Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
КүңелдәшлекҺәр китап уҡыусының үҙе генә яратҡан әҙиптәре була. Был, әлбиттә, күңел талабына бәйле. Яҙыусының кисерештәре, уй-фекерҙәре уҡыусыға яҡын, ҡәҙерле һәм зауҡына тап килә икән, ул үҙе яратҡан авторҙарҙың китаптарын эҙләй, уҡый һәм эстетик ләззәт кисерә йәки фәһем ала.


Минең үҙемдең дә күңел талабыма, зауҡыма тап килгән әҙип-ҡәләмдәштәрем бар. Коллегаларымдың күбеһенең ижадына һоҡланып ҡарайым, һәммәһенең араһында, әлбиттә, мине китап уҡыусы иткән оҫталар бар. Шуларҙың бер нисәһенә генә туҡталғым килә.
Билдәле ки, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады мәктәп программалары буйынса уҡытыла, филология факультеттарында өйрәнелә. Уның хрестоматик шиғырҙарын шул рәүешле байтаҡ кеше яттан белә. Мин иһә шағирҙың лирикаһын яратам. Әҙиптең лирикаһы, бер ҡарашҡа, хис-тойғолар даръяһы кеүек күренә, әммә бындай шиғырҙарҙы яҙыуҙың да үҙ сере бар. Мостай Кәрим әҙәм балаһының кемеһенә лә хас интим тойғолары хаҡында алабарман дыуамаллыҡ менән асыҡ-яран оран һалмай, хәл-ваҡиғаларҙы ла, күңел торошон да тәбиғи йәшәйеш, тәбиғәт манзараһы аша тасуир итә белә.
...Һин эйелеп һөйҙөң бик һаҡ ҡына
Тулҡындарҙың туҙғаҡ тулҡынын.
Ҡағылыуың булды, бар донъяны
Офоҡҡаса алтын ялманы.
Хатта ҡояш ул көн күктә түгел,
Алтын биҙәк ине түшеңдә.
Донъяны мин шундай күрҙем бер ҡат
Әллә өндә, әллә төшөмдә.

Бына бит! Күңел хәрәкәте, һарҡылып сығырҙай бөтөнлөк, мөлдөрәмә хистәр дәүмәлен бындай образдар аша тасуирлау оҫталыҡ инде ул. Шағирҙың мөхәббәтле донъяһында “зыр әйләнә планеталар. Бал ҡорттары оса, тауҙар күкрәй, күктәр семәрләнә. Юҡ нәмә юҡ бында: баш ҡалҡыта сабый үлән ҡыяҡтары. Ҡош Юлынан сапҡан боландарҙың осҡон сәсә көмөш тояҡтары”. Етмәһә, лирик геройҙың мөлдөрәмә күңеле йәре керпектәренә һарҡылған, шағир иһә ана шуның тамсыһын ғына юғалтыуҙан да ҡурҡа.
Дөрөҫ, Мостай Кәримдең хрестоматик шиғырҙары ла көсөргәнешле динамика һәм хис-тойғолар туҡымаһынан ғибәрәт. Ә бына әҙиптең уҙған быуаттың 70-се йылдарында яҙған лирикаһын тыйнаҡ та, ярһыу ҙа романтик кисерештәр өйөрмәһе тип атарға мөмкиндер. Уның киң билдәле “Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр” тип башланған шиғырын ғына алайыҡ. Ни саҡлы мөхәббәт, ни саҡлы һағыш, ни саҡлы эске һыҙланыу һәм егетлек, ни саҡлы аяулы мөнәсәбәт бөркөлә был әҫәрҙән.
Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ. Тағы ҡалаһың.
Күҙ алдыма килде шул күшеккән
Япа-яңғыҙ болан балаһы.
Аҡ буранға инеп юғалырмын,
Ҡул болғама, барыбер күренмәҫ.
Дауыл барҙа әле сыҙарһың да,
Ни ҡылырһың, ул да һүрелгәс...

Милләтебеҙҙең башҡа милләттәр араһындағы бәҫе, ғәҙәт-йолаларыбыҙҙың рәхимле ҡанундары, әҙәп-әхлағыбыҙҙың бөтөнлөгө һағында торҙо Мостай. Уның әҫәрҙәрендәге ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәт, милләтебеҙҙең ҡот-ырыҫына тоғролоҡ — халыҡ шағирының ижадындағы төп мотивтарҙы ҡыҫҡаса шулай нарыҡларға булалыр. Эйе, милләтебеҙ яҙмышы хаҡындағы бәғзе борсолоуҙарын да әйтә торҙо ул:
Кешеләргә ҡарап ҡайғым арта,
Онотолдо әҙәп-самалар —
Олимп тауына көтөү ебәргәндәр,
Зыяратта бесән сабалар...

...Бер саҡ Мостай Кәримдән ошолай тип һорарға ла йөрьәт иткәйнем: “Мостай ағай, һеҙ — бик бейек баҫҡыстарға, дәрәжәләргә күтәрелгән кеше, ни өсөн графомандарға, талантың юҡ бит, тип дөрөҫөн әйтмәйһегеҙ?” Яуабын фәһем итеп күңелемә һалып ҡуйҙым. “Талант­һыҙға, — тине ул, — талантың юҡ бит тигәндән, һәләте артмай. Шағирҙың тәбиғи таланты үҙе менән бергә тыуа”.
Тыуа һәм, әлбиттә, яҙмышына әүерелә. Ә ижадсы яҙмышы ләззәтле лә, ғазаплы ла. Һәммә кешенең яҙмышы кеүек — тәҡдир. Шағирҙар хаҡлы ялға китеүҙән генә мәхрүм, сөнки “йәнә көтөп тора уны бер үтәлгән бурыс”...” көтә шул уҡ еңеү, ләғнәт, алған язалары, һул(ы)ҡ-һул(ы)ҡ ҡан ағыҙып, көтә иҫке яралары”. Шуға ла Прометейға өндәшкән әҙип үҙ-үҙен дә ҡеүәтләй төҫлө:
...О Прометей, инде икенсе ҡат
Үҙ-үҙеңде өләш!
Көтә һине кеше менән бәхәс
Һәм Күк менән көрәш.

Мостай Кәрим лирикаһының үтә күренмәле затлы гәлсәр кеүек сөңгөл­дәре, һутлы һүҙҙәрҙән туҡылған поэти­каһы башҡорт әҙәбиәтен СССР киңлек­тәренә, социалистик илдәр халыҡта­рының күңел даирәһенә алып сыҡты. Ә шағирҙың интим лирикаһындағы хис-тойғолар, әлбиттә, башҡорт телендә һөйләшеүселәр өсөн бигерәк тә яҡын, сөнки тойғоларҙы тик үҙ телеңдә генә тасуир итеп булалыр ул, тәржемәләр барыбер күп матурлыҡты һәм нескәлекте юғалта.
...Ижад юлымды башлаған осорҙа минең етди әҙәбиәтсе булырыма бик ышанып бөтмәнеләр, буғай. Әллә ни иғтибар итеп барманылар, ярҙам ҡулы һуҙыусы, терәк булырҙай остазым булманы тиерлек. Әммә үҙем иһә Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Рафаэль Сафиндың, Рауил Бикбаевтың, Әнисә Таһированың, Рәмзилә Хисаметди­нованың шиғырҙарына мөккиббән ғашиҡ инем.
Бигерәк тә Рәми ағайҙың ижадына.
...Ә мин?
Юҡ, башҡаса булмай!
Мин тупраҡтан, ерҙән яралған,
Ерҙә тыуып үҫкән, ерҙән йыйып,
Йәнем йыр алған!

Рәми Ғарипов башҡорт шиғриәтенә ерлекле тойғолар, һәр уҡыусыға ла яҡын булырлыҡ хис-тойғо менән һуғарылған образдар менән килеп инде. Шағир, тышауһыҙ романтик, интеллигент инсан, зирәк һәм халҡы рухына тоғро улан, бөҙрә сәсле һылыу егет, кәңәш бирерлек аҡыллы ағай булды ул. Беҙҙең, 1970 йылдар уртаһында әҙәбиәт майҙанына аяҡ баҫырға ҡыйыулыҡ иткәндәрҙең, хәтерендә һәм күңелендә ул ана шундай һындарҙа килеп инде. Шул килеш йәшәй.
Рәми Ғариповтың тәрән ижады, уның шәхсиәте хаҡында үҙе яҡты донъянан киткәс, байтаҡ матур һүҙҙәр әйтелде, үҙен белгәндәр ҙә, белмәгәндәр ҙә һоҡланыу тойғоларын һүрәтләне. Тоғро шәкерте Рауил Бикбаев талантлы шағир бейеклеген баһалауға, уны халыҡҡа бөтә тулылығында ҡайтарып биреүгә күп көс һалды. Шағирҙың ижады заманалар һынауын үтеп, мода һәм конъюнктура талаптары шау-шыуы таралғанда ла балҡышын юғалтмай торған байлыҡ ине.
Шағирҙың поэтик донъяһы башҡорт шиғриәтенә зәп-зәңгәр төҫтәр алып килде. Зәңгәрлеккә ғашиҡ итте, сөнки уның “ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек” киңлектәренең, күңелдең иң төбөнә йәшеренгән хыялдың тышауҙарын, йүгән-дилбегәһен ысҡындырып, үҙ артынан эйәртер ҡөҙрәте бар. Эйе шул, ысынлап баҡҡанда, зәп-зәңгәр ҙабаһа был донъя. Зәңгәр төҫ — күктең стихияһы ул. Уға үтә күренмәлелек сифаты, бөтә нәмәгә лә үтеп инерлек рух ҡөҙрәте һалынған, ул донъяның ижад көсөн тәшкил иткән ялҡынды ла үҙ туҡымаһы аша үткәреү һәләтенә эйә. Донъя, йыһан, кешелек араһындағы берҙәмлекте, аңлашыу, аралашыу мөмкинлеген нәҡ ошо зәп-зәңгәр һауа бүләк итә һәм ошондай рухташлыҡ мөнәсәбәтенә инеү талабын йәне-тәне менән теләүселәрҙең мәңгелек тоғро ярҙамсыһы булып ҡала.
Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр,
Ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек.
Был юлдарҙан тик бер үтер өсөн
Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк.
Йәки:
Әле иҫтә тулҡын сайпылыуы,
Әрем еҫе иҫтә тулҡындың.
Зәңгәрлеге иҫтә күҙҙәреңдең,
Йомшаҡлығы етен толомдоң, —

тип һоҡлана Рәми Ғарипов. Шағирҙың күңеле үҙе лә күктәр бейеклегендә һәм уның ҡараштары яғылған һәр нәмә нәҡ ошо һауаның, күктең төҫөн үҙенең асылына ла индерә.
Тәбиғәте, булмышы менән ярайһы ябай, аралашҡанда бер сама йомоғораҡ Рәми ағай — лирик-драматик тойғоло һүҙ оҫтаһы, уның Ай, Ҡояш, Йондоҙ, болоттар сәхнәһендәге матурлыҡ та, рухи бөтөнлөк тә камил. Тәбиғәттең үҙендә лә шул уҡ камиллыҡ бит. “Күк томанда ҡояш энәләре төндө көнгә бәйләй нағышлап; ә һандуғас, талға баҫып, сихри ҡылдарын сиртә”.
Шағирҙың миләштәре, һандуғастары, йыл миҙгелдәре, мөхәббәте; ғорурлыҡ, ихласлыҡ, инсафлылыҡ, һағыш кеүек тойғолары; Пучинни, Рембранд, Шопен, Моцарт, Леонардо, Салауат Юлаев, Батырша кеүек инсандар кимәлен айҡар аҡылы мәңгелек мираҫ, баһалап бөтмәҫ ҡомартҡы булып халҡыбыҙ күңелендә йәшәйәсәк. Ә инде классика дәрәжә­һендәге “Туған тел” шиғыры һәр милләттәшебеҙҙең күңеленә “Урал” йыры кеүек инеп оялаған.
Февраль айында донъяға килгән шағир февраль айында яҡты донъя менән хушлашты. Мин ул осор Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй инем, ағайыбыҙҙы ерләүҙә ҡатнаштым. Ҡойолоп төшөрлөк ваҡиға булды ул. Һәммәбеҙ ҙә етемһерәп ҡалдыҡ. Ниндәйҙер боҙлауыҡ ҡаплап алып барған замананың ҡарҙы тишеп балҡыған умырзаяһы кеүек ижадсының һәләкәте күңел төшөнкөлөгөнә бирелдерә биреп ҡуйҙы.
...Бирешмәҫкә кәрәк... Февраль бурандары тыныр ҙа донъяны бер итеп аҡман-тоҡман боларыр, уның артынса ҡояшта мәрхәмәт тулышыр һәм апрель ҡарҙары ирер-иремәҫ, уйһыуҙарға күк умырзаялар һибелер. Тамыры һутлы тупраҡта, тубыҡтан көрткә батып торғанда ла күккә күҙ төбәгән булыр был сәскәләр. Күк шауҡымы тейгәндәр өсөн нимә генә инде ул битарафлыҡ боҙҙары? Ҡояш менән ерҙе тоташтырыу, һалҡындарҙы иретеп, яҡты донъя менән бик иртә хушлашыу хаҡына булһа ла, боҙҙо тишеүҙән баш тарта була тиме ни фиҙакәрҙәр.
...Мәскәү һынлы ҡалала М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем алып ҡайтҡандар араһында Рафаэль Сафин ағай ҙа бар ине.
Был икәү, Рәми ағай менән Рафаэль ағай, 60-сы йылдарҙағы башҡорт әҙәбиәтенә өр-яңы образдар менән килеп инде. Эйе, уҙған быуат уртаһында баш­ҡорт әҙәби тәнҡите тик “гражданлыҡ ши­ғырҙары” тигән төшөнсә менән мауыға һәм нәҡ шул гражданлыҡ шиғырҙарын ғына ҡаҙаныш тип баһалай ине. Шиғриәт­тә йөрәк ауыртыуы, шәхси күңел дра­маһы кеүек кисерештәр баһаланмаған, кеше фажиғәһенә ҡайғырыу тыйылған, инҡар ителгән саҡ ул.
Егерменсе быуат! Бөйөк быуат!
Күплеген дә беләм эшеңдең.
Ә шулай ҙа бүләм — һиңә өндәшәм:
Ғәмһеҙлектән һаҡла кешеңде!
Һуҡыр тин дә тормаҫ бөйөклөгөң,
Ҡалһа һиндә тупаҫ көс кенә,
Һалһаң әгәр аҡыл һарайҙарын
Күңел емеректәре өҫтөнә.

Дөйөм психоз хәленә еткерелгән күҙ буяуҙарҙан, алданыуҙарҙан ҡурсалауға ынтылыу, рух талабына таянырға саҡырыу күңел даирәһенә мөрәжәғәт итергә саҡырыу, киҫәтеү бит инде былай тип заманыңа өндәшеү.
Рафаэль Сафиндың шиғырҙары аулаҡта уҡығанда ла, сәхнәләрҙән яңғырағанда ла декларатив әйҙәүҙәрҙән бигерәк, ябайлыҡ менән тәрәнлекте үҙ эсенә алған игелек, әҙәп-әхлаҡ һәм инсафлыҡ, һағыш һәм һыҙланыуҙар, уйланыуҙар даирәһенә әйҙәй. Туған халыҡ, тыуған яҡтың ғәҙәти күренештәренән, тәбиғәттән, кеше яҙмышынан моң һәм буяуҙар таба. Рафаэль Сафин — алдашмай торған шағир. Был бигерәк тә интим лирикала ярылып ята. Мөхәббәт бәхетле булғанда шиғырҙар бигүк яҙылмай ул. Тотош йыйынтыҡта бер генә лә тетрәндерерлек, тертләтеп ебәрерлек мөхәббәт шиғыры булмаған китаптар осрай. Бының өсөн авторҙы хатта битәрләп тә булмай. Шундай тойғо инде ул мөхәббәт тигәнең: тәтеһә тәтей, тәтемәһә юҡ. Тәтеһә лә, шатлыҡтарҙан былай ғазаптарға тарытыусан, әммә ғазаптарҙы ирҙәрсә күтәреп, үҙ-үҙеңә тоғролоҡ һаҡлай белеү ҙә бит егетлек.
Ҡуйығыҙсы! Һеҙҙән һәйбәтерәк
Беләм дәһә мин үҙ хәлемде.
Тентемәгеҙ минең йөрәгемде,
Йолҡмағыҙсы минең йәнемде!
Үҙем беләм мин үҙ хәлемде.

...Башҡорт шиғриәтенең бейеклек кредоһының аҫтын-өҫкә түңкәргән Рәми Ғариповтың быуындаштарының әҙәбиәтебеҙ майҙанындағы урынын онотмаҫҡа кәрәк. Рафаэль Сафин, Булат Рафиҡов, Миәссәр Басиров, Марат Кәримовтарҙың ижады башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн яңыртҡан ижад ине. Әгәр беҙ бөгөнгө цивилизация тиңендә йөҙөбөҙ ҡыҙармаҫлыҡ шиғриәтебеҙ булған халыҡтар рәтендә йөрөйбөҙ икән һәм йәш таланттарҙың тамырланыр, һутланыр мөмкинлеге бар икән, быларҙың туҡланыр тупрағы шул алтмышынсылар ижадына барып тоташа ла инде.
Алтмышынсыларҙан йәшерәк быуын, әлбиттә, Рәми Ғариповтар миҫалына таянған, уларҙың ижади кредоһынан илһамланған шағирҙар плеядаһын үҫтерҙе. Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбайҙарҙың ниндәй кредо-ҡиммәттәргә йөҙ тотор өлгөләре бар ине. Рәми Ғариповтар быуыны “тәрбиә­һендә” формалашты улар. Быуындың лидеры Рауил Бикбаев булды.
Шағир Рауил Бикбаев, үҙе әйтмешләй, халыҡ “яҙмышынан уның уҙмышы юҡ. Яраһы — яралары”, ерҙең ағын-ҡараһын да халҡы күҙе менән айырып, Аллаһын — Аллаһ, иманын иман тип инана. Матурлыҡҡа, изгелеккә булған шәхси мөнәсәбәтенең артынан шағир уҡыусыларын, халҡын да эйәртә:
...Тик һаман да йәйә тартҡым килә,
Кирелеп китеп уҡтар атҡым килә,
Яҙҙың яңғ(ы)рап торған кисендә, —

тип романтик хис-кисерештәргә әйҙәй шағир “Уҡ” исемле бер шиғырында. Ил-төйәккә, йола-ғәҙәттәргә һоҡланыулы ҡараштары күккә төбәлгәндә ул үҙе һәм беҙ, уҡыусылар, өсөн һоҡланғыс асыш яһай: “Төнгө күккә баҡһам, уйлап ҡуям: етегән йондоҙ — ете ырыуымдың күккә тишеп һалған тамғаһы”. Ана шулай олғаштыра ул халҡы мәртәбәһен, ана шундай иркенлектәр һәм бейеклектәр инселәй, шул рәүешле милләтенең күңел һәм зиһен офоҡтарын киңәйтә. Психологтар һәм философтар ғилми күҙәтеүҙәр нигеҙендә шундай һығымта яһай ҙа ул: кешелә ыңғай эмоциялар үҙ бәҫенә ихтирам, милли үҙенсәлектәргә ҡарата ғорурлыҡ, мәртәбә тойғоһон тәрбиәләй. Шәхсән кешенең дә, тотош милләттең дә яҡшы сифаттарын иҫенә төшөрөү зарур, бахырлыҡ комплексынан азат булыусылар ғына хыял йөрөтөүгә, уны бойомға ашырыуға һәләтле була.
Талантлы шағир Рауил Бикбаев. Ә талант үҙе кешене кеше иткән ике баш­ланғыстың туҡымаһылыр: мөхәббәттең һәм донъяға булған ижади ҡараштың. Кеше күңелендәге һәм булмышындағы был бик киң мәғәнәләге башланғыстар бер-береһенә ныҡ бәйле лә. Әхлаҡи йүнәлеш — мөхәббәт, һыҙлана белеү; донъяға ижади ҡараш — донъяның гармонияһы һәм йәшәйеш ҡанундарының асылына төшөнөргә тырышыу ынтылышы ул.
Ә ҡалғаны... Хеҙмәт. Талымһыҙлыҡ. Метафоралар, образлы фекер аша милләт мәртәбәһен тәшкил иткән һүҙ сәнғәтенә ҡарата ирҙәрсә етди мөнәсәбәт.
...Минең “Яҡты күңелле шағир” тип исемләнгән мәҡәләм бар. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы драматург Флорид Бүләков хаҡында ул. Шағир түгел бит, драматург, тиерһегеҙ. Минең күңелемә ул шағир образында оялаған. Драматургияһы шиғриәтле Флорид Бүләковтың.
Уҙған быуаттың 80 – 90-сы йылдарында “Ленинсы” — “Ленинец” гәзиттә­рендә бер осор эшләгәнебеҙҙә журналист тип белгән Флорид Бүләков бер-бер артлы яңынан-яңы драма әҫәрҙәре яҙып, башҡорт театр сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Нимә тураһында ине һуң уның әҫәрҙәре? Нимәләрҙе ярата, ниҙәр өсөн һыҙлана, күңелебеҙҙең ҡайһы ҡылдарын тартырға ниәт итә ине драматург?..
Уның сәхнә әҫәрҙәре беҙҙең хаҡта ине. Ҡәҙимге тормоштоң күсермәһе түгел, бер ваҡытта ла тормошта булмаған, әммә булыуы ихтимал хәл-ваҡиғалар эсендәге характерҙар бәрелеше, кемдең кемлеген асып һалған хәл-ваҡиғаларҙағы киҫкен интрига барышында асыҡланған психологик кисерештәр, бәндәнең яуызлыҡ һәм изгелек юлын һайлауҙағы хис-тойғолары ҡыҙыҡтыра булып сыҡты әҙипте. Ана шул, сират күпере кеүек, нескә ҡылдай баҫмаға ҡуя ул геройҙарын һәм, интрига тип аталған һынау аша үткәреп, тамашасы алдына сығара. Юҡ, берәүгә лә мөһөр һуҡмай автор, уйланырға ғына саҡыра кеүек: хәл бына ошолайыраҡ, үҙегеҙ баһалағыҙ, йәнәһе.
Флорид Бүләковты ҡатын-ҡыҙ психологияһын, уның күңелен нескә белеүсе тип атар инем. Драматургтың әҫәрҙәрендәге героинялар, авторҙың уларға аяулы һәм һоҡланыулы мөнәсәбәтенә күрә, һәр ваҡыт яҡты тойғолар уята. Донъяның әҙәпһеҙ­лектәренә ҡатын-ҡыҙ ғәйепле, тип инандырырға тырышыусылар бар. Ә Флорид Бүләков, киреһенсә, кешеләр араһындағы аяуһыҙ мөнәсәбәттәрҙең нәҡ ҡатын-ҡыҙ яҙмышын фажиғәләргә дусар итеүенә ишара яһай.
...Дөрөҫ, күп яҡлы, күп төрлө һәләтле яҙыусылар, шөкөр, башҡорт әҙәбиәте майҙанында етерлек. Тотош башҡорт әҙәбиәтенә баһа биреүҙе маҡсат итеп ҡуймай был яҙмаларым. Ни бары бер нисә күңелемә үтә лә ятышлы әҙиптәр ижадына мөнәсәбәт белдереүем генә.
Милләттәр рациональ һәм художес­тволы фекерле булыуы менән бер-береһенән айырыла, ти социолог-аналитиктар. Беҙ, күрәһең, художестволы фекере өҫтөнлөк иткән халыҡ. Тимәк, телебеҙ, халҡыбыҙ күңеленең мөмкинлектәрен етди баһаларға, уны файҙаланырға бурыслыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 226

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 223

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244