Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр ерҙә лә оҫталар бар
Һәр ерҙә лә оҫталар барРеспублика “Шәжәрә” байрамы 12-се тапҡыр уҙғарыла. Ул бығаса Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Дүртөйлө, Ҡариҙел райондарында ойошторолдо.

Балтас ерендә байрамға йыйы­лыусыларҙы Башҡортостандың мәҙә­ниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев менән ошо район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев тәбрикләне.
Республика стратегик тикшере­неүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин “Шәжәрә” байрамында “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреүҙең күркәм йолаға әйләнеүен билдәләне. Ошондай матур сараның һабантуйҙар һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы менән үрелеп барыуы беҙҙең республикаға ғына хас булыуын телгә алды.
Байрамдың йөкмәткеһе бик бай булды. Конференциянан тыш, “Ғаиләм — ҡәлғәм”, “Йәш килен”, “Ялан ашы” милли бәйгеләре ойошторолдо.
Конкурстарҙа туғыҙ райондан 13 ғаилә ҡатнашты. Бәйгенең беренсе көнөндә һайлап алыу турында ғаилә, туғанлыҡ ептәре бәйләгән коллективтар 12 минутлыҡ сығыштан торған тамаша тәҡдим итте. Һәр династия­ның традицияларына нигеҙләнгән “Ғаилә тантанаһы” тип исемләнгән театрлаштырылған миниатюра, “Бишек йыры”, “Йондоҙло ғаилә” бәйгеләрендә һәр төркөмдөң үҙе теләгән жанрҙа үҙенсәлекле сығыш тәҡдим итеүе сараны байытты.
Балтас районы данын биш ғаилә яҡланы: Йыһангировтар, Хәйҙәр­шиндар, Пукроковтар, Сураҡовтар, Фәтхуллиндар. Конкурс һөҙөм­тә­ләре буйынса Хәйҙәршиндар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды Баймаҡ районынан Хәсәновтар ғаи­ләһе яуланы, икенсе урынды Ҡариҙел һәм Балтас районынан Ғәлиәскә­ровтар, Пукроковтар бүлеште. Өсөнсө урынға иһә Балтас районынан Фәтхуллиндар һәм Йыһангировтар, Краснокама районынан Әхтәмовтар лайыҡ булды.
Һәр ерҙә лә оҫталар барБашҡортостанда тәүгә үткәрелгән “Йәш килен” фольклор конкурсында төбәктәрҙән 12 ҡатын-ҡыҙ зирәклектә, оҫталыҡта, уңғанлыҡта көс һынашты. “Килен сәйе” бәйгеһе ҡыҙыҡлы булды. Бәйгеселәрҙең аш-һыу бешереүгә, нәфис һүҙгә, йырға, бейеүгә һәләт­тәрен тамашасылар йылы алҡыштар менән баһаланы.

Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512