Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыҡ был тормош
Шиғыр яҙ!

Ҡыҙыҡ был тормошТәүге әҫәрем — “Ҡалдырма, әсәй!” повесын яҙғас, нәшриәткә алып барҙым. Унда ултырған ағай (ул да яҙыусы) ҡулъяҙмамды тиҙ генә ҡарап сыҡты ла миңә текәлде.
— Ҡустым, был яҙмаңдың тиҙ арала китап булып сығырына шикләнәм, — тине ул. — Хәҙер оҙон әҫәрҙе кем уҡып ултырһын? Етмәһә, һине берәү ҙә белмәй. Һин, лутсы шиғыр яҙ! Шиғыр булһа — китап итеп сығарабыҙ.
Көтөлмәгән хәбәрҙән аптырап ҡалдым:
— Ағай, мин бит шиғыр яҙа белмәйем.
— Һе, уның ни ҡыйынлығы бар. Ул үҙе бер система. Ана шул системаға өйрәнеп алаһың да, әйҙә, алға!..
Кабинеттан кәйефем һүрелеп сығып киттем. Изге күңелле кешеләр ҙә юҡ түгел. Уларҙың тәҡдиме менән киләһе йылда китабым барыбер донъя күрҙе.
Ә мин шиғыр яҙмайым. Яҙа ла белмәйем, теләмәйем дә, сөнки ысын шиғриәттең ниндәй булырға тейеш икәнен яҡшы аңлайым. Уны ижад иткәс, Мостай, Рәми, Назар Нәжми, Атнабай, Рәйес Түләк кимәлендә яҙырға кәрәк. Шуны беләм: шиғыр яҙмаһам, минән башҡорт шиғриәтенә файҙа күберәк буласаҡ.

Иртә... Һуң...

Етәксе вазифаһына кемделер тәғәйенләү тураһында һүҙ сыҡҡан. Берәү йәш егетте тәҡдим иткән.
— Ул әле йәш бит. Яңы 30-ы тулған. Иртәрәк уға... Әлегә кабинетта баш баҫып эшләй бирһен, — тигән үрҙәгеләр.
Йылдар үткән. Йәнә етәксе вазифаһына тәғәйенләү мәсьәләһе килеп тыуған. Был юлы теге кеше үҙенең кандидатураһын тәҡдим итергә булған.
— Һ-ы-ы... Һиңә пенсияға ла күп ҡалма­ны бит әле. Хәҙер һуң бит инде. Йәштәргә юл бирергә кәрәк, — тип яуаплағандар.

Көткәндәр

Бер мәктәптә яҙыусылар менән осрашыу булғайны. Сара бик йәнле, ҡыҙыҡлы барҙы. Ул бөткәс, беҙҙе директор сәй эсергә саҡырҙы. Ашханаға ингәс, табындың муллығына “аһ” иттек. Вәт, әй! Әҙерләнгәндәр тәк әҙерләнгәндәр! Өҫтәлдә нимә генә юҡ.
Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, емеш-еләктең ниндәй генә төрө юҡ. Ул бәлеш, ул сәксәк, ул ҡоймаҡ, шәңге, бәрәмәстәр... Әллә биш төрлө ҡайнатма... Аштың да төрлөһөн әҙерләгәндәр. Тәрилкәлә “мине һоғон, мине” тигәндәй, ҡаҙ боттары өйөлөп ята. Иң беренсе булып нимәһенә ынтылырға белмәй, күҙ ҡамаша.
— Беҙ ризыҡ күрмәгән әҙәмдәр түгел, шулай ҙа бындай хөрмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ул тиклем үк толланмаһағыҙ ҙа булыр ине, — тине, уңайһыҙланып, сатирик Венер Исхаҡов.
— Күренеп тора, бында әҙәбиәтте һөйгән халыҡ йәшәй. Ана бит, туйға һымаҡ әҙерләнгәндәр, — тип өҫтәнем мин.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән директорҙың ауыҙы йырылды.
— Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн беҙ Обрнадзорҙы көткәйнек. Ә улар килмәне лә ҡуйҙы. Уларға тигән һый һеҙгә яҙған икән. Оялмағыҙ, әйҙәгеҙ, ынтылығыҙ!

Тере яҙыусы буламы?

Бөрйән районында һөйләнеләр был хәлде. “Иртән яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән район мәҙәниәт йортонда осрашыу була” тигән иғлан элеп ҡуйғандар. Быны күргәс, башланғыс класта уҡыған малайҙың иҫе киткән:
— Әсәй, ә тере яҙыусылар буламы? — тип һораған ул.
Малайҙың былай тип уйлауына һис тә аптырарлыҡ түгел. Үҙем дә мәктәптә уҡығанда шул уҡ фекерҙә инем, сөнки әҙәбиәт дәресендә гелән үлгән яҙыусыларҙың ижадын өйрәнә инек. Әҙәбиәттән имтихан биргәндә лә, тәү сиратта яҙыусының тыуған һәм үлгән йылын һорай торғайнылар.
Әле лә арабыҙҙа бынамын тигән әҙиптәр бар. Әҫәрҙәрен хет бөгөндән мәктәп программаһына индер... Ижадсыға тейешле иғтибар күрһәтеү өсөн мотлаҡ үлгәнен көтөргә кәрәкмәйҙер.

Һинең өсөн генә

Ауылда үҙемә йорт һалып йөрөйөм. Бураны күтәргәс, түбә таҡтаһын ябырға сират етте. Ә беҙҙең яҡта пилорама тотоусы кешеләр быуа быуырлыҡ.
Әллә ҡайҙа ете ят кешегә йөрөмәйем тип, үҙ танышыма барҙым. Бығаса төҙөлөш эштәре менән булышмағас, хаҡтарын да белмәйем.
— Таҡта күпме тора? — тип һораным.
— Һинең өсөн генә кубометрын алты мең һумға бирәм, — тине танышым. — Ни тиһәң дә, яҙыусы кешеһең. Китаптарыңды бөтә халыҡ уҡый.
Был һүҙҙәрҙән эсемә йылы йүгерҙе. Барыбер яҙыусы кешегә хөрмәт бар икән. Шунда уҡ аҡсаһын түләп тә ҡуйҙым. Иртәгәһенә теге материалдарҙы барып алып ҡайттым.
Ә бер нисә көндән туғаным шул уҡ кешегә таҡта алырға китте. Һәм ни ғәжәп: ул кубометрын биш мең һумға алған.
— Ә ниңә Айгизгә мең һумға ҡиммәтерәк биргәнһең? — тип ҡыҙыҡһынған туғаным.
— Ул яҙыусы кеше бит... Тимәк, бай! Мин бит уны алдаманым. “Һинең өсөн генә” тинем һатҡанда...

Асыуланған

Татарстанда төрки донъяһының йәш яҙыусылар фестивале уҙғарылды. Абруйлы сараға байтаҡ илдәрҙән ҡунаҡтар килгәйне. Ике көн дауамында Ҡазанда төрлө осрашыуҙа булдыҡ, ә өсөнсө көнөнә беҙҙе бөйөк Туҡайҙың тыуған төйәгенә — Арша районына алып барҙылар.
Етемлектә үҫеп, халыҡ символына әүе­релгән шағирҙың эҙҙәрен һаҡлаған Ҡыр­лай, Ҡушлауыш ауылдары — Татарстан­дың Мәккәһенә әүерелгән. Шуға республи­каға килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ шунда алып баралар икән. Йыш ҡунаҡ ҡабул ит­кәс, бындағы мәктәп уҡытыусы­лары ла, уҡыусылар ҙа актерға әйләнеп бөткән. Ма­тур итеп шиғыр уҡыйҙар, дәртле итеп бейейҙәр, йырлайҙар. “Был балаларҙың уҡырға ваҡыты ҡаламы икән” тип тә уйлап ҡуйҙым.
Аршанан ҡайтыр алдынан, ҡунаҡтар өсөн табын әҙерләнеләр. Шунда район хакимиәте вәкиле бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп көлдөрҙө әле.
Совет осоро. Баҫыу эше ҡыҙған мәл. Бындай миҙгелдә (бигерәк тә ер кешеһе өсөн) көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Шул саҡ обкомдан колхоз рәйесенә шылтыраталар икән. “Иртәгә сит өлкәнән мәртәбәле ҡунаҡтар килә. Һеҙ уларҙы юғары кимәлдә ҡаршы алырға тейешһегеҙ!”
— Беҙҙең сәсеү бара бит әле. Бөтәһе лә баҫыуҙа. Ҡунаҡ ҡаршыларға ваҡытыбыҙ булмаҫ ул, — тигән рәйес.
— Никаких! Һеҙ — Туҡайҙың яҡташ­тары! Әйттем — бөттө! Әҙер тороғоҙ!
Нисек кенә булмаһын, обкомға ҡаршы барып булмай. Ҡыҙыу эште ташлап тороп, ҡунаҡ ҡабул иткәндәр. Барыһы ла яҡшы үткән, ҡунаҡтар ҙа, түрәләр ҙә ҡәнәғәт ҡалған. Бөтәһен дә оҙатып ҡуйғас, колхоз рәйесе ауыр һулаған. Баҫыу эшен шул сәбәпле ваҡытында тамамлап булмаҫ, тип көйәләнгән.
Эстән янып, хафаланып, рәйес өйөнә ҡайтып бара икән. Юл ыңғайы Туҡайҙың һәйкәле янында туҡтаған.
— Әй, Туҡай! Үҙең дә йүнле тормош күрмәгәнһең. Беҙгә лә тыныс йәшәргә ирек бирмәйһең, — тип әйткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалған.
Уйлай китһәң, бөйөк шәхестәрҙең яҡта­шы ғына түгел, милләттәше булыу ҙа еңел түгел шул. Ул һәр кемгә оло яуаплы­лыҡ, тырышлыҡ, фиҙакәрлек бурысын да өҫтәй.

Һуңғы китап

Бер кемде лә үпкәләтмәҫ өсөн, был хәлдең ҡайҙа һәм кем менән булғанын әйтеп тормайым. Хәйер, бындай осраҡтың күптәр менән булыуы ихтимал.
Дәүләт нәшриәтендә шундай яҙылмаған ҡанун бар: яҙыусының китабы биш йылға бер баҫыла. Әҫәрең ташҡа баҫылып, таралып бөтһә лә, биш йылды көтәһең. Бер заман нәшриәткә оло йәштәге шағир ҡулъяҙмаһын килтергән.
— Ағай, китабыңды әле генә сығара алмайбыҙ. Тегенеһе донъя күргәнгә яңы ике йыл үтте, — тигәндәр уға. — Тағы өс йыл көтәһең инде...
— Юҡ, туғаным, өс йыл көтөп булмаҫ инде. — Ҡулъяулығы менән күҙ йәшен һөртөп алған шағир. — Минең һәр көнөм һанаулы, һаулыҡ хөрт, йөрәк насар эшләй. Был минең һуңғы йәйем, күрәһең. Үҙ хәлемде үҙем яҡшы беләм. Мин үлгәс, ул китап сыҡты ни, сыҡманы ни! Уның ни ҡыҙығы бар. Ошо шатлығымдан мәхрүм итмәгеҙ иҫән сағымда, һуңғы китабымды баҫтырығыҙ инде...
Нәшриәттә эшләгәндәрҙең йөрәгенә үтеп ингән был һүҙҙәр. Етмәһә, хушлашыу һымағыраҡ шиғырҙары ла байтаҡ икән. Оло кешенең хәленә ингәндәр. Шулай итеп, пландан тыш ағайҙың шиғри йыйынтығын сығарғандар. Бер йыл үткәс, теге шағир йәнә нәшриәттең ишеген шаҡыған. Был юлы ул иҫтәлектәр китабының ҡулъяҙмаһын алып килгән.
— Ҡустылар, хәлдәрем бик хөрт, яңы ғына дауахананан сыҡтым, — тигән ул, йөрә­ген тотоп. — Миңә йәшәргә күп ҡалманы. Бына ошонда яҙылған иҫтәлектәрем халҡыма һуңғы һүҙем булып етһен ине.
Инде икенсе мәртәбә уның “һуңғы” китабын сығарырға ашыҡмағандар.
— Ағай, беҙ үҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ, кита­быңды тиҙләтеп сығарҙыҡ. Ә һин үҙ һүҙең­дә торманың бит, — тип яуаплағандар уға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 226

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 223

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244