Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Данлы, шанлы йылдар ауазы
Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән.

Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә, йәмле Һаҡмар, Шырҙы, Талашты йылғаларының ҡушылған урынында ята Темәс. Ул – Баймаҡтағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. Һәр ағасы, ташы тере тарих һаҡлай Темәстең. Үткәндәре данлы һәм шанлы. Уны бәғзе тарихсылар “Башҡортостандың йөрәге” тип йөрөтөп, һис тә яңылышмайҙыр.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүгә Баймаҡ халҡы ғәйәт ҙур өлөш индергән. Тап Темәстә Башҡорт автономияһына бәйле хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, милләтебеҙ зыялылары халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә мөһим эштәр алып барған. Бында Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Шәһит Хоҙайбирҙин, Муса Мортазин, Юныс Бикбов һәм башҡа аҫыл ир-уҙамандарҙың эҙҙәре һаҡлана, уларҙың исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Сауҙа, мәғрифәт, дин...

Тарихтан күренеүенсә, ауыл башта Кәйепкәй тип йөрөтөлә. Аҙаҡ ул Темәс булып китә, был үҙгәреш 1755 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан, милли азатлыҡ өсөн көрәшкән Темәс Илекәевтең исеме менән бәйле. Ғөмүмән, Рәсәй тари­хындағы бер хәл-ваҡиға ла Темәсте урап үтмәгән. 1812 – 1814 йылдар­ҙағы Ватан һуғы­шын­да 15-се башҡорт полкы яугирҙәре, Темәс егеттәре Исмәғил Иҫәнғо­лов, Ирназар Илбаҡтин, Юныс Рах­манғолов, Исламбай Мәһәҙиев, Алтынса Мәмәлиндарҙың Парижды алыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһә­теүҙәре һәм икешәр тапҡыр көмөш миҙал менән бүләкләнеүҙәре билдәле.

Уңайлы ерҙә урынлашҡан бай тәбиғәтле Темәс төрлө яҡтан сауҙагәрҙәрҙе, сәнәғәтселәрҙе үҙенә тартҡан. Ер эшкәртеү, мал­сылыҡтан тыш, бында тире эшкәр­теү һәм кирбес заводтары, оҫта­ханалар һалына, йылға буйҙа­рында тирмәндәр ҡорола, һатыу урындары, баҙар эшләй, йыл һа­йын ҙур йәрминкә үтә. Әйткәндәй, әле лә шул осорҙоң тере шаһиты булған бер нисә сауҙа йорто һаҡлана.

Ошолай заманса үҫеш өлгөһө күрһәткән Темәс аҡрынлап мәҙә­ниәт, мәғариф һәм дин үҙәгенә әүе­релә, халыҡ һаны күбәйә. Тарихи сығанаҡтар буйынса, XX быуат башында бында ике мең сама­һы кеше йәшәй, ауыл сауҙагәрҙәр ҡаласығы һынын ала. XVIII быуат аҙағында унда ике мәсет була, береһендә мәктәп-мәҙрәсә ойошторолоп, балалар төрки телендә белем ала. Шулай уҡ урыҫ һәм урыҫ-башҡорт мәктәптәре асыла.
Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы осоронда Темәс айырыуса танылған төбәккә әйләнә, уның тарихына сағыу биттәр өҫтәлә.

Тәүге баш ҡала

Темәс – тәүге баш ҡалабыҙ. Был йәһәттән йәмәғәтселектә, тарихсылар араһында төрлө фекер йәшәй. Тарихи сығанаҡтар буйынса, 1919 йылдың мартында Темәс Башҡорт Совет Республикаһының ваҡытлыса баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

Был осорҙа Темәс бар төбәктең иғтибарын үҙенә тарта. Башында Әхмәтзәки Вәлиди торған Башҡорт Хөкүмәте һәм башҡорт ғәскәрҙәре Ырымбурҙан ошонда күсеп килә һәм Совет власы яғына күсә. 21 февралдә бында I Бөтә башҡорт хәрби съезы ойошторола, унда Башҡорт Совет Республикаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Эшкә Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар етәкселек итә. 1919 – 1921 йыл­дарҙа бында халҡыбыҙҙың арҙаҡ­лы улы Шәһит Хоҙайбирҙин Бөр­йән-Түңгәүер кантонына һәм башҡарма комитетына етәкселек итә, яңы ҡоролошто урынлаш­тырыуға күп көс һала.

Совет осоронда, 1936 йылда, Ырымбур башҡорт педагогия училищеһын Темәскә күсереү был төбәк өсөн генә түгел, ә тотош республикаға бихисап белгес әҙерләү мөмкинлеген бирә. Егерменсе йылдарҙа уҡ асылған балалар йорто үкһеҙ етем ҡалғандарҙы 1956 йылғаса үҙ ҡыйығы аҫтына һыйындыра.

Темәс – тарихтың тәрән эҙҙәрен һаҡлаған төбәктәрҙең береһе. Ауыл­дың уртаһындағы бейек ҡалҡыулыҡта ике ҡатлы йорт урынлашҡан. Ул – 1896 – 1897 йылдарҙа төҙөлгән Түңгәүер кантоны башҡарма комитеты бинаһы. 1919 йылдың ғинуарынан мартына тиклем бында Башҡорт Хөкүмәте эшләгән, 21-23 февралдә тәүге милли съезд үткән һәм идара итеүҙең яңы органы – Ваҡытлы комитет төҙөлгән. Ул осорҙоң шанлы тарихын һаҡлаған бинала әле Темәс ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан.
Үткәндән – бөгөнгөгә

1963 йылда ауыл мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Миҙхәт Рязанов, археологик эҙләнеүҙәр ваҡытында экспонаттар табып, музейға нигеҙ һала. Артабан район ҡаҙнаһынан аҡса бүленеп, махсус төҙөлөш бригадаһы иҫтәлекле бинаны ремонтлауға тотона. Ул йыл­дарҙа, әлбиттә, Темәстең тарихын яңыр­тыу, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич хаҡында мәғлүмәт йыйыу еңелдән булмай. Күптәр белгәнен дә өндәшмәүҙе хуп күрә. 1987 йылда музей филиал булып ҡала, барлыҡ эш әүҙемдәр иңенә һалына.

1991 йылда учреждениеға Баш­ҡортостан дәүләт тыуған яҡты өйрә­неү музейы статусы бирелә. Унда этнографик ҡомартҡылар, төбәктең һәм ауылдың тарихын, Граждандар һуғышы, Совет власы, Бөйөк Ватан һуғышы осорҙарын сағылдырған, ошо ерҙең билдәле кешеләре ха­ҡында һөйләгән экспонаттар бихисап. Шулай ҙа һәр кемдең иғти­барын тәү сиратта айы­рыуса үҙен­сәлекле ҡомарт­ҡылар – Әхмәтзәки Вәлидиҙең Каруан­һарайҙағы эш өҫтәле, ултырғысы, ҡулъяҙмалары йәлеп итә. Улар 1936 йылда Ырымбур педагогия техникумының мөлкәте менән бергә килтерелгән.

Яңы быуатта республика етәксе­леге ярҙамы менән музейҙа Баш­ҡортостандың беренсе Хөкү­мә­тенә арналған зал асыла. Балауыҙҙан эшләнгән һындар ул замандағы баш­ҡорт зыялы­ларының төҫ-ҡиә­фәтен, ҡараш­тарын да асыҡ сағылдыра...

Темәстең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында иң иҫтәлекле урын, әлбиттә, Башҡорт Хөкүмәте составының ҡарарҙар ҡабул итеү мәлен күрһәткән экспозиция. Ете тарихи шәхес хас та иҫән кеүек. Әйтерһең, халҡы­быҙҙың бөйөк улдары Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйех­зада Бабич, Муллаян Халиҡов, Аллабирҙе Йәғә­фәров, Юныс Бикбов, Нуриәғзәм Таһиров, Мөхә­мәтхан Ҡулаевтар үҙ урынынан ҡалҡыныр ҙа халҡына өндәшер һымаҡ. Уларҙың буй-һынын ғына түгел, хатта йөҙ-ҡиәфәтен дә бар тулылығында һынландыра алған оҫталар.

Музейға оҙаҡ йылдар үҙ эшенең оҫтаһы, тынғыһыҙ, рухлы заман­дашыбыҙ Рәмилә Әбсәләмова етәкселек итә. Башҡортостандың 100 йыллығын изге маҡсаттар менән ҡаршылай, данлы тарихы менән ғорурланып, төбәгенең бәҫен арттырып йәшәй темәстәр.


РЕДАКЦИЯНАН. Гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә Темәс ауылының бөгөнгө тормошо, йәшәйеше һәм халҡы тура­һында махсус биттә уҡырһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 433

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 228

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 125

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244