Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Атайымдың яҙмышы асыҡланды”
Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр менән тулылана бара. Һуғыш бер генә ғаиләне лә урап үтмәй. Етем ҡалған балалар атайҙары тураһында әле лә мәғлүмәт йыйыуҙарын дауам итә. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ла бар етем ҡалған балалар. Уларҙың береһе – Барый Нөғәмән улы СӘЙЕТОВ.

Уның атаһы – Нөғәмән Сәйетов 1910 йылда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған. Атаһы Сәйет 1914 йылда Герман һуғышынан әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Шуға ла Нөғәмән әсәһе Аҙнабикә менән икеһе генә көн күрә, бала сағынан бик сос һәм оҫта һунарсы булып буй етә. Ул заманда ҡапҡалы өйҙәр бик һирәк булған, ә Нөғәмәндәрҙең кәртәһенең ишеге индек менән ябылған. Егет кәртә аша һикереп сығып йөрөр булған. 1933 йылда “Яҡтылыҡ” кооперативына (колхоз) ағза булып инә. Йәйен колхоз эшендә булһа, ҡышын һунар менән шөғөлләнгән. Уның атаҡлы һунарсы тигән даны тиҙ тарала һәм һунарсылар союзы ағзаһы итеп алалар. Һунарсылар союзы рәйесе Сопуновтың Нөғәмән Сәйет улына инселәп биргән фотоһы әле лә ғаилә архивында һаҡлана. Нөғәмән Бәлихиә Хөсәйен ҡыҙы менән ғаилә ҡора. 1932 йылда оло ҡыҙы Ҡафия тыуа. Улдары Ғәлимйәндең ғүмере ҡыҫҡа була, биш йәшендә генә үлеп ҡала. 1937 йылда Сәлимйән тыуа, ул әле иҫән, һуңынан Зәкиә ҡыҙы донъяға килә.
Нөғөмән Сәйет улы ауылдаштары Сәлим һәм Әнәс Һаруновтар менән Әлкәлә Фин һуғышына әҙерлек курсында була. Фин һуғышы туҡтағас, кире ҡайтаралар.

1941 йылдың 22 авгусында Ҡумырыҡ яланында колхозға бесән әҙерләп йөрөгәндә Нөғәмән Сәйетовҡа саҡырыу ҡағыҙы биреп китәләр. Иртәгәһенә иртә менән Белорет хәрби комиссариатынан бер төркөм ир-егетте тар колеялы тимер юлынан поезд һуғышҡа алып китә. Поездың һауа ярған тауышын Бәлхиә Хөсәйен ҡыҙы ғүмер буйы яратмай, ишеткән һайын: “Шым, ҡороғор! Алып китеп, балаларҙы атайһыҙ ҡалдырҙың”, – тип әйткәнен Барый Нөғәмән улы әле лә хәтерләй.

Белеме булмағас, әллә ни хат та яҙмағандыр, тип уйлай балалары. Әсәләре лә ул хаҡта һөйләмәҫ булған. Тик 1942 йылдың ғинуарында бер хаты килә. “Горький ҡалаһында госпиталдә ятам, Архангел районының Тирәкле ауылы егеттәре менән. Бер-ике көндән фронтҡа китәбеҙ”, – тип яҙған һәм фотоһын һалған. Был һуңғы һүҙе, һуңғы фотоһы була…

Атаһы һуғышҡа киткән саҡта әсә ҡарынында ҡалған улы Барый 1942 йылда тыуа. Әсәләренә дүрт баланы ҡарау еңелдән булмай: ул көн буйы колхозда эшләй, өрлөгөнә таяу терәтелгән бәләкәй генә өйҙә торалар. Еңеүҙән һуң, Нөғәмән Сәйет улы 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙ алалар.

– Исмаһам, сабый күҙе менән дә күрмәнем, “атай” тигән һүҙҙе ғүмеремдә әйтә алманым. Шулай ҙа уның фотоһына ҡарап, мәргән һунарсы, спортсы булыуы тураһында ололар һүҙенән генә ишетеп, яҡшы кеше булғандыр, тип күҙ алдына килтерә торғайным.

Әсирлеккә эләккәндер йә хыянат иткәндер, йә дезертир булғандыр, тип бер ҙә уйламаным. Ниһайәт, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына атайыбыҙҙың яҙмышы асыҡланды: ҡыҙылармеец Нөғәмән Сәйет улы Сәйетов 1942 йылдың 29 апрелендә һәләк булып, Смоленск өлкәһенең Велиж районында ерләнгән, – ти Барый ағай.

Былтыр Бөйөк Еңеү көнө алдынан Барый Нөғәмән улы балалары менән атаһының ҡәберен күрергә юлға сыға. 18 сәғәт туҡтамайынса барып, 3 майҙа урында булалар.

Нөғәмән Сәйет улы Сәйетов ерләнгән зыярат Велиж ҡалаһында, Төньяҡ Двина йылғаһының бейек ярында – Лидово тауында урынлашҡан. Ҡәбер ташында Нөғәмән Сәйет улының исеме яҙылғанын күреп инанғас, атаһының ҡәберенә тыуған ер тупрағын һала Барый ағай.

“Атайымдың ҡәберен күреп, ғүмер буйы үҙемде уйға һалған һорауға яуап табып, тынысланып ҡайттым. Беҙ барғанда, бер ҡатын зыяратты таҙартып йөрөй ине. “Һеҙ бында эшләйһегеҙме?” – тип һораныҡ.

“Юҡ, мин хакимиәттә эшләйем. Был зыяратты таҙартыу – үҙе ғорурлыҡ”, – тип яуап бирҙе ул.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән мәктәп директоры менән дә осраштыҡ. Ул был яр өсөн ҡаты алыш барғанын һәм үҙ ғүмерен аямайынса һуғышҡан меңәр­ләгән яугирҙең ошонда ятып ҡалыуы, әммә ярҙы дошман ҡулына бирмәүе тураһында һөйләне.

Атайым 264-се уҡсылар дивизияһы һал­даты булған. Әлеге ваҡытта өс мең һал­даттың исеме асыҡланған. Атайымды 2007 йылда тапҡандар”, – тине Барый ағай.

Барый Нөғәмән улы үҙе оло йәштә. Бөгөн иһә атаһының яҙмышына ҡағы­лышлы ғүмер буйы оҙатып килгән ике­лә­неүҙәргә һуңғы нөктә ҡуйылыуы күңеленә тыныслыҡ бирҙе. Атаһы Тыуған иле өсөн яуҙа батырҙарса һәләк булған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505