Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни өсөн йәштәр шиғыр яҙа?
Ни өсөн йәштәр шиғыр яҙа?Был һорауға яуап бирер алдынан “Нимә ул, ғөмүмән, шиғыр?” һәм “Кем ул ысын шағир?” тигән һорауҙарҙы асыҡлап китәйек.


Шиғыр – ул йөрәктән, күңел төбөнән сыҡҡан уй-фекерҙәреңде кәрәкле рифмаға һалып, уҡыу­сыға, тыңлаусыға аңларлыҡ итеп еткереү формаһы. Ул иң боронғо ижад төрөнән һанала. Бигерәк тә уны атта, дөйәлә йөрөүсе­ләрҙән килеп сыҡҡан тигән фараз йөрөй. Элек, әлеге кеүек техника юҡ саҡтарҙа, меңәрләгән кило­метрҙы һыбай үтергә кәрәк булған. Ә һыбай килеш китеп барғанда, нимә һөйләһәң дә, аттың йәки дөйәнең атлау ритмына тап килтерелеп сығарыла. Шиғырҙар төрлө була, әммә шиғыр булғанының һәр береһендә йәшерелгән фекер ята. Ул кешелекте яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәй торған көскә эйә.
Халҡыбыҙҙың аҡһаҡалы, бөйөк шәхес Мифтахетдин Аҡмулланы ғына иҫкә алайыҡ. Ул үҙенең барлыҡ ғүмерен башҡорт халҡына бағышлаған, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән шиғыры ғына ни тора?!
Бөгөн Ҡаҙағстан республикаһы сәскә ата икән, тимәк, ҡасандыр беҙҙең, башҡорт аҡһаҡалының белеме, аҡылы шул ерҙә таратылған өсөндөр, тип әйтһәк, яңылыш булмаҫ. Быны ҡаҙаҡтар үҙҙәре лә яҡшы аңлай, шуға күрә Мифтахетдин Аҡмулланы унда данлайҙар, килгән һәр бер башҡортто ихлас ҡаршы алалар.
Шәйехзада Бабичтың ижады иһә илебеҙ өсөн иң ауыр, аяныслы ваҡытта, атылған йондоҙ шикелле, бар донъяны яҡтыртып килеп сыға. Башҡортостанға нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәли­диҙең иң яҡын арҡаҙашы була. Бигерәк тә “аҡтар” яғынан “ҡыҙылдар”ға күскән саҡта. Күп­тәр “был сигенеү, был еңелеү” тип дәрттәре төшкән саҡта йәш шағир үҙенең рухлы, дәртле шиғыры менән башҡорт хал­ҡында ялҡын тоҡандыра, яҡты киләсәккә өмөт уята. Ул бар ғүмерен милләтенә бағышлай, халҡым тип йәшәй.
Мостай Кәрим менән Рәми Ғариповтың ижад гәүһәрҙәре –халҡыбыҙҙың милли йөҙө. Һәр ҡайһыһының шиғриәте үҙенсә­лекле, сағыштырғыһыҙ. Әгәр ҙә Мостай Кәримдең төп маҡсаты юғары күңеллелеккә саҡырыу булһа, Рәмиҙәге рух һәм дәрт арбай!
Илебеҙ сәскә ата, яңы шәхес­тәр, яҙыусылар, шағирҙар күренә башлай. Төрлө техниканың үҫкән ваҡыты, һәр баланың ҡулында – заманса телефондар. Бөтәһе лә интернет селтәрендә ултыра. Һәр кем, хатта ябай ауыл бабайҙары ла баҡсаһын булһа ла фотоға төшөрөп, аҫтына ҙур бер шиғри фекер яҙып ҡуя. Йәштәр тураһында һүҙ ҙә юҡ – селтәрҙән сыҡмайҙар ҙа. Һәр кем үҙенең фекере, уйы, белеме менән уртаҡлаша, хистәренән ҡурҡмай. Һәр ҡайһыһы – ижадсы, тиһәк тә була. Ошондай күңел күтәрелеше ваҡытында, интернет селтәрен дөрөҫ ҡулланып, үҙҙәренең уй-хисен шиғырға әйләндереп баҫтырған яңы йәш шағирҙар ҙа күренә. 90-сы йылдарҙан һуң йәштәр араһында “реп”, “рок” беренсе урында тора, бөгөн йәштәрҙең ҡабаттан шиғыр ижадына күсә башлауы күренә. Шиғриәт дәүләт яғынан да хуп­лана: төрлө гранттар ҙа бар, конкурстар ҙа уҙғарыла. Тик бөгөнгө йәш шағирҙар халҡым тип ғәҙеллекте, яҡшылыҡты данлап яҙамы икән, әллә шәхсән үҙен пропагандалау өсөн генә шиғриәткә киләме?! Ошо һорау борсой мине ҡайһы саҡ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508