Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ШӘЙЕХ ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВТеҢ ТӘРЖЕМӘ-И ХӘЛЕ”
“ШӘЙЕХ ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВТеҢ ТӘРЖЕМӘ-И ХӘЛЕ”Быйыл күренекле башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтең (1833–1917) тыуыуына 185 йыл тула. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға бағышлап Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге “Почет Билдәһе” орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Халыҡ-ара Ислам бизнесын ассоциацияһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты, Учалы районы һәм ҡалаһы хакимиәте тарафынан 4–7 июлдә “Рәсәйҙәге традицион ислам һәм билдәле башҡорт ғалимы, дин белгесе, Ислам донъяһын ағартыусы шәйех Зәйнулла Рәсүлев” исемле халыҡ-ара ғилми конференция үткәрелә. 5 июлдә Өфөлә тантаналы рәүештә асыласаҡ ғилми сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Төркиә, Үзбәкстан, Япония кеүек сит илдәрҙән күренекле ғалимдар ҡатнашасаҡ.
Ошо уңайҙан гәзит уҡыусылар иғтибарына Башҡортостан автономияһы ҡоролған йылда вафат булған Зәйнулла Рәсүлев тураһында бер быуат элек яҙылған мәҡәләләр тәҡдим ителә.
Ғәрәп графикаһынан транслитерацияны Әхәт Сәлихов башҡарҙы.



Рәсәй мосолмандарының олуғ әҙәмдәренән вә файҙалы хакимдарынан булған шәйех Зәйнулла хәҙрәттәре ошо 1917 йылдың 2 февралендә (1335 һижри йыл 22-се шәһр-и рабиғ әл-ахыр) Троицк ҡалаһында үҙ йортонда әһле әүләде (балалары) вә аҡрабаһы (туғандары) хозурында мәңгелек булған ахирәт йортона сәфәр итте, үҙенең әтбағтарын (эйәреүселәрен), мохлистарын (яҡындарын) ҡайғы вә хәсрәттәргә ғарҡ ҡылды. Иннә лилләһи вә иннә иләйһи ражигун (“Ысынлап та, беҙ Алланыҡы һәм Уға ҡайтыусыбыҙ”. Бәҡара сүрәһе, 156-сы аят).
Ошо ҡәҙәр оҙон ғумерен михраб менән мөнбәр, мәсет менән мәктәп вә мәҙрәсә һәм дә китап араһында үткәргән кеше хаҡында Аллаһ Тәғәлә хәҙрәтенән өмөтөбөҙ ҙур (Аллаһ Тәғәлә уны теге донъяла яҡшылыҡ менән бүләкләһен һәм Йәннәтте уның ҡайта торған урыны һәм мәңгелек йорто итһен!).
“Аҫар”ға дәрж итер (баҫтырыр) өсөн тип хөрмәтле Муса хажи йәнәптәренән шәйех Зәйнулла хәҙрәттең тәржемә-и хәлен (биография) үтенеп яҙҙырып алған инем. Был тәржемә-и хәлде, әлбиттә, “Аҫар”ға дәрж итәсәкмен. Шәйех Зәйнулла хәҙрәт хаҡында башҡаларҙан ишеткән вә үҙем белгән нәмәләрем дә күп. Иншаллаһ, шул нәмәләрҙең һәр береһен шунда илхаҡ (ҡушыу) ҡылһам кәрәк. Ләкин “Аҫар”ҙың баҫылмауы мәғлүм түгел. Баҫылған тәҡдирҙә шәйех Зәйнулла хәҙрәттең вафат тарихы бик һуң, нәүбәт (сират) тиҙ генә етерлек ҡыҫҡа рисәләне баҫтырыуҙы муаффиҡ күрҙек. Ғүмеребеҙ булһа, һәр көн яңырып торған мәғлүмәтте шуларға ҡуша барырбыҙ. Вә һуңынан барын берлектә “Аҫар”ға дәрж итербеҙ, иншаллаһ.
Шәйех Зәйнулла мажараһы хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт алыу юлы, рәсми ҡағыҙҙарҙы тикшереү булыр тип, беҙ Өфөлә торған ваҡытта Рухани Йыйылыш архивынан бының эшен эҙләп тапҡан инек, ләкин эш унда юҡ, бәлки, яңғыҙ тышлығы менән бәғзе бер әһәмиәтһеҙ яҙыуҙарҙан ғибәрәт. Эш ҡайҙа ебәрелгәнен вә ебәрелеү тарихын яҙып алған инек, ләкин был яҙыуҙар тентеү ваҡытында тәләф булды. Һүҙҙең ҡыҫҡаһы, шул шәйех хәҙрәттәренең эше бөгөн Ырымбур Рухани Йыйылышы архивында юҡ. Гөманға (уйлауыбыҙса, бәлки), был эш йә дахилиә вәзирлеге (Эске эштәр министрлығы) архивында йә Ырымбур губернатор архивында булыр.
Ырымбур губернаторы архивы Архивная комиссия тәсаррыфына (идара ителеүгә, ҡарамағына) бирелгән, тип ишеткәнем бар. Ырымбур ҡалаһында бәғзе бер йәш мосолмандар ошо архив комиссияһында ағза булып хеҙмәт итә вә мәжлестәренә бик рәғбәт (теләк, ҡыҙыҡһыныу) менән йөрөй. Өмөт итәбеҙ: көндәрҙең береһендә шәйех Зәйнулла хәҙрәт эше ошо мәжлестәрҙә ҡаралыр, шул ваҡытта был мосолман ағзалары айырым диҡҡәт итһендәр, ошо эштәге төркисә вә ғәрәпсә булған яҙыуҙарҙың һәр береһенән клише алдырып ғәйнан (шул килеш) баҫтырыу ижтиһадын күрһендәр ине.
Борон замандағы ғалимдарыбыҙҙың әхлаҡтарын аңлау, фекер вә назарҙарының мәртәбәләрен үлсәү хаҡында был яҙыуҙар берҙән-бер дөрөҫ мизан (үлсәү) булыр. Шәйех Зәйнулла хәҙрәттең тәржемә-и хәле, хосуси тәржемә-и хәл булыуҙан бигерәк беҙҙең ғөмүми тарихыбыҙҙан бер ҡағыҙ буласаҡтыр. Быға әһәмиәт бирелеүҙең бер сәбәбе ошо.
Мөфтөйҙәребеҙҙән береһенең үҙенең Хәбибулла ишан өҫтөнән Синодҡа, обер-прокурорға ҡылған донос­тарынан бәғзе бер ҡағыҙҙар, Ырымбур Рухани Йыйылышы архивында бар. Быларҙы уҡығанда һәр кешенең күңеленә “Бөтә характерҙарҙа ялған һәм бысраҡ осрай, кешеләр уларҙы нәҫелдән-нәҫелгә тапшыра” тигәнерәк фекер килә кеүек.
Ырымбур Рухани Йыйылышының архивынан иҫке вә иң әһәмиәтле булған ҡысмы (өлөшө) тәләф ителгән. Шунан ҡалғанынан донос ҡысмы һайланып алынып, китап рәүешендә тәртип ителһә, “Кәшшаф” тәфсире миҡдарында китап булыр. Ошо доностарҙың һәр береһе шул ваҡыттарҙың ғалим исемен ташып йөрөгән заттар тарафынан булып, һис береһе урлаусы, кеше үлтереүсе, хаин (хыянатсы) вә жаниҙар (енәйәтселәр) хаҡында түгел, бәлки, үҙ заманыбыҙҙа булған доностар ҡәбиленән (төрөнән) ғилем вә ғибәҙәт менән шөғөлләнеүселәр, балалар уҡытыусылар, йәмәғәт хеҙмәттәрен итеүселәр өстәренән булған нәмәләрҙер. Быларҙы фекерләгәндә әҙәм балаһының күңеленә “Инсандарҙың күберәк мосибәттәре (ҡайғылары) дин тарафынан килә, береһе дин өсөн янып-көйөп йөрөй ҙә ахырҙа бер ғиләж (әмәл, дарыу, сара, дауа) табыу өмөтө менән хөкүмәт әҙәмдәренә донос ҡылып теге мосолманды яфаға һала, тегенеһе лә дин юлында тау-таш тәхәммел (түҙеү, сыҙау) итмәҫлек фәләкәттәр менән мөбтәлә була (яфалана)” тигән бер фекер киләсәге тәбиғи.
Зәйнулла хәҙрәт тәржемә-и хәлен яҙыр өсөн майҙан бик йыраҡ, мәүзуғ (тема) бик күп, мәләхәзә (иғтибар итеү, уйланыу) вә мохакәмә (тикшереү, ҡарар биреү) урындары күҙ күреүе ҡәҙәр киң, ләкин беҙ үҙебеҙ Муса әфәнде рисәләһен әсас (нигеҙ, төп) иғтибар итәбеҙ. Хәҡиҡәт хәлдә, Зәйнулла хәҙрәт хаҡында яҙылған нәмәләрҙең иң дөрөҫө Муса әфәнде яҙған нәмәләр булыр, иншаллаһ.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИН.
Ырымбур, 1917 йыл, 10 февраль.


ШӘЙЕХ МӨХТӘРӘМ ОСТАЗ МӨКӘРРӘМ (ХӨРМӘТЛЕ) ЗӘЙНУЛЛА ХӘҘРӘТТЕҢ ДӘФЕН МӘРАСИМЫ

Рәсәй мосолмандары араһында иң мөхтәрәм сималарының (йөҙҙәренең) береһе булған шәйех мөхтәрәм вә остаз, мөкәррәм Зәйнулла бин Хәбибулла Әл-Нәҡшбәнди хәҙрәт ошо йыл 2 февралендә кесе йома иртәнге сәғәт ундарҙа фани донъяны ҡалдырып, мәңгелек йортҡа сәфәр итте. Йәнәб-и Хаҡ хәҙрәттәре ул мөхтәрәм мәрхүмгә рәхмәт ҡылып, артында ҡалған мөхтәрәм ғаиләһенә, ихласлы шәкерттәренә, мөхибтәренә сауаплы күркәм сабырҙар бирһен ине.
Мәрхүм шәйех хәҙрәт үткән ғинуарҙың 23-сө көнө, дүшәмбе көн кәйефһеҙләнеп өйләнән борон мәсеттә бирә торған дәрестәренә сыға алманы. Иртәгәһе көн, шишәмбе көн артыҡ дәрестәрен биргәндә, үҙе карауат өҫтөндә булған хәлдә шәкерттәрен өйҙәренә килтертеп, “Сәхих әл-Бохари”ҙан хәҙис шәриф уҡытты. Шул көндәрҙән иғтибарән (башлап) бөтөнләй түшәккә ятып алдылыр вә көндән-көнгә кәйефһеҙләнә барып, ниһайәт, ахирәткә сәфәр итте.
Шул ун көнлөк ваҡыт эсендә сәләм биреп, фатиха алырға, зыярат итеп, кәйеф һорарға килгән кешеләрҙе, мөхтәрәм мәхдүмдәрен Ғабдрахман хәҙрәт ҡабул итеп, шәйех хәҙрәттәренән фатиха биреп, оҙатып торалар ине.
Хәҙрәттең ауырыу хәбәре, Троицкиҙа таралған кеүек ситкә лә киткән булһа кәрәк, зыяратсылар эсендә Троицк халҡынан башҡа сит кеше лә байтаҡ ине. Шуның өсөн төркөм-төркөм халыҡ, иртәнән өйләгә ҡәҙәр бер туҡтауһыҙ сәләм биреп, фатиха алып вә шуның менән бергә күңелдәре йомшаҡ хәҙрәткә ғүмер теләп сығалар ине. Шәйех хәҙрәттәре шул ауырыу мөззәттәре эсендә зиһен вә аҡыл көстәрен үҙҙәрендә һаҡлаған, шуның арҡаһында васыяттары, ваҡ-төйәктәренә ҡәҙәр әйткән вә муйындарына ләзым булған ахырғы ғибәҙәттәре булған кесе йома көнөндә иртә намаҙын да аңлылыҡ менән үтәгән ине. Ятҡан ваҡыттарында кергәндәрҙең кемдәр булыуын һорай ине. Хәлһеҙлек сәбәпле доға ҡылырға күтәрелгән ҡулдары урындарында тора алмайынса төшөп тә киткеләй ине. Ниһайәт, фани донъяны ташлап, ғиззәт эйәһе тәңреһенә йүнәлде.
Шәйех хәҙрәттәренең вафаты хәбәре бөтөн шәһәргә йәшен ҡото кеүек тәьҫир итте вә ҡайғыға һалды. Телеграм сыбыҡтары аша ситтәргә лә китте. Хәбәр ишетеү менән мәктәп вә мәҙрәсәләрҙә дәрестәр туҡтатылды. Халыҡтың ҡарты һәм йәше, ғоләмәһе (ғалимы) һәм ғауамы (ябай халҡы), байы һәм ярлыһы хәҙрәткә доға ҡылырға, ғаиләһенә тәғзиә бәйән итергә ашыға ине.
Дәфен (ерләү) һәм тәжһиз (үлгән кешене күмергә әҙерләү) мәрасимын ижра ҡылыр (башҡарыр) өсөн хыжы Әхмәт ахун хәҙрәт, Сабир хәҙрәт, мөғәллим Рәхимйән Аҙнабаев, Муллағәли әфәнде Яуышев, Ғабдрахман әфәнде Әхмәров, бирадаран (ағай-энеле) Ғәббәсовтар, Мостафа хажы Фәйзуллин вә башҡаларҙан ғибәрәт бер һәйәт ҡоролдо. Быларҙың һәр ҡайһыһы төрлө хеҙмәттәрҙе өҫтәренә тәҡсим итеп (бүлеп) алды, һәйәт тарафынан йыназаны хажи Әхмәт хәҙрәт уҡырға, дәфенде иртәгәһе йома көн сәғәт икегә ҡалдырырға, нағашты (үлгән кешене) хәҙрәттең үҙ васыяты буйынса ҡала яғындағы зыяратҡа хәҙрәт тарафынан билдәләнгән урынға ерләшергә вә башҡаларға ҡарар бирелде.
Өйләнән һуң “Рәсүлиә” шәкерттәре тарафынан дүрт Ҡөрьән Кәрим хәтем ителеп, хәҙрәттең рухына сауабы бағышланды. Йәстүнән һуң хәҙрәттең мәжлесендә хәтем итергә алтмышлап кеше дәғүәт иткән (саҡырылған) булһа ла, үҙ ихтыяры менән килгәндәрҙең дә күплеге сәбәпле, мәсет тулы бер йәмәғәт тарафынан йәнә дүрт ҡөрьән уҡылып доға ҡылынды. Бындағы кешеләрҙең бөтөнөһөнә, хатта тыңлап ултырыусыларына ҡәҙәр мул ғына миҡдарҙа Ғабдрахман әфәнде тарафынан саҙаҡалар таратылды.
Иртәгәһе йома көн төп дәфен эше башланды. Бөгөн халыҡ, һөйкөмлө һәм ҡәҙерле был ҙур кешеһенә ҡаршы һуңғы ихтирамдарын вә аҡтыҡ хеҙмәттәрен күрһәтергә тырышып, бер-береһенән уҙыша ине.
Ирҙәрҙең һаны аҙайған бер заманда уға ҡарамайынса йыназаға йыйылған халыҡ бик күп ине. Йыназа уҡыусыларҙың ғына иҫәбе дүрт-биш меңдәр булыр тип самалана ине. Халыҡтың мәсет алдына һыймаҫлығы мөләхәзәгә алынып, йыназаны хәҙрәттең үҙенең өйө ҡараған вә урамы булған майҙанда уҡырға ҡарар бирелгән вә шулай ителгән ине.
Йыназа уҡырға йыйылған ирҙәрҙән башҡа ла бик күп халыҡ: ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, сит милләт кешеләре лә килгән вә шулай бик киң булған был майҙандың бик ҙур бер өлөшөн халыҡ тулҡыны баҫҡан ине. Йыйылған халыҡ эсендә мәсләк (профессия), синыф вә йәкә иғтибар итмәйенсә һәр ҡайһыһының хәҙрәтте тәҡдир вә ихтирам итеп һөйләгәндәрен күрһәтерлек миҡдарҙа төрлө ҡиәфәт вә төрлө йөҙлө заттар күп ине. Сәғәт ундарҙан алып өскә ҡәҙәр бөтөн мосолман кибет вә магазиндары ябылған ине.
Сит ҡалаларҙан, хәбәр һуң ишетелеү сәбәпле, күп кеше килә алмаған. Фәҡәт шуның илә бәрәбәр яҡын ауылдарҙан, ҡаҙаҡ иленән, ауырыу хәбәрен ишетеп алдан килгән кешеләр ҙә аҙ түгел ине. Ситтән килгәндәрҙән иһә Силәбенән Хаким хәҙрәт, Уса өйәҙе Солтанайҙан Мөхәммәт Ғата хәҙрәт Мансуров, Ҡустанайҙан Сәғит хәҙрәт, Өфөлө Сабир хәҙрәт, ҡаҙаҡ ғоләмәһенең ҙурҙарынан Фәйзулла хажы (Пайыз хажы), Силәбе моғтәбәрҙәренең (хөрмәтлеләренән) бәғзеләре вә башҡалар бар ине. Ҡулынан килгәндәрҙең һис береһе йыназанан ҡалмаҫҡа тырышҡайны.
Йыназаға килгәндәрҙең күпселек өлөшө шундай насар һауала алты-ете саҡрымда булған зыяратҡа ла барҙы. Йыназа Троицктың иң алғы вә оҙон урамдарының береһе булған “Нижегородская” урамын буйланы. Ҡайһы бер кешеләрҙең алдан барып, зыяратта ҡәбергә яҡын урын алып ҡалырға тырышып, башҡа урамдан китеүҙәренә ҡарамайынса, йыназа үткән урамдың рәттән алты-ете сана барыуына ҡарамайынса, бер саҡрым мәсафаһын халыҡ баҫҡайны. Йыназаның янынан һыбайлы полиция мәэмүрҙәре (хеҙмәткәрҙәре) барған кеүек алда ла саналарҙа приставтар атлай ине. Былар юлды аса вә хиссиәт (хисле) хәҙрәт аҫтындағы бер халыҡ диңгеҙендә булырға мөмкин булған тәртипһеҙлектәрҙе булдырмаҫҡа тип саҡырылған. Урам саттарында, ҡапҡа вә магазин алдарында хайран булып ҡарап оҙатҡандарҙың һандары ла күп ине.
Мөхтәрәм шәйех хәҙрәттәре иҫән ваҡытында үҙенең алдында, үҙ күҙҙәренә ҡаршы маҡтауҙы һөймәүен иғтибарға алып, һәйәт тарафынан зыяратта нотоҡтар булмаҫҡа ҡарар бирелгәйне. Ләкин һуңынан, йөрәктәрҙе баҫҡан хиссиәт һәм тойғоларҙың көсләүе буйынса өс кешенән ҡыҫҡа ғына нотоҡ һөйләтергә уйланылғайны. Быларҙың икеһе һөйләп, береһе һөйләмәй ҡалды. Был ҡалған кеше “Рәсүлиә” мөғәллимдәренән булып, шул мәҙрәсә исеменән һөйләйәсәк ине. Фәҡәт халыҡтың күплеге сәбәпле, бер аңлашылмау һәм ҙурыраҡ хәҙрәттәрҙең нотоҡ һөйләү эшенә бик артыҡ килештереп ҡарамауҙары сәбәпле, был әфәнде һөйләмәй ҡалды.
Һөйләүселәрҙең әүәлгеһе Сабир хәҙрәт Хәсәнов ине. Ул остаз мөхтәрәмдең милли вә ижтимағи, әхлаҡи вә дини хеҙмәттәрен вә был юлдарҙа ҙур тәьҫир вә сәмәрәләр (емештәр) ҡалдырғанын һөйләне. Урал буйҙарына, башҡорт вә ҡаҙаҡ араларына ғилем таратҡанын бәйән итте. Был ҙур вә дөп-дөрөҫ эшләгән, ҙур һиммәттәренән тыш билвасита (аша) зыяратсылар аша ла төрлө шиүәлә (телдә) һөйләшкән Ҡытай сиктәренән, Төркөстан вә ҡаҙаҡ сәхрәләренән алып Урал буйҙарына, Волга-Иҙелдәре әйләнәһенә таралған мосолмандарҙың аңлашыуҙарына, фекер алышып, танышыуҙарына юл асҡанын вә, ниһайәт, Троицктың үҙенә мәғәнәүи тәьҫирҙән тыш матди файҙалар ҙа иткәнен күрһәтте. Шәйех фазылының тотҡан юлының, иткән хеҙмәтенең Пәйғәмбәр ҙишан (дан эйәһе) әфәндебеҙҙең ғәләмәттәренә муафиҡ булып, ижтимағи вә мәғәнәүи, яхуд (йәки) мадди вә рухани булыуын һөйләне.
Икенсе хатип “Вазифа” мәктәбе мөғәллимдәренән Ғабдулла әфәнде ғәзиз йәнәптәре ине. Был әфәнде хәҙрәттең хеҙмәттәренең иҫәпһеҙ ҙур булғаны, бөгөн дә ифрат ҙур сәмәрәләр биргәнен, хәҙрәт был тәҡдирҙе лә күреп бәхетле сыҡҡанын һөйләне. Әлегә хәҙрәттең хеҙмәттәренә нисбәтән күрелгән сәмәрәләренең бик аҙлығы өҫтөнә лә тәҡдир ҡылынғандарының бөтөнләй жузи (аҙ) булыуын, хәлбуки хәҙрәттең асыл хаяты (тормошо) инде башланасағын вә шул ваҡыт уның да ысын мәғәнәһе менән таныласағын, уның фәҡәт тәне үлеп мәғнәүиәте вә хеҙмәттәрен мәңгегә тәьҫир итеп торасағын һөйләне. Уның башлаған мөҡәддәс тәшәббүстәренең (тырышып ҡарауының) дауам иттерелергә тейешлеген вә быларға ярҙам итеүҙең бөтмәҫкә бурыс булыуын бәйән итте. Ғабдулла әфәнде үҙенең бер нисә мәктәп-мәҙрәсәнән вәкил булғанын да зикер ҡылды.
Һәр ике хатип, хәҙрәттең ғаиләһенә ихтирам күрһәтеп, тәғзиә әйтте (ҡайғы уртаҡлашты). Хәҙрәттең мөхтәрәм мәхдүмдәре Ғабдрахман хәҙрәткә бик ҙур өмөт менән ҡарағандарын, остаздың ғәли урындарын тотоп, уның мөҡәддәс хеҙмәттәрен йәшәй аласағына ысын-ысындан ышаныуҙарын белдерҙе.
Тыштарына вә ҡиәфәттәренә ҡарап күп кеше ҡаршыһында бер-береһенә бөтөнләй кире булырға тейеш вә шулай уҡ хәҙрәт хаҡында бер фекергә килә алыуҙары мөмкин түгел кеүек күренгән был ике хатибтың бер нөктәгә йыйыла алыуҙары йыназа мәрасимендә вә хәҙрәткә күрһәтелгән ихтирамдарының иң муафҡиәттәренән береһе булды.
Мөхтәрәм атаҡайына һуңғы дәрәжәлә ҙур мөхәб­бәтле вә ихтирамлы булған Ғабдрахман хәҙрәт был ваҡыттарҙа сабырҙың тәмҫил (миҫал итеп күрһәткән) мөжәссәме (һәйкәл) булып әүерелгән ине. Ун көндәргә һуҙылған хәҙрәттең ауырыу мөҙҙәте (ваҡыты) эсендә ул атаһының карауаты төбөндә аяғы осонда әҙер торған вә уны тәрбиә итеү менән мәшғүл булып, тәүлегенә ике-өс сәғәт тә йоҡо күрмәгән.
Мәрхүм хәҙрәттең йома көн ҡәбер эйәһе булыуы, кис үлеүе лә уны белгәндәргә бик ҙур тәсәлли (йыуаныс) бирә ине. Ул һәр ваҡыт йома көн ҡәбер эйәһе булыуҙы маҡтай, шунда үлгәндәрҙең тәржемә-и хәлдәрен һөйләгәндә ауыҙҙарынан һыуҙары килә ине. Һәм был көндәрҙә ҡәүемдәрҙең фазиләттәре (яҡшы сифаттары) хаҡында риүәйәттәр йыйып, бер рисәлә лә яҙмыштыр.
***
Һәйәт (комиссия, делегация) ағзалары ла бик тырышып вә ихлас ҡуйып хеҙмәт итте. Сабир хәҙрәткә вә һуңыраҡ хажи Әхмәт хәҙрәт, мулла Ғәли әфәнде Яуышев, бирадаран (ағай-энеле) Ғәббәсовтар вә хажи Мостафа Фәйзуллиндарға айырыуса рәхмәт вә тәшәккүр бәйән ителергә тейешле. Ғабдрахман әфәнде Әхмәров та, телеграмма яҙып ебәреп, күп хеҙмәт итте.
***
Хәҙрәттең һуңғы васыяттары шулар: йәмғиәте хәйриәгә (мәрхәмәтлек йәмғиәтенә) бер мең һум аҡса бирелеп, бының үҙенә теймәҫкә вә килгән файҙаһын дарел-әйтәм (етемдәр йорто) мосаррыфына тоторға ҡушҡан. Троицкиҙа булған ир вә ҡыҙ ибтида-и мәктәп балаларына таратыр өсөн мәктәп башына егермешәр һум бирергә бойоролған. Ете ир, ун ҡыҙ мәктәптәренә егермешәр һумдан, ҡалған хосуси өйҙәрҙә уҡыған балаларға бер урынға – ун, өс урынға бишәр һумдан улмаҡ үзәрә (булһын тип), барыһы 365 һум аҡса бирелде. “Рәсүлиә” шәкерттәренә 50 һум тапшырылды. Хәҙрәттәргә, мөәзиндәргә, бәғзе хәлфә вә мөғәл­лимдәргә лә өлөштәр сығарылды. Бынан башҡа саҙаҡалар, әнғәм (мал) вә ихсандар (ярҙамдар) хәҙрәттең тәмиз иткән (таҙа, пак) ғәли холоҡтарының береһе булған йомартлығына муаффиҡ таратылды, ошо һуңғы саҙаҡалар ғына өс меңдән артты.
Ғилем вә шәриғәт, тәриҡәт вә тасауыф донъяһында ҡиәмәттәр ҡуптарған хәҙрәт мөхтәрәмдең вафаты һәм дәфене тарихы шуның менән тамам.
Хәҙергә ҡәҙәр төрлө урындарҙан, төрлө кешеләр вә мөәссәләрҙән күп кенә миҡдарҙа тәғзиә телеграммалары алынды.
Остаз мөхтәрәмдең тәэсис иткән (ҡорған)
мәҙрәсә-и “Рәсүлиә” мөғәллимдәренән

“Тормош” гәзите, 1917 йыл. № 591.
Баҫмаға Әхәт СӘЛИХОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508