Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих ни һөйләй?

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ.

Һәр миҙгелдең үҙенсәлеген самалап, айҙарҙың көллөһөнә лә тапҡыр атамалар бирә килеп, халҡыбыҙ, әллә тәжрибәгә, әллә ырымға таяныптыр, аяҡ баҫҡан йылына, ҡояш үлсәме менән үтә торған айына, хатта күҙ эйәрмәҫ аҙнаһына шул рәүешле үҙ мөнәсәбәтен белдереүҙе кәрәк һанаған. Шаҡай, ҡырпағай, буранай… Февраль, ноябрь, март… Был исемдәрҙән тәрән мәғәнә эҙләмәйек. Уларҙа бары халыҡтың тәбиғәттән һис айырылмай, уның холоҡ-фиғеленә үҙенсә, фәлсәфәүи баһа бирә барыуы ғына күренә. Әммә беҙ әле генә телгә алған бер нисә айға айырым илтифат белдерәбеҙ икән, был тарихта ҡалған бәғзе бер ваҡиғаларҙың ошо мәлдәр менән осраҡлы тап килеүе генә. Сәйәсәт, шәхестәр, тормош…

Айыҡ аҡылды һаҡлап ҡалыу шарт

Шулай ҙа Рус дәүләте эсендә йәшәл­гән йөҙҙәрсә быуат ғүмер байрам йыйынында бер-береңә мәҙхиә арнау өсөн сәбәп кенә түгел. Тарих­тың, ғәҙәт­тә, яҡты сәхифәләренән ҡаралары кү­бе­рәк була. Күңелдәрҙе күтәрер дәртле көйҙөң аһ-зарлы сеңләүгә күсеүен ҡай­һы саҡ аңғармай ҙа ҡалаһың. Тәүге февраль инҡи­лабы, император Нико­лайҙың хаким­лыҡтан баш тартыуы Рә­сәйҙә халыҡ­тың төрлө ҡатлам­дарында әле аңлашылып та етмәгән хөрриәттән ҡапыл дәртләнеүгә сәбәп булһа, икенсе йылдың ҡара көҙөндә һалдат-матрос­тарҙың Ҡышҡы һарайға бәреп инеүе, йү­гәнһеҙ-теҙгенһеҙ охлокра­тия­ның власть вәкәләттәрен һорап та тормай үҙе­нә алыуы тарҡалған империяла дәү­ләтселектең ҡыйра­лыуын аңлатты. Илдең үслеләргә бүленеп, халыҡтың ҡанлы дауыл эсендә ҡалған сағында тормошто яңыса ҡороп ебәреү өсөн дәртле кешеләре лә, дарман да кәрәк булды.

Ун етенсе йылдың февраленән ун туғыҙынсының яҙына тиклемге араға күҙ һирпеп кенә алыу ҙа йәш совет рес­публикаһында иң тәүҙә нимәгә то­тонорға белмәй үрһәләнеүҙе, таралып төшкән империя харабаларында үҙ­ал­лы йәшәй алырлыҡ милли төбәктәр булдырырға маташыуҙы күрһәтә, ләкин әлегә аныҡ ҡына маҡсаттар юҡ, һәм улар­ға йүнәлеш бирерлек кешеһе лә та­былмаған. Шул йылдарҙа Франция­ның Рәсәйҙәге илсеһе булған Морис Палеолог көндәлектәрендә ошолай тип яҙа: “Инҡилап эсендәге иң хәтәр яралғы бына бер нисә көн ҡурҡыныс тиҙлектә үҫә бара. Финляндия, Лифляндия, Эстляндия, Польша, Литва, Украина, Грузия, Себер үҙҙәре өсөн мөстәҡиллек, йә­ки, юҡ тигәндә лә, тулы автономия талап итә.

Рәсәйҙең федерализмға дусар булыуы хәҙер инде мәғлүм һымаҡ. Билә­мәләренең икһеҙ-сикһеҙлеге, унда йәшәгән расаларҙың бихисаплығы, ихтыяждарының үҫә барыуы шуны фаразларға мөмкинлек бирә. Әммә хәҙерге хәрәкәттә, федерализмдан бигерәк, сепаратизм асығыраҡ төҫ­мөр­ләнә. Тимәк, ул милли тарҡалыуға ынтыла. Таврический һарайында ултыр­ған ахмаҡтарға ни, ун быуат буйына төҙөлгән, яйланғанды бер нисә аҙна эсендә емереү теләге ымһындыра.

Француз инҡилабы республиканы берҙәм һәм бүленмәҫлек тип иғлан итеү менән башланғайны. Ошо прин­ципҡа меңдәрсә кешенең ғүмере ҡор­бан ителде һәм француз берҙәмлеге ҡотҡарып ҡалынды. Рус инҡилабы иһә бүлгеләнеү һәм тарҡалыу лозунгы менән алдырмаҡсы”. Ул ваҡыттағы баш әйләнерлек буталсыҡтың айышына сит ил дипломаты түгел, ошонда ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған үҙебеҙҙең дәүләт эшмәкәрҙәре лә төшөнә алмаған. Төрлө сәйәси йүнә­лештәге фирҡәләр, әле хасил булып, иртәгәһенә үк тарала торған ойошмалар, “мин үҙем!” тип кикрек киреп йөрө­гән эреле-ваҡлы түрәләр… Кемдең һүҙе – һүҙ? Хәҡиҡәт ҡайһы яҡта? Көс һәм хакимлыҡ кем ҡулында? Ошондай мәхшәрҙә айыҡ аҡылды һаҡлап ҡалыу мөмкин эшме?

Килешеү раҫланған мәл

Әммә ата – улды, әсә ҡыҙҙы таны­ма­ған, өмөтһөҙлөктөң ышанысты ҡыҫы­рыҡлап барған мәлдәрҙә лә Башҡортос­тан өсөн автономия юллау эше туҡта­май. 1919 йылдың 28 февра­лендә Ә.-З. Вәлиди исеменә И.В. Сталин имзалаған телеграмма килеп төшә. Унда совет Башҡортостанына автономия биреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кисекмәҫтән Мәскәүгә килеп етергә тәҡдим ителә. Март башында әүәлерәк теүәлләнмәгән һөйләшеүҙәр икенсе һулыш ала. Совет етәкселеге уларҙы диҡҡәт менән күҙәтеп бара.

7 мартта Сталин партияның Өфө һәм Ырымбур губерна комитеттарына Милләт эштәре буйынса халыҡ комиссариатында барған һөйләшеүҙәр тура­һында телеграмма һуға. Унда былай тип әйтелгән: “Башҡорттарҙың деле­га­цияһы Мәскәүгә килеп етте. Баш­ҡорт­тар мотлаҡан совет авто­но­мия­һын аласаҡ. Әлегә ҡайһы бер нәмәләр, биләмәнең сиктәре аныҡлан­маған, шул айҡанлы һөйләшеүҙәр ба­ра. Үҙәк комитет партия эшмә­кәр­ҙәренә хеҙмәтсән башҡорт хал­ҡының ихтыяждарына ҡарата иғти­барлы булыу һәм уларға совет Баш­ҡортос­танын төҙөү эшендә ярҙам итеү бурысын йөкмәтә”.

Һөйләшеүҙәр барышында Ә.-З. Вә­лидигә һәм башҡорт делегацияһының бүтән ағзаларына, И.В. Сталиндан тыш, В.И. Ленин, Г.К. Орджоникидзе, Л.Б. Каменев, Г.Л. Пятаков, Л.Д. Троцкий һәм Совет хөкүмәтенең башҡа етәкселәре менән осрашырға тура килә. Көтөлгәнсә, Башҡортостан совет автономияһы тураһындағы килешеү проектын әҙерләүҙә шаҡтай ҡыйын­лыҡтарға осрай. Тарихсылар артабан раҫлағанса, бәғзе параграфтар һәм пункттар буйынса киҫкен бәхәстәр ҡубып ҡына тора. Шулай ҙа тиҙҙән Баш­ҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре – Мстислав Ҡулаев, Муллайән Халиҡов, Әбдрәшит Бикбаув менән РСФСР вә­килдәре Иосиф Сталин һәм Александр Каменский 1919 йылдың 9 мартында имза­лаған яҡынса Мәскәү килешеүе әҙер була. Ундағы 14 пара­графтың тәү­геһе ошоно хәбәр итә: “Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы Кесе Башҡортостан сиктәрендә булдырыла һәм Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһына инеү­се федератив өлөштө кәүҙәләндерә”. Артабан инде, төрлө төҙәтмәләр һәм өҫтәү­ҙәр индерелеп, формаль ҡағиҙә­ләрҙе бойомға ашырып, әлеге документ Килешеү тигән атама ала. 1919 йылдың 20 мартында РСФСР Халыҡ комис­сар­ҙары Советының В.И. Ленин рәйес­лек иткән ултырышында ул раҫлана.

Уны ғәмәлгә ашырыу ғәйәт ҙур ҡы­йын­лыҡтарға осрай. Граждандар һу­ғышы бара. Башҡортостан аша Көнсы­ғыш фронт һыҙығы үтә. Һәр тарафта ҡы­ҙылдар менән аҡтар сәкәләшә. Ғәйепһеҙҙе ғәйепле кешенән айырыу мөмкин түгел. Бөгөн салт аяҙ дуҫ булып йөрөгән кеше иртәгәһенә хас дошман булып сыға.

Башҡорт илендәге бола, әлбиттә, беҙ­ҙең төбәк менән генә сикләнәһе тү­гел, ҡаңғырыш, дошманлыҡ әүәлге Рә­сәй империяһының мәшриғына ла, мәғри­бына ла тарала, тамыр ебәреп өлгөрә.

“Тупрағымдан уңдым…”

Март айы Рәсәйҙә, һәр хәлдә ХХ бы­уат башында, сәйәси әүҙемлек осоро була. Шуны раҫлағандай, 18–23 март көн­дәрендә Мәскәүҙә коммунистар фир­ҡәһенең VIII съезы үтә. Көн тәрти­бендәге мәсьәләнең мәғәнәһе шунда: съезд илдәге ҡоролоштоң капитализмдан социализмға күсеүе ваҡытындағы бурыстарын аныҡлай. Айырып әйткән­дә, етештереү әйберҙәрен уртаҡ ҡулға йәһәтерәк күсереү, идара итеү сараһы булараҡ, дәүләт органдарын бөтөрөү, хәлле крәҫтиәндәргә ҡарата мөғәмәлә­не үҙгәртеү юлдары тикшерелә. Ошолай һөйләшеү артабанғы йылдарға үҙе­нең егәрлелеге менән икмәкле бул­ған крәҫтиәндәргә ҡарата хакимиәт яғы­нан самаһыҙ радикаль мөнәсәбәт­тәргә килтерә лә инде. Халыҡтың аңына мәңгелеккә һеңгән “Малды тапҡан баҡ­һын, утынды тапҡан яҡһын” тигән ҡағи­ҙәгә хилаф ҡылыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хакимдарҙың тәүге ғәмәлдә­ренән үк башлана. Бының ниндәй һөҙөмтәләр биргәне аңы томаланмаған һәр кемгә хәҙер мәғлүм.

“Донъя – ҡуласа”, – тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр, юғиһә бер быуатлыҡ ғүмер эсендә генә илебеҙ өҫтөнән иҫкән хәтәр елдәр ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫ ине. Заманында юҡһылдар мөлкәтле­ләр­ҙең күмәгәйен йолҡһа, хәҙер килеп яңы үә ҡанһыҙ байҙар фәҡир ватандаш­тарының йәнен ала. Үҙен һәм ижадын иленән һәм халҡынан һис бер ваҡыт айыр­маған Мостай ағай, 50 йәшен тул­тырғанда: “Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, /Октябрҙән – тыуған айымдан, – Ана нисек минең юлдарыма/ Һары йон­доҙ һибә ҡайындар”, – тип яҙып, шунда уҡ: “Тупрағымдан уңдым. Баш­ҡортостан!/ Һин иманым минең ҡә­ҙерлем...” – тип тә өҫтәгәйне. Шунан, бәд­доға ҡылырлыҡ 90-сы йылдар кил­гәс, халыҡ шағирының ҡәләмен йөрәк ҡанына манып яҙған әрнеүле һүҙҙәре хасил булды: “Рәнйетәләр һине, Ватан-әсә, /Кәмһетәләр һине, изгебеҙ. /Былай булғас, йә баламы һиңә,/ Йә бәләме һиңә инде беҙ?”

Быуатты ваҡлап хисаплай башла­һаң, нисәмә йыл, күпме айҙар, һанап-һа­нап та осона сыҡҡыһыҙ көндәр, сә­ғәттәр йәшәлә. Кешеләр өмөтөн юймай, һәр ваҡыттағыса, донъяның Мостай Кәрим теләгән ҡояшлы яғына ынтылып ҡарай ҙа ул, ләкин аяҙ яҡта ғүмер кисереү күпселеккә яҙмаған икән. Оло байрамдар мәлендә лә бүректәрҙе күк­кә сорғотмайыҡ – улар түбәбеҙҙә ҡал­һын. Хәстәр-хәсрәттәрҙе онотоп байрам итеү ваҡыты әлегә етмәгән. Улар – алдағы өмөттә. Хәҙергә беҙҙе рус хал­ҡының ғалим-шағиры Федор Тютчев­тың фәлсәфәүи фекерҙәре уйландыра торһон. Башҡортсаға ауҙарырға тырышмай ғына тәҡдим итеүемде уҡыусы аңлар әле.

О, родина моя! Ужели никогда
Без роковых преград,
без пропастей глубоких,
Как реки плавные равнин
твоих широких,
Ты не пойдешь путем
Разумного труда?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 385

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 367

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 390

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 444

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 364

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 156

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 119

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 220

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 114

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 131

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 121

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра 17.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостандың Милли музейы 20 мартта “Асыҡ ишектәр көнө”...

Тотош уҡырға 187