына ярҙам итергә тырыша. Әгәр бөгөн халҡыбыҙ бойороҡ, указ нигеҙендә түгел, күңел ынтылышы менән изгеләрен күтәрә икән, улар рухы аша еребеҙгә бәрәкәт ҡайтты, ырыҫ килде. Байтаҡ насар холоҡтарҙан, Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ арынып килә. Волганан Иртыш йылғалары араһында ҡеүәтле дәүләт булып ултырған башҡорт халҡы киләсәктә лә ҙур ҡәүем булып ойошор, тигән уйҙамын. Аллаһ Тәғәләнең һөйөклө милләте булған халҡыбыҙ тыуыр көндәрҙә тағы ла нығыныр, рухи көсө артыр, тип уйлайым.
– Милләтебеҙҙе нимә һаҡлай? Кем ҡотҡарыр?
– Был хаҡта минең бер куплетлыҡ ҡына шиғырым бар. Унда барыһын да әйткәнмен:
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ –
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ.
Иманлы булайыҡ, хаҡ юлдан барайыҡ,
Аллаһ һөйһөн – уңыр эшебеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498