Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡорама ҡорау – бәхет ҡороу ул
Ҡорама ҡорау – бәхет ҡороу улЗаманыбыҙға хас юғары техник прогресс үҫеше менән бәйле “глобалләшеү” һөҙөмтәһендә кешелек донъяһының бер төрлөлөккә килеүе, милли һыҙаттарҙың юғалыуы, туған телдәрҙең онотолоуы, милләттең үҙенә генә хас мәҙәни сифаттары һәм рухи ҡиммәттәрҙең юйылыу ҡурҡынысы алдында тороуы һәр кемгә билдәле. Күптәр был бәләнән сығыу юлын онотолған йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңынан тергеҙеп, уларға яңы һулыш өрөүҙә күрә. Шулай уҡ көнкүрешкә үтеп ингән милли йөҙө булмаған тауарҙар, ҡаралтылар, йорт йыһаздары урынына һәр халыҡтың үҙенә хас булғанын аяҡҡа баҫтырыу йүнәлеше лә киң ҡолас алды. Ошо маҡсаттан республикала ла юғала барған халыҡ кәсептәрен тергеҙеү күренеше күҙәтелә.

Башҡортостанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫешенә этәргес биргән, уларҙы берләштергән “Ағи­нәй” төбәк йәмәғәт ойошма­һының барлыҡҡа килеүе лә ошо маҡсатҡа тап килеп, бик ваҡытлы һәм урынлы булды. Фәҡәт ағинәй­ҙәр хәрәкәтенең киң таралыуы һөҙөмтәһендә хәл-торош яҡшыға үҙгәрҙе тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Бөрйән районында эшләп кил­гән “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ла нәҡ ошо бурысты тормошҡа ашырыуҙы үҙенең көндәлек эш йүнәлеше итеп алған. Улар “Кәрәҙ” ҡорамасылар клубын булдырып, ауылдарҙа “Ағинәйҙәр ҡоро”н тергеҙеп, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара. Үҙҙәренең эш өлгө­ләре менән дә халыҡ аҡылына, динебеҙ ҡиммәттәренә таянып, йәштәрҙе дөрөҫ юҫыҡта тәрбиә­ләүгә, милләтебеҙҙе берләште­реүгә ынтыла. Халҡыбыҙҙың ме­ңәр йылдар буйы туплаған аҡы­лын, донъя көтөү тәжрибәһен, рухи мираҫтарын, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын, иманыбыҙ асылын киләсәк быуынға тапшырыу маҡсаты менән яна. Күптән түгел улар республиканың башҡа райондарында йәшәгән фекерҙәш­тәрен үҙҙәренә йыйып, тәжрибә­ләре менән уртаҡлашты.
Йыйын уҙғарылған мәҙәниәт һарайы милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙың күпле­генән йәмләнеп, күркәмләнеп киткәндәй тойолдо. Бөрйән уңғандары – шәхси һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡунаҡ­тарға үҙҙәре етештергән башҡорт аштарын, милли продукцияны тәҡдим итте. Фойела ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәһе лә кешеләрҙе битараф ҡалдырманы.
Кәрәҙ техникаһына нигеҙләнеп ҡоралған ҡорамаларҙы йыйында ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Райондың “Ағи­нәй­ҙәр ҡоро” һәм “Кәрәҙ” халыҡ ҡорамасылар клубы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина етәкселе­ген­дә нимә генә эшләмәгән Бөр­йән оҫтабикәләре: кейемдәр, түшәк-ҡорғандар, сувенирҙар, көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба... Республика халыҡ ижады үҙәге­нең “Урал” галереяһы етәксеһе Кәримә Кайдалова, ВЭГУ-ның өлкән уҡытыусыһы Ольга Суткевич күргәҙмәгә баһа биреп, тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерҙе.
Имам-мөхтәсиб вәғәз уҡып, йыйынға фатихаһын биргәс, сәхнәнән яңғыраған халҡыбыҙҙың мәшһүр йыры “Урал”ды аяғүрә баҫып тыңланы залдағылар.
— Дәүләт тарафынан бер ниндәй ҙә ярҙамға өмөт итмәй, эшсән, рухлы, ил-көн яҙмышына битараф булмаған апай-инәйҙәр­ҙең ошолай ойошоуы – халҡы­быҙҙың бер тупҡа тупланыуына, берләшеүгә һыуһауына ишара. Халҡыбыҙҙың телен, киләсәген һаҡлау, ғаилә институтын нығы­тыу йүнәлешендә арымай-талмай эшләйһегеҙ һеҙ, заман сирҙәренә ҡаршы ла аяуһыҙ көрәшәһегеҙ. Бар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һеҙҙең кеүек булһа, илебеҙ ҡотайыр, милләте­беҙ ҙә йәшәр, – тип телмәр тотто йыйында Бөрйән районы хаки­миәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Ул шулай уҡ райондың бер төркөм ҡорамасыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Гөлсирә Солтанбаева, Мәҙинә Барыева, Миң­легөл Ғәлина, Зәкиә Суфийәнова, Тәнзилә Сәйетбатталова, Фирүзә Йыһанурова, Гүзәл Абдуллина иң шәп ҡул эштәре оҫталары тип табылды.
Бөрйән оҫтабикәләренең эш емештәренең киләсәктә юғары даирәләрҙә лә танылыу табасағы­на ышаныс ҙур. Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ике йылға бер тапҡыр Өфөлә “Урал” галереяһында ойошторол­ған профессиональ ҡорамасылар фестивалендә “Кәрәҙ” клубы бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан. 2016 йылда клуб “халыҡ” исеменә ла­йыҡ булған. Быйыл октябрь айында үтәсәк республика “Ҡора­ма­туй”ында үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашырға ла ниәт тота улар.
Бөрйән ҡорамасыларын район хакимиәте лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Республика “Ағинәй” ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева ярҙамы менән былтыр “Кәрәҙ” клубы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығының 200 мең һумлыҡ грантына эйә була.
Һуңғы йылдарҙа республикала туризмды үҫтереү, ситтән инвес­торҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһе йыш күтәрелә, 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарыласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына бихисап ҡунаҡтар көтөлә.
“Беҙ туристарға, ситтән килгән ҡунаҡтарға нимә тәҡдим итә алабыҙ? Уларҙың үҙҙәренән ниндәй файҙа алырға мөмкин?” – тигән мәсьәлә лә күтәрелде йы­йында. Иҫ киткес гүзәл тәбиғә­те, Шүлгән мәмерйәһе менән дан тотҡан Бөрйән районы өсөн был һорау бигерәк тә көнүҙәк.
Туризм мәҙәниәте киң аҙым­дар менән республикабыҙға үтеп ингән осорҙа туристар өсөн тәғәйен торлаҡтарҙы милли стил­дә, урындағы халыҡтың көнкү­решен, мәҙәниәтен сағылдырып биҙәргә тырышалар. Мегаполис­тарҙан, көсөргәнешле эштән, ҙур тиҙлектә барған ҡала тормошонан, бетон өйҙәрҙән ялҡҡан кеше күңел тыныслығы эҙләп ҡабат­ланмаҫ, бер кемдә лә булмаған эксклюзив әйбергә хужа булғыһы, бүтән бер ерҙә лә ашап-татып ҡарамаған ризыҡты тәмләп ҡара­ғы­һы, ерле халыҡтың ҡулдан эш­лә­гән әйберҙәрен һатып алғыһы, йортоноң эсен күргеһе, шунда иҫтәлеккә фотоға төшкөһө килә.
Сығыштарҙа яңғыраған, ҡора­маны ла ошо маҡсатта ҡул­ланырға була, тигән фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Ошолай биҙәлгән йорт эсендә энергетика башҡа була, унан тыныслыҡ, боронғолоҡ, тәбиғилек, ябайлыҡ бөркөлә.
Әйткәндәй, Рәшиҙә Ғиззәтул­лина — сәйәхәт итергә яратҡан тынғыһыҙ йән, күп сит илдәрҙә булған. Уның:
— Ул илдәрҙә халыҡ кәсебе тауарҙары урам­дар­ҙың буйынан-буйына тулып тора. Был глобаль күренеште танымай, һанла­май, иҫәпкә алмай, артта ҡалған милләттәр рәтендә ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Шүлгән­ташҡа алып барған юл эсендә ултырған ауылдар ситендә туҡта­лыштарҙа күптән инде һатыу нөктәләре булдырып, аҙнаның көндәрен бүлешеп, сиратлап һатыу итергә тейешбеҙ. Кәсептең бер төрөнә әйләндереп, турис­тарҙың да ихтыяжын ҡәнәғәт­лән­дерергә, халҡыбыҙҙың да бәҫен күтәрергә, үҙебеҙ ҙә файҙа күрер­гә өйрәнһәк ине, – тигән һүҙҙәре менән килеш­мәй булмай.
Өҫтәүенә ҡорама булған өйҙә донъя ла йәмлерәк төҫлө.
– Ҡыҙҙарыбыҙға, ейәнсәрҙә­ребеҙгә бирнәлекте үҙебеҙ әҙер­ләп бирәйек. Ҡораған әйбер бит ул беҙҙең күҙ нурыбыҙ, йөрәк ти­бешебеҙ, ҡул йылыбыҙ аша бы­уын­дар бәйләнешенә булыш­лыҡ итә! Өләсәй, ҡартинәй була­раҡ, үҙебеҙҙән иҫтәлеккә ҡал­дырыр түшәк-юрғандар, өй биҙәр ҡорған­дар, япмалар, алъ­яп­ҡыс­тар кәрәк ҡыҙ балала­рыбыҙға. Ҡорама ҡорау – ул бәхет ҡороу, – тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны сәхнәнән.
Ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, республика ағинәйҙәре Бөрйән тәжрибәһен таратып, белгәндәре менән уртаҡлашырға үҙ төбәк­тәренә ашыҡты.

Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518