Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәҙәни ҡомартҡылар аша халҡым моңон аңларға тырышам”
Пермь ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ Радик Ғарипов боронғо башҡорт музыка ҡоралдарын тергеҙә
“Мәҙәни ҡомартҡылар аша халҡым моңон аңларға тырышам”
Радик Рәүфис улы Ғарипов Пермь ҡалаһында тыуған. “Авиация инженеры”, “Философия” йүнәлештәре буйынса белем алған. Ҡатыны менән өс ул үҫтерә. Пермь география клубын ойоштороусыларҙың береһе һәм директоры. Пермь ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, край мөфтөйө урынбаҫары.
Күп йылдар элек, осошҡа әҙерләнгәндә, бәхетһеҙлеккә тарый – һул аяғы ҡазаланып, балтырының бер өлөшөн ҡырҡтырырға мәжбүр була. Операциялар, реабилитация, протездар – ныҡлы рухлы Радик Ғарипов быларҙың барыһын да түҙемлеге менән еңә, үҙенә “Бирешмәҫкә!” тигән маҡсат ҡуя. Әлбиттә, “Осорға!” тигән ниәтте лә ташламай, бирешмәй. Һауаға ла күтәрелә. Уны хатта легендар осоусы Алексей Маресьев менән дә сағыштыралар.
Милләттәшебеҙ башҡорт музыка ҡоралдарында уйнай, онотола төшкәндәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә рус телендә бик матур, мәғәнәле шиғырҙар яҙа. Башҡорт халҡын боронғо ҡиммәттәрҙе баһаларға, хәҙерге заман шауҡымынан арынып, асылыбыҙға кире ҡайтырға саҡыра ҡатай башҡорто.


– Пермь ҡалаһы башҡорттары ни хәлдә йәшәй?

– Пермь ғәйнә башҡорттары ерендә урынлашҡан. Ер-һыу атамалары ла шуны дәлилләй, тәүге баҡыр иретеү заводы тарихынан да күренә. Билдәле булыуынса, иретер өсөн тәүге мәғдән­де ғәйнә башҡорттары килтергән. Әлеге көндә Пермь башҡорттарын аҫа­ба халыҡ та, Башҡортостандың төрлө төбәгенән йыйылған әүҙем замандаштарыбыҙ ҙа тәшкил итә. Беҙҙең йәмәғәтселек ярайһы көслө, башҡорт ҡоролтайы Пермь ҡалаһы хакимиәте янындағы Милләт-ара, дин-ара мөнәсәбәттәр советында ла ағза булып тора. Ҡаланың бер генә иҫтәлекле ваҡиғаһы йә байрамы ла башҡорттарһыҙ үтмәй. Алда беҙҙе бик күп саралар көтә.
– Һеҙҙе Башҡортостанда әүҙем йәмәғәтсе генә түгел, ә боронғо музыка ҡоралдарын тергеҙеүсе тип тә беләләр. Бик оҫта уйнайһығыҙ ҙа икән.
– Музыка менән, тыңлаусы була­раҡ, электән ҡыҙыҡһындым, әммә оҙаҡ ҡына тәғәйен жанр таба алмай хитландым. Ауыр йәрәхәт алғас ҡына, үҙемә нимә кәрәк икәнен аңланым. Яңы үткән быуаттың 90-сы йылдарында мине башҡорт этник музыкаһы ылыҡтырҙы. Ғөмүмән, төрлө халыҡ ойо­шоп йәшәгән төбәк кешеһе булғас, мин башҡа көй-моңдарҙы ла (мәҫәлән, коми, манси моңон) ҡыҙыҡһынып ҡабул итәм. Шулай ҙа үҙебеҙҙең халыҡ мираҫын сәғәттәр буйы тыңларға ризамын. Музыка ҡоралдарынан иң тәүҙә ҡумыҙҙы үҙләштерҙем, хәҙер ҡурайҙа, думбырала уйнарға өйрәнәм, өзләп йырлау оҡшай. Бөтә ошо моң минең өсөн айырым бер мөхит тыуҙыра, үҙем менән нимә булғанын төшөнөргә ярҙам итә.
Әлеге мәлдә бер аҙ онотолған музыка ҡоралдарын тергеҙеү менән шөғөлләнәм. Биш ҡыллы думбыра яһап, былтыр декабрҙә халыҡ алдында сығыш яһаным. Унан алда, йәйен, минең тәҡдим буйынса оҫта йырсы, сәсән Илһам Байбулдин алты ҡыллы думбыра яһағайны. Пермь оҫталары­нан бас ятаға (ятаған), дөңгөр, борғо эшләттем. Үкенескә ҡаршы, бөгөн был ҡоралдарҙы белеүсе һирәк. Улар тураһында һуңғы мәғлүмәттәр XIX быуатҡа ҡарай. Барыбер уларҙы онотмаясаҡмын. Тергеҙеү эштәрендә Пермь ҡалаһы хакимиәте, крайҙың һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, башҡорт мәҙәниәте белгестәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙам күрһәтә.
Көй-моңдоң сәләмәтлеккә тәьҫире тураһында беләһегеҙҙер? Бына мин ҡурай уйнауым арҡаһында бер нисә йыл тынғылыҡ бирмәгән быума ауырыуын “йүгәнләнем”. Ҡумыҙҙа уйнау, өзләү ҙә ярҙам итте – хәҙер медика­ментһыҙ йәшәйем. Тотош ғүмерем башҡаса юҫыҡҡа күсте, тиһәм дә була. Мәғлүмәт эҙләүем күп кеше менән таныштырҙы. Мине үҙебеҙҙең ҡолас етмәҫлек мәҙәниәт менән яҡынлаш­тырыусыларға рәхмәт. Атаҡлы ҡумыҙ­сы Роберт Заһретдинов мәрхүмде гел иҫләйем. Уның дәрестәрен онотоу мөмкин түгел. Ғәрифә Кудрявая, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Илһам Байбулдин, Рәйес Низаметдинов – барыһы ла миңә һабаҡ бирҙе. Тағы байтаҡ исемдәрҙе телгә алырға булыр ине.
– Пермь йәштәре башҡорт көй-моңдары менән ҡыҙыҡһынамы?
– Һәр музыка ҡоралы бик ҙур көскә эйә. Уның аша кеше үҙенең тарихына ла байҡау яһай. Тик ҡала башҡорт­тарының барыһы ла үҙаңын тулыһын­са аңлап етәлер тип уйламайым. Айырыуса йәштәр үҙ телен, ғәйнә һөйләшен белмәй. Пермь башҡортта­рының татарса аралашыуы ла (йәғни урындағы һөйләште татар теле икән тип уйлауы) – аҫаба башҡорт икәнеңде онотоу сәбәптәренең береһе. Йәштәр башҡорт милләтенән булыуҙарын белһә лә, оҙаҡ ваҡыт халыҡ мәҙәниәтенән алыҫ торҙо. Ҡайһы бер танылған ижади коллективтарға ҡарап ҡына, этник мәҙәни ҡомартҡылар шулай була икән, тип уйлаусылар бар. Йәштәргә күп нәмәне аңлатып, улар менән аралашырға, ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
– Һеҙ халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын тергеҙеүҙән башҡа, крайҙың тарихына ла, уны археология, этнография йәһәтенән өйрәнеүгә лә битараф түгелһегеҙ. Быны географик клубты етәклә­үегеҙ дәлилләй.
– Пермь география клубы директоры һәм рус география ойошмаһы ағзаһы булараҡ, мин Пермь крайы буйлап күп сәфәр ҡылдым. Бигерәк тә таулы төньяғында. Унда бик боронғо цивилизация эҙҙәренә лә юлыҡтым. Край халҡын таң ҡалдырған юғары үҫешкән ил хаҡында легендалар иҫбатланды. Табыштарҙың, таш артефакттарҙың эшкәртелеү технологиялары шуның хаҡында һөйләй. Әлегә улар әллә ни ҡыҙыҡ кеүек күренмәһә лә, киләсәктә Пермь крайы яҙмышына әһәмиәтен билдәләп, бик ҡиммәтле баһаланасаҡ. Уралда асылмаған серҙәр күп.
Беҙ тарихты хөрмәт итергә өйрә­нергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлап, яңы ғилем үҙләштереү, бөтәбеҙ мәнфә­ғәтенә эшләү ҙә шарт.
– Аңлауымса, һеҙ Урал тарихын һәр яҡлап өйрәнергә маҡсат ҡуйғанһығыҙ. Һеҙҙе мәғрур Уралтау башында боронғо милли музыка ҡоралдарыбыҙҙың береһе дөңгөрҙө ҡағып ултырған килеш күҙ алдына килтерҙем хатта…
– Беҙ үҙ ихатабыҙҙа ғына йәшәргә тейеш түгел. Был донъяла барыһы ла бер-береһенә бәйле. Шуға ла глобаль тарихи процесҡа әүҙем ҡушылырға саҡырам.
Ядро ҡоралы, иң яңы авиация технологиялары менән таныш һәм дә фәй­ләсуфтарса фекер йөрөткән кеше булараҡ, шуны әйтә алам: ошо үтә тиҙ үҙгәреп торған донъяла беҙҙе йола­ларыбыҙҙың боронғолоғо ҡотҡа­ра, ышаныс, өҫтөнлөк бирә. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, ата-баба­ла­рыбыҙ менән берлекте тойоу, тарихи мираҫтың ныҡлығы, күсмә халыҡҡа хас холоҡ беҙгә киләсәккә ышаныс менән ҡарарға булышлыҡ итәсәк.
– Шулай була күрһен. Киләсәккә яҡты өмөт булыуы кешене күп нәмәнән ҡотҡара бит. Һеҙгә изге ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу­ҙа уңыштар юлдаш булһын.
– Шиғри юлдар менән әйткәндә:
Төпһөҙ күкте иңләй уйҙарым,
Елдәй етеҙ, ҡыуып етмәҫлек…
Ай-йондоҙҙоң нурын һуҡмаҡ итеп,
Ниндәй генә юлдар үтмәнек?!

Тик барыбер төштөк еребеҙгә,
Йыһан киңлектәре беҙгә тар.
Йәнтөйәктә халҡым эҙҙәре лә,
Атам атлап үткән ерҙәр бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519