Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”
Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған.

Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына сәйәхәт төҫлө. Ул гелән факттарға, архив материалдарына таянып, үҙенең сығыштарында ла, яҙған мәҡәләләрендә лә башҡорт халҡының боронғо дәүерҙәрҙән килгән ҡеүәте, көсө хаҡында һөйләй. Бер ҡараһаң, был мәғлүмәттәр билдәле лә кеүек, әммә ҡайһы бер сығанаҡтар менән тап уның телмәре аша танышам. Йәнә лә Зәкирйән ағай бар мәғлүмәттәрҙе бергә туплап, дөйөм концепцияға йыйып, улар менән виртуоз фекер эйәһе булараҡ эш итә. Хатта “Урал батыр” эпосы кеүек боронғо эпосыбыҙҙың һүҙ артында ятҡан тәрән мәғәнәһен уҡый, башҡа халыҡтарҙың шул дәүерҙәге яҙмалары менән сағыштыра һәм йәнә лә башҡорттоң борондан бер Аллаһҡа табынып, үҙ дәүләтселеген ҡороп йәшәгән халыҡ булыуы хаҡында әйтә. Хәйер, бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ҙә ошо юҫыҡта барҙы. Гәзитебеҙҙең авторы, билдәле ғалим Зәкирйән Әминев менән әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ҙур кинәнес менән тәҡдим итәм.

– Зәкирйән ағай, юлдар тураһындағы мәҡәләңде уҡып сыҡҡас, шундай фекер тыуҙы: тимәк, беҙҙәге Ислам башҡорттарға Болғар аша IX быуатта индерелгән тигән ҡалыплашҡан фекер дөрөҫ түгел?

– Ул хата ҡараш. Беҙҙәге бөтә юлдар борондан Урта Азияға илтә, элек-электән төрлө ижтимағи-сәйәси, сауҙа бәйләнештәре ҡороп йәшәгәнбеҙ. Урта Азиянан ары беҙҙең ата-бабалар йөрөгән юлдар Иран, Ираҡ, Төркиә яғына барып етә. Яйыҡ буйлап Хазар диңгеҙенә сыҡҡандар, ә теге яҡта Иҙел ята. Башҡорт тарихында, мәҙәниәтендә Яйыҡ – Иҙел төшөнсәһе бар. Иҙел – ул Ағиҙел йылғаһы. Улар Иҙел башына тире, байлыҡ, алтын-көмөш артынан килгән. Беҙҙең урман, таулы ерҙә һунарсылыҡ ныҡ үҫешкән булған, шуға күрә бындағы тиреләр улар өсөн бик ҙур байлыҡ һаналған. Ҡыҙыл, ҡара төлкөләр менән ҡыҙыҡһынғандар. Иҙриси былай тип яҙа: “Уралдан Хорезмға ҡыҙыл төлкө килтерәләр, уны тик батшалар ғына кейә”.

Ул төбәктәр менән беҙҙең бәйләнеш бынан бик борон, ете мең йыл элек үк башлана. Һуңғы палеолит дәүерендә булдырыла ул. Кәлтәминар мәҙәниәте осоро була. Каспий диңгеҙе буйында ошо осорҙа табылған ҡомартҡылар беҙҙең Әбйәлил районында ла табылды. Археолог Матюшин Йәнгел ауылы эргәһендә юлыҡҡан әйберҙәр менән тегендәгеләре тап килә.

Мезолит, неолит таш быуат, урта таш быуат дәүерҙәрендә ул бәйләнештәр тағы ла нығый. Шул ваҡытта беҙҙең тарихи Башҡортостан биләмәһе формалаша. Ана шул майҙанда, хәҙерге Татарстандың көнсығышында, Иҙел буйы, Һамар, Һарытау төбәктәре, Ырымбур, Пермь, Свердловск өлкәһе, Тагил, Ирбит яғы, Тубыл, Иртыш буйлап көньяҡҡа табан Урта Азияға төшөп киткән шул арауыҡ – тарихи Башҡортостан. Унда табылған нәмәләр барыһы ла Иран донъяһындағы әйберҙәр менән тап килә. Атамалар ҙа бер үк хатта. Мәҫәлән, Чусовая йылғаһы ла беҙҙең майҙанда була. Башҡорттар уны Шуша тип йөрөтә. Былар барыһы ла – аҫаба ерҙәребеҙ. Документтары ла бар, Пермдә баҫтырып сығарҙылар. Мәҫәлән, Екатеринбург ҡалаһы ла башҡорт ерендә төҙөлгән. 1732 йылда Гмелин атлы инспектор шунан үтеп китә, Шүрәле йылғаһы буйындағы Шүрәле тауы эргәһендәге заводтарҙы ҡарап йөрөй. Унда Һеңрән, Өпәй башҡорттары йәшәгән.

Былай оҙон-оҙаҡлап аңлатыуымдың кинәйәһе шунда: мин тарихи биләмәне күҙ алдына баҫтырырға тырышам. Исламды беҙ Болғарҙан ҡабул иттек тигән фекер бөтөнләй дөрөҫ түгел. Динебеҙҙе таратыусылар ҙа Болғарға килгәндә тәүҙә беҙҙең ерҙәр аша үтә: Ибн-Фаҙлан, башҡорттарҙың ере аша уҙҙыҡ, иң ҡурҡҡаныбыҙ башҡорттар булды, тип яҙа. Ул юлда Исламды, мосолман динен маҡтап бара, ул – миссионер. Үҙ тәғлимәтен таратырға кәрәк уға. Тәржемәселәренең береһе башҡорт һәм мосолман була. Ул унда һәр нәмәне аңлатып, тәфсирләп яҙа. Беҙҙә Ибн-Фаҙланды уҡыған кеше юҡ, кемдер берәү уны телгә алған да, ҡалғандар шуны күсерә лә килтереп сығара, күсерә лә килтереп сығара. Ә мин шәхсән үҙем уҡып, һәр һүҙҙең айышына төшөнөргә тырыштым.

Биш мең кешелек каруан менән килә Ибн-Фаҙлан, уларҙың тәржемәсеһе башҡорт булһа ла, башҡорттарҙан ҡурҡыуының сәбәбе – был бик ҡеүәтле дәүләт, халыҡ булған, илдәренә рөхсәтһеҙ инеү мөмкин дә булмаған. Иғтибар ит: тәржемәсе – мосолман. Тимәк, X быуатҡа тиклем үк башҡортта Ислам киң таралған булған. Кемдер яңылыш тәржемә итеп, бөтөнләй икенсе фекер уятҡан. Хатта беҙҙең ырыу тамғалары, ҡоштары ла география менән бәйле. Әйтәйек, бына һинең ырыуың һәм ағасың ниндәй?

– Әсәй яҡлап – Мең! Ағасым – имән.

– Тап шулай, сөнки меңдәр йәшәгән биләмәлә имән ағасы күп үҫә, ҡошоғоҙ ҙа тап ошо ерлектәге ҡош атамаһына бәйле. Тамғалар ҙа булған. Бында бер ниндәй ҙә табыныу тураһында һүҙ бармай. Киреһенсә, Ибн-Фаҙлан, уларҙың табынған Аллаһы – Күктә, бейектә, тип яҙа. Тауға табыналар тигән фекер әйтеүселәр ҙә булды, улай түгел. Ул тау аллаһы тигән һүҙ түгел. Бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында бара бында һүҙ. “Тау эйәһе”, “һыу эйәһе” тигән һүҙбәйләнештәр бөгөн дә йәшәй. Халыҡта шундай ышаныу булған: имеш, һыуы бар икән, уның эйәһе лә бар, тауы бар икән, уның да эйәһе бар. Был – бөтөнләй иманға, дингә бәйле төшөнсәләр түгел, ә тәбиғәт балаһы башҡорттоң тирә-йүнгә булған боронғо мөнәсәбәте.

Әйткәндәй, монотеизмға килгәндә, ул фекер “Урал батыр” эпосында уҡ әйтелә. Бына үҙең уйлап ҡара: эпос бит – Исламға тиклем ижад ителгән бик боронғо әҫәр, әммә шунда уҡ башҡорттоң Аллаһтың берәүлеген таныуы күренә. Шуға күрә халҡыбыҙҙа Исламды ҡабул итеү борондан килгән йолаларға нигеҙләнеп башҡарылған, ул булмышына, асылына һалынған. Башҡорттоң үҫеш кимәле шул заман өсөн юғары була.

Борон замандан уҡ башҡорттоң үҙ дәүләтселеге булған. Был хаҡта ҙур бер нисә мәҡәлә лә баҫтырҙым. Башҡорттоң үҙ биләмәһендә ғәскәре лә, сауҙа менән шөғөлләнгән кешеләре лә, разведкаһы ла, малсылыҡ менән кәсеп иткәндәре лә булған. Евразия арауығында нимә барғанын башҡорт белеп торған. Византия императорҙары һуғышҡа сығырға булһа, беҙҙән яугирҙәр һорап торған. XI быуатта император Константин шулай тип яҙған: “Донъяла тыныс йәшәргә теләһәгеҙ, башнәктәр менән дуҫ булырға кәрәк!” Ә улар – беҙҙең ата-бабалар, йәғни башҡорттар һәм башнәктәр бер үк халыҡтың ике ҡатламы. Бер Америка ғалимы боронғо башҡорт йәмғиәтен өйрәнгәндән һуң, улар тураһында: “Был дәүләтте империя, тип тә атарға булалыр. Әгәр был һүҙ менән килешергә теләмәһәгеҙ, империяға тартымыраҡ йәмғиәт тип алығыҙ улайһа, сөнки биләгән ерҙәренең ҙурлығы, халҡының көс-ҡеүәте менән улар тулыһынса бындай баһаға лайыҡ”, – ти. Ике быуаттан ашыу ошо халыҡ Евразияны дер һелкетеп тора. Заманында, төрөктәрҙең ата-бабалары уғыҙҙарҙан дүрт быуат алдараҡ, улар Константинополде ҡамап, Византия императорынан контрибуция алып, шунан һуң ғына ҡамауҙы алалар ҙа үҙҙәренә ҡайтып китәләр. Һүҙем бөгөнгө Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбул тураһында бара. Был турала тарихта мәғлүмәттәр бик күп.

Башҡорттар менән борондан иҫәпләш­кәндәр. Иван Лепехин былай тип яҙа: “Уралдағы бөтә заводтарҙы башҡорттар ҡайҙа күрһәтте, шунда һалдылар”. Ошо ваҡытта йәшәгән Жан Пьер Иньяс тигән француздың юлъяҙмаһын Мәскәүҙә “В какую Сибирь ездил француз” тип баҫтырҙылар. Был француздың беҙҙең турала: “Башҡорттар сәйәси яҡтан һуҡыр халыҡ. Бөтә донъяһын да урыҫ менән бүлешәләр, алға ҡарап, уйлап эш итмәйҙәр. Бына был хәлдәрҙең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ... Башҡорттарҙың үҙҙәрен ирекле тотошо, донъяға ҡарашы, хатта бер ни тиклем бер ҡатлылығы әсир итә”. Былар барыһы ла – уҙған быуаттарҙан.

VII быуатта уҡ башҡортҡа Ислам ингән булған. Беҙ динде әҙерлекле килеш ҡабул иткәнбеҙ. Әгәр халыҡ әҙер булмаһа, уны бер нисек тә көсләп юғары кимәлгә күтәреп булмаҫ ине. Башҡаларҙан бигерәк иң тәүҙә беҙгә үҙебеҙгә ошоно аңларға кәрәк. Халыҡтың үҙбаһаһы юғары булырға тейеш. Етмеш йыл буйына тылҡылған “кесе ҡусты” роленән сыға алмай әле күптәребеҙ. Ә башҡорттар, алда әйткәнемсә, донъяны дер һелкетеп тотҡан халыҡ булған.

Мәхмүт Ҡашғари бына нимә яҙа: “Төрки халыҡтары бик күп, Аллаһ Тәғәлә генә белә уларҙың иҫәбен, ә мин иң ҙур, эре, иң ҡеүәтлеләрен генә яҙам. Улар егерме. Шуларҙың иң көслөләре араһында – башҡорттар”, – ти. Тотошлай уҡып сыҡтым был китапты. Мәхмүт Ҡашғариҙың был хеҙмәтендә тағы бер ҡыҙыҡ, беҙҙең өсөн үтә лә мөһим, тик әлегә тиклем берәү иғтибар итмәгән мәғлүмәт бар. Мәхмүт Ҡашғари башҡорттарҙы күсмәндәр төркөмөнә индермәй. Шулай уҡ уның тел төбөнән башҡорттарҙың мосолман икәнлеген дә аңларға була, сөнки Ҡашғари үҙе мосолман.

– Левашовка зыяратына айырым туҡталып китһәк ине...

– 1945 – 1950 йылдарҙа археолог Р. Әхмәров, тыуған яҡты өйрәнеүселәр П. Михайлов һәм П. Ищериков тарафынан Стәрлетамаҡ эргәһендәге Левашовка зыяратында ҡаҙыныу эштәре ойошторола. Бер километрҙан ашыуға һуҙылған була ҡәберлек, йәғни унда бер нисә быуын ерләнгән. Иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне шул: унда бөтә кеше мосолман йолаларына ярашлы ер ҡуйынына тапшырылған. Отчеттарында былай тип яҙылған: “Ғәрәп куфи тәңкәләре һәм кешеләрҙе йөҙө менән көньяҡҡа, үҙҙәрен ҡәтғи рәүештә көнбайышҡа ҡуйып ерләгән ҡәберлек табылды. Уның Башҡортостандың көньяғындағы иртә мосолман зыяраты булыуы фаразлана. Йәғни мәрхүмдәр яу ҡоралы, йүгәне, биҙәүестәре, тәңкәләре менән бергә ерләнгән. Тәңкәләрҙең береһендә 712 йылғы булыуы асыҡ күренә. Башҡалары ла VIII быуатҡа ҡарай. Тимәк, ошо йылдарҙан һуң зыяратҡа ҡабат кеше ерләнмәгән”. Исламдың беҙгә IX быуатҡа тиклем инеүе тураһында бына конкрет миҫал! Башҡорт­тарға Ислам дине Ибн-Фаҙлан килеп киткәнгә тиклем үк ингән булған!

– Бик көслө дәлил. Башҡортостан биләмәһендә табылған боронғо яҙмалар тураһында ла фекер әйткәйнегеҙ?

– Археология фәнендә “Сасанид көмөшө” тигән төшөнсә бар. “Сасанидтар көмөшө” тигәндә иң тәүҙә көмөш табаҡтар, сеүәтәләр, ҡалаҡтар, сүместәр һ.б. көмөштән яһалған әйберҙәрҙе күҙ уңында тоталар. Ана шулар­ҙың табылған ерҙәрен картала билдәләп сыҡһаң, йәнә лә тарихи Башҡортостан барлыҡҡа килә. Сасанидтар улар Урта Азия һәм хәҙерге Ирандың Хөрәсән яғындағы дәүләт вәкилдәре бит инде, уларҙа эшләнгән әйберҙәрҙең иң күбе тарихи Башҡортостан ерлегендә табылған. Сасанидтар бит VII быуатҡа тиклем йәшәгән династия. Был дәүләт ғәрәптәрҙең көнсығышҡа ҡарай экспансияһы арҡаһында юҡҡа сыға. Тап ул юҡҡа сыҡҡан ваҡыт менән тап килә лә инде шул дәүергә ҡараған көмөш нәмәләрҙең башҡорт ерҙәренә күпләп килеп сығыуы.

Йәнә лә ҡыҙыҡ бер дәлил бар – ул арамей яҙмаһы. Был яҙма төрки яҙмаһына тиклем була, беҙҙең биләмәлә, йәғни тарихи Башҡортостанда, йыш табыла. Төркигә тиклем, арамей яҙмаһын ҡулланған беҙҙең ата-бабалар. Әлегә уларҙы йыйып өйрәнгән кеше генә юҡ.

Башҡорт халҡының борондан уҡ мәҙәниәте юғары булған. Ул дәүерҙәрҙәге ҡайһы бер халыҡтар бөгөн донъя йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Мәхмүт Ҡашғариҙың киң билдәле әҫәрендә әйтелгән күп төрки телле уғыҙ, ҡыпсаҡ, кимак, ҡарлуҡ, туҡси, яғма һәм башҡа бик күп халыҡтарҙың береһе лә юҡ бөгөн, ә беҙ, башҡорттар, Аллаға шөкөр, йәшәп ятабыҙ, үҙебеҙҙең һүҙебеҙҙе оло донъяға ишеттерергә тырышабыҙ.

Ислам дине инһә лә, халҡыбыҙ үҙ йолаларын һаҡлап ҡалған. Беҙ ғәрәптәр менән бәйләнеш тотһаҡ та, тығыҙ аралашып йәшәмәгәнбеҙ. Беҙҙең Ислам ғәрәп исламы түгел. Ә хәҙер йәштәр унда уҡып ҡайта ла бөтөнләй башҡа фекер тарата. Беҙҙең халҡыбыҙҙың эске мәҙәниәте, иманы “Урал батыр”ҙа уҡ ярылып ята. Ҡабатлап әйтәм: ул – мосолман дине барлыҡҡа килгәнгә тиклем тыуған әҫәр.

Беҙҙең халыҡтың борондан ҡулайлашҡан үҙ донъяһы булған. Улар азат рухлылығы менән айырылып торған. Мәҫәлән, бер урыҫ чиновнигы яҙа: “Башҡорт ҡатындары үҙҙәрен тотошо менән инглиз ледиҙары һымаҡ. Улар иркен аралаша, бөркәнеп йөрөү, өркөү юҡ, хатта ҡул биреп күрешәләр. Ҡушҡуллап күрешкәндә генә уларҙың инглиз ледиһы түгел, ә башҡорт ҡатыны икәнен аңлап ҡалаһың. Ә былай улар торғаны менән Европа ҡатындары кеүек азат рухлы”, – ти.

Бер мәл башҡорт ҡатындарын асыҡ йөҙ менән йөрөүҙә ғәйепләргә маташҡанда, ҡаршы: “Һеҙ үҙегеҙҙең оятһыҙ күҙегеҙгә бөркәнсек ҡаплағыҙ!” – тип яуаплайҙар.

– Ислам динен таратҡан сәхәбәләр хаҡында ни әйтерһегеҙ? Был хаҡта теркәлгән мәғлүмәт бармы ул?

– Ислам дине барлыҡҡа килгән осорҙан алып ғәрәп яҙмаларында башҡорттар тураһында бик күп мәғлүмәт һаҡлана. VII быуаттарҙан уҡ ғәрәптәр башҡорт хаҡында байтаҡ ҡыҙыҡ, бай мәғлүмәт яҙып ҡалдыра. Башҡортостан ерлегендә халыҡ хәтерендә лә сәхәбәләр, әүлиәләр тураһында хәтер, фекер һаҡланған икән, тимәк, был үҙе үк ҙур мәғлүмәт. Архивтарҙы, тарихи сығанаҡтарҙы юҡҡа сығарған осраҡтар билдәле, әммә халыҡ хәтерен юйып булмай.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең VII быуатта сәхәбәләрен ебәреүе тураһында тарихсылар Тажетдин Ялсығол менән Хисаметдин бин Шәрәфетдин дә яҙып ҡалдырған. Һуңғыһы “Болғар тарихы” китабында башҡорттарҙың күршеләренән алда­раҡ Исламды ҡабул итеүен, йәғни VII быуатта сәхәбәләрҙең Башҡортостанға килеүен хәбәр итә. Көнсығыш сығанаҡтарында башҡорттар тураһында мәғлүмәттәрҙең күбәйеүенең VII – XII быуаттарға тап килеүен исламдың таралыуы менән бәйләргә була. Сөнки тап VII быуатта ғәрәптәрҙең көнсығышҡа, Урта Азия яғына ҡарай экспансияһы башлана, һәм ошо юлда улар төркиҙәр менән осрашырға, улар менән һуғышырға мәжбүр була. Оло төрки донъяның айырылғыһыҙ өлөшө булған башҡорттар менән дә ғәрәптәр ошо ваҡытта осрашалыр, мәғлүмәттәрҙең күбәйеүе быға дәлил.

– Яңыраҡ Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары үтте. Унда милләттәштәребеҙ башҡортҡа ҡарата шундай яҡты мөнәсәбәт тойоп йөрөп ҡайтты. Әммә һеҙ, боронғо тарихыбыҙ күсмә халыҡтар тормошо менән ауаздаш булһа ла, беҙ – үҙебеҙгә бер башҡа милләт, тиһегеҙ?
– Бер мәл республикала тарихсы дипломлы ғалимдар: “Башҡорттар үҙҙәренең тарихын боҙоп күрһәтергә йөрөй. Фән дөрөҫ мәғлүмәт еткермәй, Өфө-2 лә – булмаған ҡала” тигән фекер уятырға маташты. Башҡортостандың Фәндәр академияһында был хаҡта етди һөйләшеү булды. Бик күп тарихсылар йыйылды. Араларынан берәү, тарихта башҡорттарҙың ҡалаһы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ, фольклорҙа ла телгә алынмай, тип ысҡындырҙы. Был төптө ҙур хата ине. Йыйылыш оҙаҡ барҙы, әммә мине иң ғәжәпләндергәне ул түгел, ә тарихсыларҙың башҡорттоң Иҙриси, Ғәрнәти яҙмаларында уҡ 78 ҡалаһы барлығын белә тороп та быны күрмәҫкә ынтылып, өндәшмәй ҡалырға тырышыуы булды. Хәҡиҡәткә ҡаршы барып булмай. Тарих фәненең бар ҡиммәте – дәлилдәр менән эш итеүҙә. Тел ни генә һөйләмәҫ?! Ошо йыйылышта хатта ошондай фекер әйтеүселәр булды: “Әгәр башҡортта ҡалалар борондан барлығын таныһаҡ, беҙгә бит башҡорт тарихына ҡарата концепцияны үҙгәртергә кәрәк. Ә был нимәгә? Күсеп йөрөгән, тирмәлә йәшәгән халыҡ булып ҡалһын. Кәрәкме ул беҙгә һалынған тәртипте боҙоу?”

Эйе, башҡорт йәйләүгә сыҡҡан! Әммә ул йәйләүгә үҙ ауылдарынан, ҡалаларынан сыҡҡан, йәйләү урыны уның үҙенең йәшәгән территорияһында булған. Академик Нияз Мәжитов, ҡаҙылма материалдар бар бит, тип аңлатырға тырышып ҡараны был һөйләшеү мәлендә. Был мәлдә Нияз ағай яңғыҙ ҡалған һымаҡ тойолдо хатта. Ә бит залда ултырғандарҙың күбеһе уның хаҡлы икәнен аңлай ине, әммә ҡеүәтләргә йәнә лә ҡеүәт кәрәк. Өндәшмәй түҙә алманым. “Әгәр археологик материалдар, тарихи һәм фольклор сығанаҡтары бергә, комплекслы ҡарағанда бер-береһе менән тап киләләр икән, ни өсөн беҙ ҡасандыр киткән хата ҡараштарҙан арынмайынса, уларҙы төҙәт­мәйенсә, һаман яңылыш юлдан барырға тейешбеҙ? Элекке коммунистик идеология юҡҡа сыҡты, ә беҙҙең күпселек тарихсы­ларыбыҙ һаман булһа элекке ҡараштарынан арына алмайынса, яңыса фекерләргә маташҡан башҡорт тарихсыларын ғәйепләп маташа. Бәлки, академик Нияз Мәжитовты һәм уның яҡлыларҙы төрлө сәйәси гонаһтарҙа ғәйепләп яҙған баяғы төркөмдөң үҙенә үҙгәрергә кәрәктер. Башҡорт тарихсылары яңы тарихи факттар табып, уларҙы аңларға теләп, үҙ халҡының үткәнен ошо факттарға бәйләп, яңыса фекерләргә маташҡан саҡта, шикәйәт менән юғары органдарға мөрәжәғәт иткән төркөм һаман элекке совет заманында ышаныслы ысул булған “сәйәси ғәйептәр өйөү” ысулын ҡулланырға маташты. “Әгәр яңы факттар элекке концепциялар менән тап килмәй икән, тимәк, башҡорттоң борондан килгән көнитмешенә ҡарата яңы концепцияны формалаштырырға кәрәк” тигән талап ҡуйҙым ул ултырышта.

– Беҙҙә башҡорт ауылдары тураһында мәғлүмәттәр бармы? Экспедициялар эшләндеме фән өлкәһендә?

– Булды, әлбиттә. Геннадий Гарустович тигән ғалим бар ине. Мәрхүм инде, ауыр тупрағы еңел булһын. Ул Ишембай районының Аҙнай ауылы эргәһендә барған ҡаҙылма эштәр тураһында хайран ҡалып һөйләгәйне. Әйткәндәй, был мәғлүмәттәр барыһы ла бар, теркәлгән. Бары тик халыҡҡа еткерелгәне генә юҡ. Геннадий Николаевич, археолог булараҡ, бындағы боронғо башҡорт ауылының хәҙергеһенән бер нимәһе менән дә айырылмауын билдәләне. Ер эшкәртеү, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр, ҡулдарында ҡәҙимге ураҡ, сүкеш булған, тирмәләрҙә түгел, ә нигеҙле йорттарҙа йәшәгәндәр. Улар күсеп йөрөгән халыҡ булмаған, тип әйткәне лә хәтерҙә. Ә Аҙнай тирәһендәге ул биләмә Иван Грозный замандарындағы ауыл тип аңлатыла. Ундағы тормош тулыһынса әлеге башҡорт төйәктә­рендәге кеүек булған. Халҡыбыҙға бер кем дә ер һөрөргә, иген игергә өйрәтмәгән, ул борондан үҙ ерендә игенселек менән шөғөлләнеп, малын үрсетеп, балыҡ тотоп, комплекслы хужалыҡ менән йәшәгән.

– Тимәк, беҙ донъя буйлап күсенеп йәшәгән, ҡамғаҡтай тәгәрәгән халыҡ түгел, тигәнде әйтергә теләгән ул?

– Эйе, тап шулай. Башҡорттар күсмән түгел. Мин быны күсмәнлектән оялғандан, ғәрләнгәндән әйтмәйем. Игенселектең йәки күсмәнлектең йәки икенсе төр хужалыҡ итеү ысулының бер-береһенән өҫтөнлөгө юҡ. Уларҙың һәр береһе халыҡтың үҙе көн иткән ерҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашып, нисек булһа ла тере ҡалырға, донъя көтөргә ынтылыуынан формалаша. Башҡорт форма­лашҡан урын – Урал тауҙары һәм уға яҡын тирә-яҡ. Ошо ерҙәрҙең географик үҙенсәлектәре (климаты, тәбиғәте һ.б.) башҡортто уларға яраҡлашырға мәжбүр иткән. Беҙҙең тәбиғәт шарттарында йыл буйы күсеп йөрөп булмай. Әле XVIII быуатта И. Лепехин башҡортто күсмән тип әйтеүҙең хата ҡараш икәнен яҙып киткән. Урыҫ ғалимдары араһында башҡорттоң күсмән түгеллеген аңлатырға маташыуҙар XIX быуатта ла була. Донъяла күсмә тормош алып барған эреле-ваҡлы төрлө халыҡтарҙы тикшереп, күсмәндәр тураһында классик хеҙмәттәр яҙған тарихсылар (Хазанов, Крадин һ.б.) башҡортто улар араһына индермәй. Билдәле совет, Рәсәй тарихсыһы, археолог, профессор Л. С. Клейн шул айҡанлы, “күсмән” тип бутамаҫ өсөн, яңы термин уйлап табырға кәрәк, тип яҙып сыҡты. Әммә тарихсыларыбыҙ һаман булһа тапалған юлдан йөрөүен дауам итә. Сөнки былай бит уңайлы, уйланырға, эҙләнергә кәрәкмәй, күптән тапалған юл, бер үк нәмәне ҡабатла ла ҡабатла.

Аҙнай ауылы нигеҙендә һәм башҡорт ауылдарын археологик тикшереп бөтөнләй яңы фәнни ҡараш тыуҙырырға була ине башҡорт халҡының боронғо көнитмеше тураһында. Бына уйлап ҡарайыҡ әле: “башҡорттар йәйләүгә сыҡҡан” тип ҡабатларға яраталар. Сыҡҡас, тимәк, уның бит сығып киткән урыны булған. Ә был “сығыу урыны” – башҡорт ауылы. Яҙ йәйләүгә сығып киткәндән һуң, көҙгә башҡорт бит кире шул уҡ ауылға ҡайтып төшкән. Ул бит йәйләүгә йәйләүҙән сыға алмай. Башҡорттоң боронғо ҡалалары булыуы тураһында Ғәрнәти генә түгел, боронғо ғәрәп илселәре яҙмаларында күп әйтелә.

XIX быуатта урыҫ ғалимдары: “Башкиры не кочевники. Если их признать кочевым народом, то всех дачников нужно приравнивать к кочевникам. Они ведь также на лето уходят в свои дачи. А у башкир есть определенные территории их летовки”, – тип яҙа.

Башҡорт халыҡ ижадында ла башҡорттоң ҡалалары тураһында мәғлүмәт ярылып ята: башҡорт балаһы ҡайҙалыр ауылда тыуып үҫкәндән һуң, белем артынан сығып китеп, ҡалаға эләгә. Хатта әкиәттәрҙә лә этнографик факт ярылып ята.

Йәнә лә Ғәрнәтигә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул башҡорттоң ҡалаларына шул тиклем һоҡланып яҙа, хатта береһен Бағдад менән сағыштыра. Иҙриси лә теркәй башҡорт ҡалаларын.

Башҡорт ҡалалары тураһында мәғлүмәт уғыҙҙарҙың “Оғуз-намә” дастанында ла бар. Башҡорттар баш эйергә теләмәгәс, Уғыҙхан башҡорт иленә яу менән барғанда уларҙың “Оло Бағыр” (башҡортса “Оло баҡыр”) тигән ҡалаһында туҡтап китә. Башҡорт ерҙәрендә борон-борондан баҡыр сығарылыуын иҫтә тотоп һәм “Оло Бағыр” атамаһының баҡыр менән бәйле атама булыуынан сығып, Силәбе археологы Д.А. Таиров, был ҡаланың Орск йәки Медногорск тирәһендәрәк урынлашҡан булыуы ихтимал, тип яҙа. Был ҡалаларҙың икеһе лә баҡыр менән бәйле. Беҙҙең ғалимдарыбыҙ һаман да әлеге Башҡорт автономияһы территорияһынан сыға алмай, ә бит беҙҙең тарихи Башҡортостан тигән оло майҙаныбыҙ бар! Ҙур Тарихи Башҡортостанда ҡалалар бик-бик күп булған. Иҙриси яҙған Ҡастра, Мастра, Ҡарукия, Нимжан, Гурхан ҡалалары башҡорт еренең ҡайһы ерендә урынлашҡан булғандар? Беҙ уларҙы мотлаҡ әлеге республикабыҙ эсендә генә эҙләргә тейешме ни? Беҙҙең ерҙәр бит ғәйәт ҙур булған! Беҙгә ошо серҙәрҙе лә асырға кәрәк. Ҡарукия атамаһы башҡорттоң Ҡарағай һүҙе менән бәйлелер кеүек. Сөнки ғәрәп кешеһенең беҙҙең һүҙҙе яңылыш яҙыуы бик тә ихтимал. Башҡорт фольклорында, урта быуаттарға ҡараған тарихи сығанаҡтарҙа ниндәйҙер бер Ҡарағай атамалы урын телгә алына.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул Ҡарағай тигән урын хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Верхнеуральск тигән ҡала тирәһендәрәк булырға тейеш. XIII быуатта, татар-монголдар дәүеренә ҡараған ваҡиғаларҙа Биксура хандың Яйыҡ башында Ҡарағайҙа хакимлыҡ итеп ултырыуы телгә алына. Хәҙерге Верхнеуральск ҡалаһы көнсығыштан көнбайышҡа һәм төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай киткән юлдар киҫешкән ҙур стратегик әһәмиәтле ерҙә һалына. Был урынды урыҫтарға башҡорт тархандарының береһе күрһәтә. Уға тиклем урыҫтар был юлды белмәй. Башҡорттар бында тормоштарында тыуып торған төрлө мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн йыйылыр булғандар. Ошо тирәләрҙә Ер Ҡарағай, Уҡлы Ҡарағай, Ябыҡ Ҡарағай тигән ниндәйҙер билдәле урын тарихи сығанаҡтарҙа теркәлгән.

Стәрлетамаҡ урынында урыҫтар буштан-бушҡа ғына килтереп ҡала төҙөмәгән, унда борондан ҡала булыуы бик ихтимал. “Астыр”, “стыр”, “стәр” – ул бик боронғо көнсығыш иран теленән ҡалған һүҙ. Ул “эре мал”, “йөк малы” тигәнде аңлата. Ошонда уҡ Ашҡаҙар йылғаһы аға. Ул да баяғы боронғо иран телдәренән “туҡтап ял итеп, аттарҙы алыштырып киткән урын” тигәнде аңлата. Тимәк, унда туҡтап китә торған ниндәйҙер ҡала кеүек урын булған. Ул Өфө менән Ырымбур араһындағы боронғо оло юлда ята. Был юлды нуғай юлы тип тә атағандар.

Табылған башҡорт ҡалалары нигеҙендә башҡорттоң боронғо үткәненә, тарихына яңы ҡараш формалаштырыу мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518